Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь , 11:00

Күңел төшөнкө­лөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа

Көндәрҙең ҡапыл һыуытып ебәреүе булды, бәғзеләр ауырып та китте. Был ваҡытта табиптар күберәк һыу эсергә, төрлө файҙалы һуттарға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә. Бигерәк тә төрлө үлән сәйҙәре файҙалы. Мәҫәлән, һырғанаҡтан сәй эшләп эсергә мөмкин.

Күңел төшөнкө­лөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа
Күңел төшөнкө­лөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа

Был емеш ифрат файҙалы. Унда, мәҫәлән, С витамины цитрус емештәренә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк. Һырғанаҡта башҡа файҙалы матдәләр, антиоксиданттар, май кислоталары бар. Улар тирене йәш, сәләмәт килеш һаҡлауға булышлыҡ итә.

Һырғанаҡтан һәм балдан яһалған сәй – күңел төшөнкө­лөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа. Ул шулай уҡ шешенеүҙе, елһенеүҙе бөтөрә. Сәй ифрат тәмле лә.
 
Уны яһау өсөн 150 грамм һырғанаҡ, ике аш ҡалағы ҡара сәй, бал һәм 500 мл һыу кәрәк. Емештәрҙе тәүҙә яҡшылап йыуып, өстән ике өлөшөнән пюре яһайбыҙ. Ошо иҙмәне, шулай уҡ ҡалған һырғанаҡтарҙы, сәйҙе сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәк. 10-15 минуттан эсемлек әҙер булыр. Уға кәрәгенсә бал өҫтәргә мөмкин.
 
Шулай уҡ киптерелгән гөлйемеш, энәлектән сәй эшләргә йәки емештәр өҫтөнә ҡайнаған һыу өҫтәп, төнәтеп эсергә мөмкин. Сәйҙәрегеҙ тәмле, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!
 
Иң мөһиме - сама белеү мөһим! Һәр емеш һәм үләнде сама менән ҡулланығыҙ, артыҡ ҡулланғанда файҙалы түгел, зыяны тейеүе лә ихтимал.
 
 
 
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: