Йәмғиәт
10 Ноябрь 2024, 04:00

Изге күңелдән!

Әхмәр ауылында йәшәүсе ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ КӘРИМОВА Рәмзиә Әбделғәлим ҡыҙын күркәм байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Изге күңелдән!Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең!

Байрамың менән ҡотлап, һиңә иң матур һүҙҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Һин беҙҙең өсөн юл күрһәтеүсе яҡты йондоҙ, терәк, илһам сығанағы. Беҙгә ғүмер бүләк итеп кенә ҡалманың, ә яратырға, хәстәрләргә, изге эштәр эшләргә лә өйрәттең. Һинең был сифаттарың беҙгә тормошта кәрәкле йүнәлеш бирҙе. Беҙҙе бәләкәй генә нәмәләргә лә ҡыуанырға, көлөргә, ауырлыҡтарҙы еңергә һәм хыялдарға ирешергә өйрәттең.

Тәмле аштарың, йылы һүҙҙәрең, ауыр саҡтарҙағы ярҙамың, беҙҙе аңлауың өсөн һиңә оло рәхмәт белдерәбеҙ. Йортобоҙҙа йылы мөхит булдырҙың, беҙ бында һәр саҡ ҡайтырға ашҡынып торабыҙ. Һиңә, ҡәҙерлебеҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм яҡты киләсәк теләйбеҙ. Һине сикһеҙ яратабыҙ, һәр саҡ яныңда булырбыҙ, беҙгә күрһәткән изгелектәрең үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. 

Тыуған көнөң, әсәй, алып килһен
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар.
Беҙгә биргән йөрәк йылыларың
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур –
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә.


Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас