Гуманитар ярҙам ебәрелгән һайын, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн посылкалар әҙерләп ебәрҙек: йылы кейем, дарыуҙар һалдыҡ, госпиталдәгеләр өсөн дә посылка йыйылды, ҡатын-ҡыҙҙар йылы ойоҡтар бәйләне, маскировка селтәрҙәрен дә үреп ебәрҙек.
Әлеге ваҡытта окоп майшәмдәрен эшләй башланыҡ. Кемдәр ошо эштә ҡатнашып ярҙам ҡулын һуҙырға теләй, рәхим итеп килегеҙ! Шулай уҡ йылы кейем, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары һәм канцелярия тауарҙары алып килһәгеҙ яҡшы булыр ине.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Иң мөһиме: махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын.
Фото: https://vk.com/makarsdk