Йәмғиәт
5 Ноябрь 2024, 04:00

Быуындарығыҙ һыҙлаймы?

Һарымһаҡ майы ярҙамға килер! Ул бармаҡ быуындары һыҙлауына ла килешә. 

Быуындарығыҙ һыҙлаймы?Быуындарығыҙ һыҙлаймы?
Быуындарығыҙ һыҙлаймы?

150-200 грамм самаһы һарымһаҡты таҙартып, ит турағыс аша үткәрергә йәки ваҡ итеп турарға. 0,5 литрлы банкаға һалып, өҫтөнә таҙартылмаған үҫемлек майы (ниндәйе булһа ла ярай: көнбағыш, етен, зәйтүн) ҡойорға.

Ҡатнашманы ике аҙна ҡараңғы урында тоторға. Ваҡыты-ваҡыты менән банканы бер аҙ һелккеләп торорға. Ике аҙнанан һуң майҙы ике-өс ҡат марля аша һөҙөп алырға.

Ошо майҙы ауыртҡан урындарға һөртөп, йылынғансы ыуырға. Ул бармаҡ быуындары һыҙлауына ла килешә.

Май һалҡынсараҡ урында бик оҙаҡ һаҡлана ала. 

 
 
 
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас