Йәмғиәт
5 Ноября 2024, 09:00

“Беҙҙе Рәсәйгә һәм спортҡа һөйөү берләштерә”

2023 йылдың майында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында асылған “ЗАСПОРТ” фабрикаһы үҙ изделиеларын “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумында тәҡдим итте. Күләмле сара Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙҙы. Унда биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында - олимпия чемпиондары, спорт федерациялары етәкселәре бар ине. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙың күбеһе “ЗАСПОРТ” фабрикаһында тегелгән спорт формаһын кейгәйне.

Башҡортостандың баш ҡалаһындағы форумда фабрика продукцияһы һәм етештереү процесының ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән танышыу мөмкинлеге булды. Халыҡ алдында сумкашопперҙарға махсус ҡорамал ярҙамында Рәсәй Президентының, Рәсәйҙең спорт министрының, Башҡортостан Башлығының һәм Башҡортостандың спорт министрының цитаталары төшөрөлдө. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Яна Егорян Рәсәйҙең Спорт министрлығы етәксеһе Михаил Дегтярёвтың “Рәсәйгә һәм спортҡа һөйөү - ул беҙҙе берләштерә” тигән һүҙҙәрен һайлай.

Һөҙөмтәлә, министрлыҡ, федерация, клуб һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән 30 осрашыу ойошторола. Фабрика вәкилдәре өс көн эсендә 150 олимпиясыларҙы кейендерә, цитаталар яҙылған 1200 шоппер бүләк итә һәм дөйөм алғанда предприятиены халыҡ-ара кимәлдә таныштыра.

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған “Алға” – сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты сиктәрендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Заманса ҡорамалдар, уңайлы эш шарттары – нәҡ ошолар бөгөнгө заман кешеһен цехҡа йәлеп итергә һәләтле. Быларҙың барыһы ла “ЗАСПОРТ” фабрикаһында бар. “Аҡыллы” тегеү станоктары туҡыма киҫәктәре өҫтөнән килешле итеп йөрөй, артыҡ тауарҙы киҫеп ала. Ғәҙәти шарттарҙа быны эшләү өсөн өс тегенсе кәрәк булыр ине, ә бында бер машина эшләй.

- Цехта йылы, яҡты, уңайлы һәм иң мөһиме - эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Эшләүе бик ҡыҙыҡ, сөнки һәр саҡ белгестәребеҙ әҙерләгән яңы әйберҙәрҙе тегәбеҙ. Ҡорамалдар яҡшы, - тип һөйләй тегеү производствоһы операторы Әлфиә Смирнова.

Предприятие спорт командалары өсөн сифатлы кейемдәр етештерә һәм Рәсәй Олимпия комитеты, БР Спорт министрлығы менән хеҙмәттәшлек итә. 

- Бында беҙҙең махсус кейем һәм өҫ кейеме етештереү цехы, - ти предприятие буйлап экскурсия үткәргән башҡарма директор Александр Жернов. - Тәүҙә фабрика схемаһы бөтә ағымдар бер-береһен алмаштыра алырлыҡ итеп эшләнгәйне. Мәҫәлән, трикотаж әйберҙе тегеп бөтөүгә, ауыр туҡыманан тегергә кәрәк булған изделиеларға заказ килә. Станоктарҙы алмаштырабыҙ һәм йылы кейемдәр етештереүгә тотонабыҙ.

Александр Сергеевич һүҙҙәренсә, предприятие заказдар һәм сеймал менән тәьмин ителгән. Штат тулыһынса комплектланһа фабриканың йылына 564 мең изделие сығарыу мөмкинлеге бар. “ЗАСПОРТ”та ыңғай яҡтарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, кадрҙарға ҡытлыҡ бар, әммә предприятие етәкселеге төбәк властары ярҙамында был мәсьәләне хәл итә. Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре нигеҙендә уҡытыу үҙәктәре ойошторолған, унда үҙ һөнәрен алмаштырырға теләүселәр – бухгалтерҙар, товароведтар, шулай уҡ хужабикәләр ҡайтанан уҡый ала. Улар ике аҙна теорияны өйрәнә һәм тағы шул сама - предприятиела практика үтә. Фабрикала Стәрлетамаҡ, Ишембай
һәм Салауат ҡалалары халҡы уҡый һәм эшләй. Шулай уҡ “ЗАСПОРТ”та эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн экскурсиялар ойошторола. Күрше ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе предприятиеға алып барыу һәм алып ҡайтыу, шулай уҡ һығылмалы эш графигы ойошторолған. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән.

- Беҙ коллективтың һәр ағзаһын тыңларға һәм эш ваҡытын ойоштороу планында уға яраҡлашырға әҙер. Беҙҙең предприятиела эшләү - ул айырым йәшәү рәүеше икәнлеген аңлайбыҙ, - тип аңлата Александр Жернов.

Эш хаҡына килгәндә, ул килешеү буйынса башҡарыла. Норманы үтәгәндә тегеүсе 28-30 мең һум ала. Планды арттырып үтәгәндә эш хаҡы 40 мең һумға етергә мөмкин.

 

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

“Беҙҙе Рәсәйгә һәм спортҡа һөйөү берләштерә”
“Беҙҙе Рәсәйгә һәм спортҡа һөйөү берләштерә”
“Беҙҙе Рәсәйгә һәм спортҡа һөйөү берләштерә”
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас