Йәмғиәт
4 Ноября 2024, 04:00

Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ишембайҙар!Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!

Был дәүләт байрамы тәрән тарихи мәғәнәгә эйә. Ул төрлө быуын, милләт, социаль ҡатлам һәм дин кешеләрен — Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын берләштерә. Илебеҙ етди иҡтисади һәм тышҡы сәйәси проблемаларға юлыҡҡан осорҙа тыуған еребеҙҙең азатлығы, үҙаллы үҫеше һәм именлеге хаҡына беҙгә айырыуса берҙәм һәм көслө булыу мөһим.

Һеҙҙең тормошоғоҙҙа - эштә һәм уҡыуҙа, ғаиләгеҙҙә һәм дуҫтарығыҙ менән аралашыуҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм татыулыҡ булһын. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет,
күңел тыныслығы һәм именлек теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Айгөл БИКБУЛАТОВА, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

 

Фото: https://vk.com/id165102781;

https://vk.com/id616002772

Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!
Автор:
Читайте нас