Өфөлә Башҡортостандың төп символы булған Салауат Юлаев һәйкәлен реставрацияларға әҙерләнәләр. Был монументты скульптор Сосланбәк Тавасиев 1967 йылда эшләгән, ул – 10 метрлыҡ суйын атлы статуя, ауырлығы – яҡынса 40 тонна. Реставрация проекты тарихи-мәҙәни экспертизаны икеләтә уңышлы үтте, әле Башҡортостан дәүләт экспертизаһында баһалана.
Эксперт комиссияһы составына эксперт комиссияһы рәйесе Дарья Александровна Зайцева, эксперт комиссияһының яуаплы секретары Александр Михайлович Быков һәм эксперт комиссияһы ағзаһы Алексей Петрович Хорликов инә. Уларҙың барыһы ла мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә дәүләт экспертизаһын төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.
Һәйкәлде реставрациялау буйынса эштәр 2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ, ул Өфө бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ: был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Реставрация күпме ваҡыт аласаҡ, экспертиза нимә ти һәм төҙөкләндереү өсөн һәйкәлде ниңә пьедесталдан төшөрөргә кәрәк — беҙҙең материалда.
Һәйкәл авария хәлендә тип танылған 2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан мәҙәни мираҫы идаралығы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы.
Документацияны Ҡазандың “ТСНРУ” акционерҙар йәмғиәте эшләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтың “С.П.Бург һәм партнерҙар” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте
хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының таралыуы
күҙәтелә, һөҙөмтәлә металда ярыҡтар һәм коррозия барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә ярылған плиталар, сатнаған фрагменттар, масштаблы ышҡылыуҙар
күҙәтелә. Ҡурғандың ҡыры ныҡлы ултырған, таралған. Шулай итеп, һыбайлы скульптураһы ғына түгел, һәйкәл урынлашҡан пьедестал да, бейек ҡурған да ремонтҡа мохтаж. Төҙөкләндереү сараларын оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай.
Нимәләр эшләнәсәк?
Атты егеү кәрәк-яраҡтар элементтары тергеҙеләсәк - геометрик биҙәкле сүкелгән айыл формаһындағы күкрәксә тергеҙеләсәк, был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2005 йылда фирүзә төҫөнә үҙгәртелгән тарихи ҡараһыу һоро төҫмөрҙө ҡайтарыу планлаштырыла.
Һәйкәлдең ауырлығын күтәреп торған авария хәлендәге эске металл каркас та алмаштырыласаҡ. Постаментты ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер иш ҡара шымартылған гранит блоктар менән көпләйәсәктәр. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын тергеҙеүҙе һәм уны нығытыуҙы күҙ уңында тота.
«Алырға ярамай ҡалдырырға»
Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алып, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрациялау кәрәклеген раҫлай. Был һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле.
– Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышҡы ҡабығында 60-тан ашыу өлөш бар. Уларҙың эсендә швеллерҙарҙан һәм конструктив элементтар профиленән торған таяу каркасы урынлашҡан. Экспертиза буйынса, һәйкәлдең эске каркасын алмаштырырға кәрәк – уны яҡындан өйрәнеү, эстән күреү мөһим. Быны урынынан алмайынса эшләп булмай, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. - Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, уны һүтеп алмайынса ремонтлау хәүефле.
Бынан тыш, һәйкәл урынлашҡан ҡурғанды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла. Скульптураны алмайынса, был эштәрҙе тормошҡа ашырып булмаясаҡ. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һәйкәлде һүтеү һәм демонтажлау эштәрен хәүефһеҙ башҡарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
– Һәйкәлде алғанда скульптор реставрациялау сараларын тыныс башҡарасаҡ. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошманың “Ватан-әсә саҡыра!” һәйкәле менән реставрация эше тәжрибәһе бар, — тип билдәләне эксперт. Тап ошондай реставрацияның файҙаһы тураһында бөтә дәлилдәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостан халҡында “Ватан-әсә саҡыра!” һәйкәле урынында ремонтланды, ә ниңә башҡорт геройын мотлаҡ цехҡа алып барырға кәрәк, тигән һорау тыуа.
- Волгоград скульптураһын ремонтлау башлыса тышҡы өлөшөндә үткәрелде. Бынан тыш, скульптураның әле урынлашҡан ерендә үк бетондан ҡойолоуы ла һүтеп алыуға ҡамасауланы. Был айырым осраҡ, - тип һөйләне 40-тан ашыу монументаль композиция авторы, билдәле скульптор Салауат Щербаков.
Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялау бик күп өҫтөнлөктәргә эйә, тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ.
- Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. Тимәк, оҫтаханала ул бөтә художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыһынса тергеҙелә ала. Урамда һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа кире йоғонто яһай. Өҫтәүенә, постаментты һәм ҡурғанды ремонтлау кәрәклеге мәсьәләһе лә киҫкен тора, — тип һөйләне ул.
Һәйкәлдәрҙе һүтеү — киң таралған тәжрибә
Күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрация ваҡытында һүтеп алына. Билдәле “Эшсе һәм колхозсы” скульптураһын 2004 йылдың октябрендә ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр — ул ярым емерелгән металл өйөмө хәлендә ине. Скульптураға тутыҡ шул тиклем тәрән үтеп инә, уны хатта тергеҙеү өсөн 40 өлөшкә бүлергә тура килә. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа ҡуйыла.
Ҡыҙыл майҙанда урынлашҡан Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәлдәре лә ошондай уҡ яңырыу юлдарын үтә. Боронғо һәйкәл халыҡтан йыйылған аҡсаға төҙөлә, уны эшләү 1812 йылдағы Ватан һуғышы ваҡытында ла дауам иткән.
Ошондай ысул менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле лә төҙөкләндерелә. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла, сит илдәрҙә лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, 2017 йылда Лондонда Елизавета башняһын, ул Биг Бен булараҡ билдәле, һүтеп алып реставрация яһайҙар. Ремонт эштәре биш йыл дауам итә.
Салауат Юлаев һәйкәлен “кире ҡуйырға онотоу” мөмкин түгел
Һәйкәл алып ташланасаҡ, урынына ҡайтарылмаясаҡ, тигән имеш-мимештәр нигеҙһеҙ. Был турала борсолорға кәрәкмәй. Һәйкәлде тергеҙеү буйынса эш Өфөлә алып барыласаҡ. Бының өсөн баш ҡалала бөтә шарттар ҙа бар. Салауат Юлаев һәйкәле республиканың айырылғыһыҙ символы булып тора. Күп кенә рәсәйлеләр өсөн Башҡортостан тап Салауат Юлаев исеме һәм уның һәйкәле менән бәйле. Батыр образы Башҡортостан халҡы тормошоноң бөтә өлкәләренә лә үтеп ингән. Уның исеме
менән күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, райондар, ҡалалар аталған. Украинала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда урамдар милли геройыбыҙҙың исемен
йөрөтә. Салауат Юлаев исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы ла данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған.
Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, уның сиктәрендә Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үткәрелә. 2024 йылдың йәйендә
батырҙың тыуған ерендә – Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.
Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн батырҙың образы һәм иҫтәлеге генә мөһим түгел. Республиканың рәсми гербында ҡалҡып сыҡҡан ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле урын алған. Был символдар һәм объекттар Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн әһәмиәтен даими иҫкә төшөрөп тора.
Хатта заман геройҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ бәйләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге айырым әһәмиәттәге ике башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Батальондарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Донбасс һәм Курск өлкәһендә хәрби заданиеларҙы батырҙарса башҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халыҡ батыры Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов менән бер рәттән батырҙар пантеонына инә. 1941 йылда совет экрандарына Рәсәй киноһының башында торған Яков Протазанов ижад иткән “Салауат Юлаев” нәфис фильмы сыға.
Башҡортостандың милли батыры образы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә әүҙем ҡулланылған. 1943–1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли батыры исемен рәсми йөрөткән ике хәрби часть — бронепоезд һәм артиллерия полкы булған. Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов һалдаттары алдында сығыш яһағанда: “Салауаттың тоҡомдары сигенә белмәй!”- тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡулланған.
Ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙе милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға булышлыҡ итеүсе киләсәккә инвестиция һалыу менән сағыштырырға мөмкин. Ул һәйкәлде тәүге ҡиәфәтенә һәм тарихи статусына ҡайтарыу мөмкинлеген бирә, уның республика символы булараҡ ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе:
- Һәйкәлде реставрациялауҙың кәрәклеге буйынса эксперттар менән тулыһынса килешәм. Был уникаль һәйкәл - республикабыҙҙың һәм баш ҡалабыҙ Өфөнөң символы. Беҙ һәйкәлдең торошо менән борсолабыҙ. Уны яңыртыу кәрәклегенә бер ниндәй ҙә шик юҡ. Тергеҙелгән Салауат Юлаев һәйкәле киләсәктә лә Башҡортостандың баш ҡалаһының һәм бөтә республиканың лайыҡлы биҙәге булыр, тип ышанам.
Салауат СОЛТАНМОРАТОВ, Ишембай ҡалаһы Советы рәйесе:
- Салауат Юлаев һәйкәле Өфө – ҡалаһының визит карточкаһы, республиканың милли мираҫы. Батыр Башҡортостан флагында һынландырылған. Төньяҡ Осетияның һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиевтың эше 1967 йылдың 17 ноябрендә асылған – шунан бирле күпме йыл үткән. Әлбиттә, ваҡыт үтеү менән ул яйлап емерелә бара. Һәйкәлде киләсәк быуын һәм күп милләтле халыҡ өсөн һаҡлау мөһим. Уның йөҙәр йыл тороуын һәм һәр саҡ Башҡортостандың символы булыуын теләйем.
Әлфиә ТИМЕРБУЛАТОВА, мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
- Салауат Башҡортостан өсөн – илаһи исем, Салауат – герб, Салауат – ҡала, Салауат – һәйкәл, Салауат – хоккей командаһы... Салауат Юлаев һәйкәле республиканың
күп һанлы милләте өсөн азатлыҡты, ҡаһарманлыҡты, Ватанға сикһеҙ һөйөүҙе һәм милли мираҫты һынландырыу күренеше булып тора. Һәйкәл Башҡортостанда ғына түгел,
Уралда һәм Рәсәйҙә үҙенсәлекле булып иҫәпләнә. Ул – Европала атты һынландырған иң ҙур һәйкәл. Өфөгә килеүсе һәр кеше Салауат Юлаевтың монументаль һәйкәлен күрә ала, был беҙҙең халыҡ өсөн оло ғорурлыҡ. Баш ҡалаға килеп ингән урында һәр ваҡыт атта һыбай сапҡан Салауатты күҙҙәрем менән эҙләйем. Ул миңә ошо саҡта ышаныс өҫтәй. Эксперт комиссияһының ғаризаһы буйынса, беҙҙең милли мираҫыбыҙ авария хәлендә. Республиканың уны һаҡлау буйынса хәстәрлек күреүен мөһим һәм дөрөҫ аҙым, тип уйлайым. Ошоға битараф ҡалыу яманыраҡ хәлдәргә килтереүе ихтимал, шул саҡта киләсәк быуынға ниндәй тарих ҡалдырырбыҙ?
Гөлнур Артыҡаева фотолары.