Өйрәк өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки өйрәк йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр.
Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән өйрәк өмәһе Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Минзилә менән Рауил Муллагилдиндар ғаиләһендә шаулап-гөрләп үтте.
- Ярҙамға әхирәттәрем йүгереп килеп етте. Мәҙәниәт йортонда төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөүсе ҡыҙҙарым һәр саҡ сафта, - тип уртаҡлашты Минзилә Муллагилдина.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш "һә" тигәнсе эшләнеп тә бөттө.
Өйрәк өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, эште тиҙ ыратып, теүәлләп тә ҡуйҙы уңған өмәселәр.
Өмәләр гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә.
- Өмәселәргә ҙур рәхмәт! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, имен-һау ашарға яҙһын! Илебеҙгә тиҙерәк именлек килһен, донъялар тынысланһын, - тип рәхмәтен белдерҙе йорт хужалары.
Фотолар Муллагилдиндар ғаиләһе архивынан.