Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь , 21:00

Һолоноң файҙаһын татығандар бик күп

“Ҡыш буйы сәй урынына эстем. Былтыр ҙа эскәйнем. Ҡан баҫымы менән ыҙаламаным. Йәй буйы үҙемде еңел һиҙҙем. Ғөмүмән, организмды яҡшы таҙарта”, – тип яҙҙы Рәмзиә. 

Интернетта хәҙер ниндәй генә рецепт, ниндәй генә ауырыуҙан дауа юҡ! Һолоноң шифалы үҙенсәлектәре, унан эшләнгән төнәтмәнең, буҙаның файҙаһы тураһында ла әллә күпме мәғлүмәт табырға була. Бына Салауат районынан Хәлиҙә исемле ҡатындың яҙмаһы бик фәһемле.

“Инәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна. Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: “Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урынға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға туғыҙ ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитәнең ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк”.

Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырауҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. Инәйем 90-ды үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны. Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынлап та, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан-эсәк трактын дауалайҙар. Һоло һаламы төнәтмәһенән ванналар фалиждан, ревматизмдан, дерматиттан ярҙам итә”.

Был яҙмаға ҡарата ҡалдырылған комментарийҙар ҙа үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Рәмзиә Сафуанова: “Ҡыш буйы сәй урынына эстем. Былтыр ҙа эскәйнем. Ҡан баҫымы менән ыҙаламаным. Йәй буйы үҙемде еңел һиҙҙем. Ғөмүмән, организмды яҡшы таҙарта”, – тип яҙа.

Филүзә Бәшәрова: “Бер стакан һолоны бер литрлы термосҡа төнгөлөккә һалам. Иртәнсәк торғас та ошо төнәтмәне бер стакан эсәм, ҡалғанын – көн дауамында”, – тип үҙ рецебын тәҡдим итә.

Һолоноң файҙаһын Зөһрә Ғәҙеләева ла билдәләй: “Мин дә файҙаһын ныҡ тойҙом, организм йәшәреп китә, көс-дәрт артҡандай тояһың үҙеңде!”

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: