Йәмғиәт
24 Октябрь 2024, 09:00

Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән

Ишембай районы Этҡол ауылынан 91 йәшлек Талха Яҡупов үҙенең «Урал» мотоциклын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәргән. 

Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргәнАҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән
Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән

Яҡташыбыҙҙың ошо аҙымы тураһында муниципалитет хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

«Талха Әбүталип улы быуынына өлкәндәр менән бер рәттән һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы күтәрергә тура килә, шуға ул тыныс ваҡыттың ҡәҙерен яҡшы аңлай. Бындай ҡарарҙың сәбәптәрен һорашҡас, ул беҙгә ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирҙе: «Тыуған илде һаҡлау өсөн!», – тиелә Ишембай районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Минең әле тик торған ауыр һәм ҡеүәтле ике тәгәрмәсле техникам Донбастың фронт юлдарында башҡорт яугирҙәренә нығыраҡ кәрәк, тип иҫәпләй аҡһаҡал.

«Үҙем Ватанға хеҙмәт итә алмайым инде, әммә уны һаҡлаусыларға ярҙам күрһәтерлек мөмкинлегем бар!» — тип билдәләне Талха Яҡупов.

Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән
Аҡһаҡал яугирҙәргә мотоцикл ебәргән
Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас