Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь , 21:00

Яҡындарыңдың йылмайыуы һәм ҡосағы - ҙур бүләк

Ҡатыныңды, ҡыҙҙарыңды ҡосағыңа алыу, улың менән күңелең булғансы һөйләшеү... Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Жека” ҡушаматлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялын ғаиләһе менән үткәрә.

Яҡындарыңдың йылмайыуы һәм ҡосағы - ҙур бүләк
Яҡындарыңдың йылмайыуы һәм ҡосағы - ҙур бүләк

Был ғаилә тураһында беҙ ете ай элек яҙғайныҡ. Ул саҡта яҡташыбыҙ күп бала атаһы һәм эшенән бронь булыуына ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға хәрби бурысын үтәргә киткәйне. Һәм бына яугир күптән көтөлгән ялға ҡайтты.

Яҡташыбыҙҙың ғаиләһе менән үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында осраштыҡ.

- Беренсе булып атайҙарын балалар ҡаршы алды, мин был ваҡытта эштә инем, – ти яугирҙың ҡатыны Любовь. - Уның ҡасан ҡайтырын аныҡ ҡына белмәй инек. Эш көнө башында иремдән “Мин ҡалала” тигән хәбәр алдым. Тулҡынланыуҙан, шатлыҡтан ҡалтырана башланым, эштән иртәрәк китә алмаясаҡмын бит, тип уйланым, тиҙерәк осрашырға теләнем!

Любовь – ҡалалағы колледждарҙың береһендә педагог булып эшләй һәм үҙенең шатлығын студенттар менән уртаҡлаша.

- Мине вахтаға саҡырҙылар, шул ваҡытта гөлләмә тотҡан ирем күренде. Студенттарыма рәхмәт, улар беҙҙең романтик осрашыуҙы смартфонға төшөргән, - ти яугирҙың ҡатыны. - Әлбиттә, тормош иптәшемде бер кем дә ебәрергә теләмәне, уны дүртенсе курс студенттары менән осрашыуға саҡырҙылар. Йәштәрҙең уға ҡарата мөнәсәбәте бик тулҡынландырҙы. Малайҙар яугирҙарҙың ҡайҙа йәшәүе, нимә ашауҙары һәм башҡа күп һорауҙарын бирҙе. Ғөмүмән, ирем махсус хәрби операцияла булған ваҡытта коллегаларым һәм студенттарым миңә ҙур мораль ярҙам күрһәтте.

Әңгәмәсем әйтеүенсә, ире алғы һыҙыҡтан шылтыратҡан саҡта уға студенттар менән дәрестәрҙе бер аҙға туҡтатып торорға ла тура килә. Улар һөйләшкәндә аудиторияла бер тауыш та сыҡмай, барыһы ла бындай шылтыратыуҙарҙың бик һирәк булыуын аңлай.

- Яҡындарыңа тик буш ваҡытта ғына шылтыратырға мөмкин, ә алғы һыҙыҡта ул юҡ тиерлек, - тип һөйләй “Жека”. 

Яҡташыбыҙ башҡорт хәрби подразделениеларының береһендә хеҙмәт итә. Уның бурыстарына алғы һыҙыҡта яугирҙарҙы өҙлөкһөҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү инә. Көн һайын йәйәүләп 15 километр юл үтергә тура килә. Йыш ҡына юл ут аҫтында үтә, дрондар ҙа эшләргә ирек бирмәй.

- Унда һәр ваҡыт өҫкә ҡарарға кәрәк, быны беҙ йәш яугирҙарға ла өйрәтәбеҙ, – ти “Жека”. Иң хәүефле пилотһыҙ аппарат тип “Баба Яга” һанала, ул бер үк ваҡытта бер нисә мина ташлай ала. Беҙ уның һөжүмен үҙебеҙҙә кисерҙек. Блиндаждан ашығыс рәүештә китергә тура килде, сөнки ярты сәғәттән һуң дрондар кире ҡайта.

Махсус хәрби операциялағы һәр көн – ул үҙеңдең, иптәштәреңдең, тыныс халыҡтың ғүмере өсөн көрәш. Ишембайҙан ике мең километр алыҫлыҡта булған азат ителгән территорияларҙа “Жека” яҡташтарын да осрата.

- Бер ауылда мин оло йәштәге пар менән таныштым, улар элек Ишембайҙа йәшәгән. Әммә хәрби хәрәкәттәр башланғас, өйҙәрен ҡалдырып, Башҡортостанға ҡайтырға теләмәгәндәр, - тип һөйләй “Жека”. - Тыныс халыҡ йыш ҡына Рәсәй һалдаттарына рәхмәт белдерә. Күптәр снарядтар емергән йорттарын төҙөкләндерә һәм Рәсәй ғәскәрҙәренең дошманды еңәсәгенә, тиҙҙән тыныслыҡ килеренә ышана.

Ишембай яугирының хәрби тәжрибәһен һәм хеҙмәтен полк командованиеһы ла баһалай - батырлығы өсөн хәрби хеҙмәткәргә рәхмәт белдерелә. Әммә күп балалы атай өсөн яҡындарының шат йылмайыуы һәм ҡосағы төп бүләк булып тора. Любовь әйтеүенсә, тормош иптәшенең ялға ҡайтыуын ғаилә түҙемһеҙләнеп көтә. Көн һайын өҫтәлдә иренең яратҡан ризыҡтары әҙерләнә, ял көндәрен бергәләп уҙғарыу пландары ла әҙер. Йола буйынса ғаилә күмәкләп сәйәхәт итергә, балаларына яңы ҡыҙыҡлы урындарҙы күрһәтергә ниәтләй.


Әгәр һеҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләһәгеҙ, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссариатына: Ишембай ҡалаһы, Урал урамы, 77, тел.: 3-37-72; +7-937-667-76-66, шулай уҡ күп функциялы хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә: Ишембай ҡалаһы, Гагарин урамы, 1, тел.: 2-97-23; 4-26-66 (өҫтәлмә 33400) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Елена Алексеева
Читайте нас: