Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь , 15:00

“Экология өсөн беҙ тыныс”

“Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы яңы резиденттың пландары хаҡында

“Экология өсөн беҙ тыныс”
“Экология өсөн беҙ тыныс”

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған “Алға” – сәскә атҡан Башҡортостанға” проекты сиктәрендә беҙ махсус иҡтисади зона биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар тураһында баҫмаларҙы дауам итәбеҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда булдырылғайны.

- Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы эшләй. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Төҙөлөш эштәре бара

Бөгөнгө көндә “Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы ҡайһы бер компаниялар үҙ эшен башланы, ә ҡайһылары төҙөлөү өҫтөндә. Мәҫәлән, “Дога” Финанс төркөмө объекттарын төҙөү буйынса эштәр дауам итә. Ул инвестициялар күләме буйынса махсус иҡтисади зоналағы өсөнсө урында торған предприятие. Тәүге икәүһе - “Фарус-Синтез” һәм “М Синтез”дың инвестиция күләме 14,7 миллиард һум һәм 5,6 миллиард һум тәшкил итә.

“Дога” Финанс төркөмө нефть крекингы процесында барлыҡҡа килгән газ ҡалдыҡтарын хуш еҫле углеводородтар итеп эшкәртергә ниәтләй. Производство идеяһы 2019 йылда барлыҡҡа килә, артабан өс йыл дауамында фәнни

тикшеренеүҙәр үткәрелә. 2020 йылдың ноябрендә инвестор “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденты статусын ала һәм инфраструктура булдыра башлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, предприятие Наумовка ауыл Советы биләмәһендә теркәлгән – Башҡортостанда резиденттарға ошондай талаптар ҡуйылған.

Идеяны булдырыу һәм тормошҡа ашырыу барышында “Газпром нефтехим Салауат” эре нефть химияһы предприятиеһының яҡында ғына урынлашыуы хәл иткес роль уйнай. Нефть эшкәртеү ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ газдар ҡиммәтле сеймал булып тора, әммә улар бер ҡайҙа ла файҙаланылмай, ә хәҙер был ҡалдыҡтар ҡулланыласаҡ. Предприятиеның ҙур заводҡа яҡын урынлашыуы ла өҫтөнлөк бирә, мәҫәлән, өлөшләтә юлдарҙың һәм инженер селтәрҙәренең булыуы. Әлбиттә, күп нәмә төҙөргә тура киләсәк, әммә булған инфраструктура объекттары сығымдарҙы ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирәсәк

Салауат комбинаты – оло ағай кеүек

- Предприятиены ҡола яланда төҙөү маҡсатҡа ярашлы түгел, - ти “Дога” Финанс төркөмөнөң генераль директоры урынбаҫары Иван Панкратов. – Беҙҙең өсөн “оло ағай”ҙың - Салауат комбинатының булыуы мөһим, уның өҫтәмә етештереү продукттары бар. Уларҙың береһе беҙҙең предприятие өсөн сеймал булып торасаҡ. Ә тиҫтә йылдар буйы төҙөлгән юл һәм тимер юл станцияһы инфраструктураһы төҙөлөштө арзанайтасаҡ һәм ябайлаштырасаҡ. Башта проекттың хаҡы 2,6 миллиард һумға баһалана, әммә санкция баҫымы, логистик сылбырҙарҙың үҙгәреүе һәм хаҡтарҙың артыуы арҡаһында проекттың бюджеты 4,8 миллиард һумға тиклем күтәрелә. Шуларҙың ике миллиард һумын инвестор үҙ средстволары иҫәбенә һаласаҡ, тағы ике миллиардын Сәнәғәтте үҫтереү төбәк фондының льготалы займы тәшкил итәсәк. Шулай уҡ предприятие льготалы банк кредиты менән файҙаланырға ниәтләй. Иван Панкратов һүҙҙәренсә, предприятие финанс яҡтан тәьмин ителгән.

Тиҫтә йылдарға иҫәпләнгән

Ул шулай уҡ төҙөлөш барышының нескәлектәре тураһында ла һөйләне:

- Килтерелгән барлыҡ ҡорамалдар Рәсәйҙә етештерелгән. Мәҫәлән, буласаҡ биналар өсөн конструкциялар, өрлөктәр “Дога” Финанс төркөмөнә  ингән «Салауатметалл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләнгән. Ул металды коррозияға ҡаршы ҡайнар цинклау юлы менән эшкәрткән республикалағы берҙән-бер предприятие. Конструкцияларыбыҙ 40-50 йыл хеҙмәт итһен һәм тутыҡмаһын өсөн беҙ уларҙың ҡеүәтен ҡулландыҡ. Шулай уҡ инженер селтәрҙәрен тиҫтә йылдарға етерлек итеп һалабыҙ, сөнки махсус иҡтисади зонаға ерҙәрҙе ҡуртымға алыу килешеүе ғәмәлдә булған бөтә ваҡыт дауамында үҫешергә һәм киңәйергә ниәтләйбеҙ, ә ул 49 йыл тәшкил итә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: төҙөлөш өсөн участканың дөйөм майҙаны 37 гектар, әлегә 13 гектар йәлеп ителгән. Хуш еҫле углеводородтар төрлө ароматик берләшмәләр – нитробензол, хлорбензол, анилин, фенол алыу өсөн башланғыс продукт булараҡ ҡулланыла, уларҙан дарыуҙар, буяуҙар, пластмассалар, ағыулы химикаттар һәм башҡалар алына.

- Киләсәктә “Дога” Финанс төркөмө сит ил етештереүселәре киткәндән һуң ил баҙарын тулыһынса тәьмин итә аласаҡ, – тип аңлатты БР Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Хәүефһеҙлекте эксперттар тикшерәсәк

Предприятиеның экологик яҡтан таҙа булыуына килгәндә, төҙөүселәр уның тирә-яҡ мөхитте зарарламаясағына ышана.

– Проектты төҙөү этабында дәүләт экспертизаһы үткәрелә, шул иҫәптән сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса, ә объектты сафҡа индергәндә беҙҙең предприятиены Сәнәғәт министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре тикшерәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Иван Панкратов. - Проектты төҙөгәндә бөтә һаҡланыу саралары һалынған. 2020 йылда беҙҙең идея эргә-тирәләге ҡалаауылдарҙа йәшәүселәрҙең иғтибарын уятты. Беҙ граждандар йыйылышы үткәреп халыҡҡа төбәк экологияһының насарайыуы тураһындағы хәүефте кәметеү өсөн предприятиела ниндәй продукция сығарасағыбыҙ, ниндәй эштәр буласағы тураһында аңлатырға тырыштыҡ.

Бынан тыш, беҙ экологик экспертиза үттек, уның һөҙөмтәләре Наумовка ауыл Советы сайтында баҫылған. Документтар менән теләгән һәр кем таныша ала.

Предприятие Салауат комбинатының санитар зонаһы эсендә урынлашҡан, заманса стандарттарға ярашлы үҙенең километрға һуҙылған һаҡлау зонаһы бар.

- Төҙөлөш этабында уҡ квартал һайын механизмдар, машиналар эшенә экологик мониторинг үткәрелә, ул ҡеүәттәрҙе файҙаланыуға тапшырғандан һуң да дауам итәсәк. Проект документацияһында тирәяҡ мөхитте һаҡлауҙың айырым бүлеге бар. Уға ярашлы, беҙ ике тапҡыр инженер эштәренең дәүләт экспертизаһын үттек, икеһендә лә эксперттар ыңғай һығымта бирҙе, шуға күрә был мәсьәләлә беҙ тыныс, – тип ышандырҙы Иван Панкратов.

- Проектты тормошҡа ашырыу “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ”, “Фән”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” кеүек милли проекттарҙың маҡсаттарына яуап бирә, - тип өҫтәне генераль директор урынбаҫары.

Ароматик углеводородтарҙы эшкәртеү буйынса заводты 2025 йылдың беренсе кварталы аҙағында – икенсе кварталы башында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Предприятиела 117 яңы эш урыны булдырылыуы көтөлә.

Башҡортостанда сәнәғәт предприятиеларына дәүләт ярҙамы саралары эшләй. 2024 йылда был маҡсатҡа өс миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта федераль үҙәк 852,6 миллион һум бүлә. “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәтте үҫтереү һәм уның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү” дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуға 2,181 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 297,2 миллион һум.


Автор фотолары.

 

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

“Экология өсөн беҙ тыныс”
“Экология өсөн беҙ тыныс”
“Экология өсөн беҙ тыныс”
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас: