Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь , 14:00

Тормош һуҡмаҡтары буйлап алға табан

Тыуып үҫкән ерендә ерегеп, уға тоғролоҡ һаҡлаған, фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәт юлы үткән абруйлы ир-уҙамандар, ғаилә усағын һүрелтмәй тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә һоҡландыра. Ауыл төҙөклөгөнән генә лә урындағы халыҡтың ни тиклем уңған, йүнсел икәнен күрергә була.

Тормош һуҡмаҡтары буйлап алға табан
Тормош һуҡмаҡтары буйлап алға табан

Уразбай ауылы был тәңгәлдә башҡаларға ла өлгө булырлыҡ икәненә иманым камил. Бында бик күркәм кешеләр, егәрле ғаиләләр йәшәй. Шундайҙарҙың береһе, өс бала тәрбиәләп үҫтергән Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙы һәм Юнир Сәйфулла улы Исхаҡовтар хаҡында һүҙебеҙ. Өлгөлө, уңған ғаилә менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ Уразбай ауылына юлландыҡ. Исхаҡовтарҙың күркәм йорттары Баз йылғаһының Һәләүеккә ҡушылған тармағында урынлашҡан. Йылғала 40-тан артыҡ ҡаҙҙары ла йөҙөп йөрөй.

Аралашыу башында уҡ Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙы һәм Юнир Сәйфулла улының ун йыл буйы бер класта уҡыуҙарын белеп ҡалдым. Әңгәмәбеҙ өҫтәл тулы табын артында дауам итте.

- Әсәйемдең миңә оҡшағанһың, математиканы яҡшы беләһең, тип маҡтағаны хәтерҙә. Контроль эште 15 минут эсендә эшләйем дә, сығып китә инем, тип һөйләй торғайны ул. Әсәйем Маҡарҙа уҡыған, 9-сы класта каникулға ауылына ҡайтҡанда аяғына ла кейергә булмаған. Шул арҡала уҡырға ла кире бара алмаған. Мәктәпте уҡып бөтһәм, мотлаҡ математик булыр инем, тип әйткәне иҫемдә. Алтынсы класта беҙҙе математиканан Салауат Абдулхаҡ улы Камалов уҡыта башланы. Ул был фәнде беҙгә шул тиклем ентекле аңлата торғайны. Беҙ уҡытыусыбыҙҙың ауыҙына ғына ҡарап ултыра инек. Төштән һуң Салауат Абдулхаҡ улы менән математика буйынса түңәрәктә шөғөлләнәбеҙ. Һигеҙенсе кластан ситтән тороп Мәскәү ҡалаһындағы Ломоносов исемендәге математика мәктәбендә уҡыныҡ. Мәскәүҙән беҙгә конверт менән күнегеүҙәр ебәрәләр, уларҙы эшләп ебәрәбеҙ. Уҡып бөткәс беҙгә таныҡлыҡ бирҙеләр. Класта иң бәләкәйе Юнир, ә иң ҙуры мин инем. Мәктәптә уҡығанда класс етәксебеҙ һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Фәрүәз Абдрафиҡ улы төрлө әҫәрҙәрҙән өҙөктәр ҡуйҙыра ине. Шулай бер спектаклдә Юнир - бабай булһа, мин - әбей ролендә уйнаным. Аҙаҡ бер-беребеҙҙән көлөп, әбей-бабай тип йөрөтә башланыҡ, - тип иҫләй мәктәп йылдарын Гөлназ ханым.

Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙы ауыл мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ә Юнир Сәйфулла улы мәктәпте тамамлағандан һуң, әрме сафына алына, Нахичеванда танкист булып хеҙмәт итә. Юнир ағай хәрби хеҙмәттән класташына дуҫтарса хаттар яҙа, байрамдар менән ҡотлап открыткалар ебәрә. Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙы ла хаттарҙы яуапһыҙ ҡалдырмай. Уңған хужабикәнән нисек ғаилә ҡороп ебәреүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Студент ҡыҙ дүртенсе курста уҡығанда, экзамен алдынан Уразбайға ҡайта. Был ваҡытта әрменән Юнир ағай ҙа ҡайтып төшкән була. Шул уҡ көндө егет һөйгән ҡыҙының ҡулын һорай. Класташы, ике туған булған Азалия ла “Ун йыл бергә уҡыныҡ, уның нисек икәнен яҡшы беләһең, әйҙә ризалаш”, тип өгөтләй. Имтихандарын тапшырып ауылға ҡайтҡас егет ҡыҙҙы һоратырға килә, ул риза була. Йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Ҡулына диплом алғас йәш белгесте йүнәлеш буйынса Салауат ҡалаһындағы 15-се мәктәпкә математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Ә Юнир ағай “Салауатнефтеоргсинтез” предприятиеһына оператор булып эшкә урынлаша. Тәүҙә ҡуртымға фатир алып торһалар, артабан йәштәргә ятаҡтан бүлмә бирәләр. Исхаҡовтарҙың бербер артлы ике балалары донъяға килә.

Тик йәштәрҙе тыуған ауылдары үҙенә тарта. Юнир ағайҙың атаәсәһе лә ауылда эш тә, йәшәргә урын да була, тип өгөтләй. Алты йыл Салауатта йәшәгәндән һуң йәштәр Уразбайға ҡайта. Юнир ағай - колхозда быҙау ҡараусы, ә Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙы мәктәптә эшләй. Һуңынан Әсеялан ауылында мәктәп асыла һәм уҡытыусы талап ителә. Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙын эшкә барырға өгөтләйҙәр. Исхаҡовтар үҙ-ара һөйләшкәндән һуң, Әсеяланға күсенеп китергә риза булалар. Уларға йорт та бирәләр. Йорттоң бер яғында мәктәп булһа, икенсе яғында йәштәр йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Ларисаға ете йәш булһа, Илшатҡа биш йәш ярым була. Бәләкәйен өйҙә ҡалдырып булмағанға күрә, икеһе лә бер класҡа уҡырға бара. 1993 йылда өсөнсө ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. 1994 йылда күп балалы Исхаҡовтар ғаиләһе Уразбайҙа ҙур йорт һала. Гөлназ Абдрафиҡ ҡыҙы Уразбай мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Аҙаҡ мәктәп 10 йыллыҡҡа әйләнгәс, уны математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йылдан тәжрибәле уҡытыусыны мәктәп директоры итеп үрләтәләр. Юнир ағай колхозда бригадир, мәктәптә оператор вазифаһын башҡара, колхоз бөткәс, фермерсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Исхаҡовтар сөгөлдәр, кишер, һуған, бәрәңге үҫтереп һата. Һуңынан “Башнефть» берекмәһенең Ишембай быраулау эштәре идаралығына тракторсы-бульдозерсы, Ишембай технологик транспорт идаралығында бульдозерсы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшһеҙ ултырырға яратмаған Юнир ағай комбинатҡа һаҡсы булып урынлаша һәм әле лә шунда хеҙмәт итә.

Ғаилә - киләсәк быуын өсөн үрнәк, камиллыҡҡа ынтылыу, үҙеңдән һуң һиңә доға ҡылырлыҡ һәм һинең дауамсыларың булырлыҡ нәҫел ҡалдырыу. Исхаҡовтарҙың өс балаһы ла хәҙер инде тормошта үҙ урынын тапҡан, һәр береһенең ғаиләһе бар. Өлкән ҡыҙҙары Лариса Көйөргәҙе районында йәшәй һәм теш табибы булып эшләй. Улдары Илшат Күмертау авиация институтын тамамлаған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Төпсөктәре Гүзәл ситтән тороп нефть колледжында белем ала. Барыһы ла йорт һалып ингәндәр.

Хәҙер инде олатай-өләсәй булған Исхаҡовтар дүрт ейәнсәр һәм өс ейәндәре менән бәхетле. Улар ялдарында яратҡан олатай-өләсәйҙәренә ҡайтып йөрөй. Олоғайған көнөңдә балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле олатай-өләсәй булып тиң ҡартайыуҙары – үҙе бер бәхет бит ул.

Уңған ғаилә аҙбар тулы мал тота, баҡса тулы еләк-емеш үҫтерә. Етмәһә, күптән инде ҡортсолоҡто ла үҙ иткәндәр. Юнир ағайҙың ҡорттан аллергия булһа ла, үҙең эш итеп әҙерләгән балға ни етә инде тип, был шөғөлдө лә бер ҙә ташламайҙар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине, тигән уйымды тойғандай: «Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. 43 йыл ҡырҡ өс көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән», - тине улар.

Ҡулға ҡул тотоношоп, бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, күңелһеҙлектәрҙе бергә үткәреп, бер-бер артлы балалар үҫтереп, олатай-өләсәй булыу бәхетен татып йәшәүҙәренә 4 тиҫтә йыл ғүмер булып та киткән. Бербереңде аңлау, хөрмәт итеү – был ғаилә уңышының нигеҙе. Исхаҡовтар тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Һәр яңы көн уларға тик ҡыуаныстар алып килһен, именлек һәм артабан да тигеҙ ғүмер теләйек.


Фото Исхаҡовтарҙың ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: