Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь , 13:00

КӘЛӘШ ӘЙТТЕРГӘНДӘ

Ауылда йәшәгән ҡустыма ҡунаҡҡа барып, өҫтөмдәге юл туҙанын ҡағып та өлгөрмәнем, өй тултырып шаулап-лауылдап күптәнге танышым Уйылдан Хәлилов килеп инде лә мине киң ҡосағына йомарланы: «Ҡайтҡаныңды ишеттем дә килә һалып еттем. Ни хәл, именлекме, ҡорҙаш?» Йәшлектә аралашҡан танышымды күреүгә ҡыуанып киттем. Шулай булмай тағы, ҡырҡ йылға яҡын осрашҡаныбыҙ, күрешкәнебеҙ юҡ ине бит. Беҙ башта университеттың тел факультетында бер төркөмдә уҡыныҡ, дөйөм ятаҡта күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Сығышыбыҙҙың ауылдан, тәбиғәттән булыуы, кимәлебеҙҙең, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙҙың, ынтылыштарыбыҙҙың тап килеүе яҡынайтҡандыр арабыҙҙы.

КӘЛӘШ ӘЙТТЕРГӘНДӘ
КӘЛӘШ ӘЙТТЕРГӘНДӘ
Тәү осрашыуҙан уҡ, күптәнге таныштарҙай, һин дә мин аралашып алдыҡ та киттек. Уйылдан тәү ҡарашҡа киләсәктә аласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлаған һымаҡ ине; телде таҙа, тамырынан белә, урынлы ҡулланып һөйләшә, яҙған-һыҙғандары ла уҡымлы, килешле, шуға ла уҡытыусыбыҙ уны һәр саҡ беҙгә өлгө итеп ҡуя. Яңылышҡанбыҙ икән, алдынғы студентыбыҙ ике йыл уҡығандан һуң, йәйге сессия имтихандарын уңышлы тапшырып, йылды тамамланы ла, шунса ваҡытты бушҡа сарыфлауы менән дә иҫәпләшмәйенсә, көтөлмәгән ҡарар ҡабул итеп, хәрби йүнәлештән китергә теләк белдерҙе, университетты ҡалдырып, медкомиссия үтеп, уҡыу йортонан ҡылыҡһырлама, военкоматтан тағы ла өҫтәмә документтар алып, Мәскәүҙең үҙенә юлланды. Беҙ, курсташтары, Уйылданды тимер юл вокзалына төшөп оҙатып ҡалдыҡ. Ары уның менән ни булғанлығын белмәйем, сөнки шул осорҙан алып юлдарыбыҙ аймылышты. Аҙаҡ ашығыс шарттарҙа осраштыҡ-осрашыуын, тик уныһы ла көтмәгәндә генә һәм орҙо-бәрҙерәк килеп сыҡты, хатта аулаҡта ҡалып хәлдәребеҙҙе белешерлек тә форсат тапманыҡ. Әле ҡаршыма солоҡ умартаһылай мөһабәт кәүҙәле, хәрби диңгеҙ флотының беренсе ранг капитаны баҫҡан. Теге, беҙгә ауылға килгән саҡта кәүҙәһенә һылашып, килешеп торған сөм-ҡара шинель, шул уҡ төҫтәге салбар, йәйенке түбәле, хәтәр кокардалы фуражка, күн штиблет кейгән, икешәр бәләкәй йондоҙ беркетелгән погондары ҡояш нурҙарында ялтырап күренгән, нәҙек-өҙөк һынлы, оҙон буйлы, бөҙрә сәсле капитан-лейтенант ине. Ана, тормош елдәре ҡаҡҡылап-һуҡҡылап нисегерәк үҙгәртә әҙәм балаһын! Ҡасан, ҡайһылайыраҡ итеп килеп етеүҙәрен белешкәндән һуң, шаяртып, хәрбиҙәрсә һынымды ҡатырып биргән тәүге һорауым шул булды:
– Мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ, иптәш беренсе ранг капитаны, ҡайҙа йәшәп ятаһығыҙ?
– Вольно, вольно, йә, ярай, килештермә инде шул саҡлы, мин бит һинең өсөн теләһә ниндәй шарттарҙа ла тиңдәшең, һабаҡташың Уйылдан булып ҡалам. Барғандан алып Калининградта көн итәбеҙ, ә хеҙмәтем – Балтик диңгеҙе флотында. Иң матур, хәтерҙә ҡалырлыҡ емешле йылдарымды шунда үткәрҙем, инде килеп хаҡлы ял, отставка тураһында уйлай башлау ҙа яҙыҡ түгелдер. Бына бит, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу менән бер, кисә генә хыялый, киләсәккә алһыу күҙлек аша ҡараған егеттәр инек, әле килеп төбө һайыҡҡан, ағымы һүлпәнәйгән йылға, ҡарыуы ҡайтҡан ҡарт алаша хәлендәбеҙ, – Уйылдан, бошонмай ғына ҡулын һелтәп, яҫы маңлайын ыуып, көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Бер ҙә генә бәҫтән сыҡҡан алашаға тартмағанһың, ана, ниндәй эре йондоҙҙар яуған яурындарыңа, түшеңдәге награда планкаһындағы шаҡмаҡтар һаны ла өс тиҫтәнән ашыу.
– Орден-миҙалдарҙы ил алдындағы хеҙмәттәрем өсөн бирҙеләр, ә погондарҙағы һыҙыҡтар һәм йондоҙҙар дәрәжәмә тап килгәндәре, биләгән вазифам кимәлендәгеләре генә. Йә, белекһеҙ, мине ошолай һенағастай һерәйтеп, аҡыл һаттырып, күпме аяҡ өҫтө ҡалдырырға иҫәбең?
– Тәрбиәһеҙлегем шул саҡлылыр, рәхим итә күр! Ҡулымды һоноп, урын тәҡдим иттем. Ултырыштыҡ. Уйылдан ир уртаһын үтһә лә кәүҙәһе беше, ныҡ, хәрәкәттәре хәрбиҙәрсә етеҙ, ыҡсым. һынамсыл текәлеүемде күреп, ул да мине үҙ сиратында тынысландыра һалды:
– һин дә бирешмәгәнһең, типһә – тимер өҙөрлөкһөң!
– Ажар айғырҙай тәртәгә һыймай тулаған заманалар уҙҙы, бер-ике йылдан дәүләт ҡаҙнаһына һәм яҡлауына ҡала өмөт һәм ышаныс. һин әйтмешләй, үшәнгә ҡалғас, йә еккегә тип ҡамыт кейҙермәйҙәр, йә һуғымға алмайҙар.
– Ярай, ярай, һыҡтамайыҡ, мыжыҡ бабайға әүерелергә, мейес башына менергә беҙгә әле иртәрәк, шулай ҙа, пенсияға сыҡһам, ҡайтып ауылда төпләнергә иҫәп. Фәниә лә шул хаҡта тумбытып ҡолаҡ итен ашай. Ни тиһәң дә, үҙенә тарта, һағындыра тыуған төйәк, – сит мөхиттә ғүмере уҙһа ла, башҡортсаны еренә еткереп, ыҡ-мыҡһыҙ таҙа итеп һөйләй, ғаиләһендә лә үҙ телендә аралашҡанлығы һиҙелә. – Хеҙмәттәштәремдең, ялға тип ҡырға сыҡһа, шешлек, тип сейле-бешле өтөлгән иткә иҫе китә, ә мин еренә еткереп, бешереү нескәлектәрен теүәл үтәп, бишбармаҡ әҙерләйем, көлгә картуф күмеп ашайым, шулайтып баҫам һағыныуҙы, һағышты. Ә ул йәнде кимергән һағыш тигән нәмә йылдар үткән һайын көсәйә генә икән ул.
Ихласлап, бер тынанан уй-хистәрен һөйләп ташланы Уйылдан.
– Алыҫ ерҙе яҡынайтып ҡайның ҡарт нигеҙенә, ҡәйнешеңә ҡунаҡҡа килергә иттең инде, ниәтең изге.
– Уныһы ла бар, күптән күренгән юҡ был яҡтарҙа. Ә ялды, ғәҙәттә, тыуған районымда, йә республика шифаханаларының береһендә үткәрәм, әммә әлеге мәлдәге төп йомошобоҙ – кәләш әйттереү. Төпсөк малайыбыҙ быйыл Мәскәүҙә хәрби-диңгеҙ флоты училищеһын тамамланы. Шуны башлы-күҙле итергә теләгебеҙ. һыу аҫты кәмәһендә алыҫ йөҙөүгә сығалар, был осраҡта ярҙа икенсе яртыңдың көтөп ҡалыуы мотлаҡ. Ғаилә кәңәшмәһендә ошондай уй-фекергә килдек.
– Дилбегәне кемдәр яғына ҡайыраһығыҙ инде?
– Иғдәүләтовтарға.
– Рәсих менән Рәшиҙәгә түгелме тоҫмалығыҙ?
– Тап өҫтөнә баҫтың.
– Рәшиҙә, тигәндәй, теге саҡ кәләш әйттерергә килгәнеңдә, ҡыҙ йәшергәндә йәштәр араһында ул да бар ине бит.
Уйылдан, ишетмәгәндәй, әйткәндәремде яуапһыҙ ҡалдырҙы. Ә мин үҙемде үҙем йөпләп ҡуйҙым:
– Хәтерләмәйһеңдер ҙә инде, күршегә ҡуҙ алырға ингәндәй өтәләнеп килеп киткән арала барыһын иҫтә ҡалдырырға әллә… Ошоғаса кейәү, еҙнә инең, хәҙер төп ҡоҙалыҡты алырғамы яйың?
– Шулайыраҡ килеп сыға.
Уңарсы килен йүгергеләп йөрөп төпкө яҡта сәй урыны әҙерләне, аласыҡта өҫ кейемен алмаштырып өлгөргән ҡатыным инеп, ҡунаҡ менән күрешеп танышты ла әхирәтенең хәлен белеп килергә теләк белдерҙе, ҡустым да, йомош табып, ихатаға сыҡты. Аулаҡта ҡалдыҡ. Уйылдан тотоп ингән пакетынан һәйбәт коньяк сығарҙы:
– Буласаҡ ҡоҙаларға барырға иртәрәк әле, ғәҙәттә, ундай ерҙәрҙә йоманан һуң, ҡояшты байытыңҡырап күренәләр, шуға ни, көңгөр-ҡаңғыр иткән арала, дәрт өсөн ошо нәмәнең башына етәйек, булмаһа.
– һыйлағанда һыу булһа ла эс, тигән боронғолар. Ҡаршылығым юҡ.
Уйылдан, хужаларса ҡыланып, шешәһенә ҡушып килтергән ҡаплы кәнфитте асып, уртаға ҡуйҙы, эргәләге серванттан үрелеп алған рюмкаларға эсемлек тултырҙы. Таҙа итеп йотоп ебәрҙек, кәнфит ҡаптыҡ. Тағы ҡабатланыҡ. Ултыра биргәс, телдәр сиселеп китте, ҡунағым хәбәргә күсте:
– Теге саҡ мин кәләш әйттергәндә лә бергә булғайныҡ, әллә был юлы ла беҙҙең менән бараһыңмы ҡунаҡҡа? Ауылдағы ҡәйнеш, балдыҙ ҙа беҙ генә тигәндәй, исмаһам, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп, һөйләшеп-сөкөрләшергә бер кешем булыр.
– Туң аяҡ итергә йәүкәләйһең инде әләйгәс, рәхмәт саҡырыуыңа. Таң менән ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалам. Отпускыла ятһам да, бында ла хәбәр итеп өлгөрҙөләр, иртәнән һуң Өфөләге кәңәшмәлә ҡатнашырға тейешмен.
– Улайтып өҙә һуҡма әле, кисте бергә үткәрәйек, төнө лә оҙон.
– Саҡырылмаған көйгә һеҙ бараһы хужаларҙы маҙаһыҙлау уңайһыҙ нисектер.
– Әҙәпле ҡыланма инде, төп ҡунаҡ булараҡ, мин саҡырам да баһа. Ә бараһы ҡоҙалар дуға һанын сикләмәне. һөйләүҙәренә ҡарағанда, ауылдаштарың алдында абруйың юғары, урының гел түрҙә, тимәк, бәҫле ҡунаҡ эйәртеп килеүемә ҡыуанасаҡтар ғына. Кәңәшмәгә, тиһең, һүҙгә әүрәп һорашманым да, әле ҡайҙа эшләп йөрөйһөң?
– Редакцияла. Баш мөхәррир.
– Яҙыусы икәнлегеңде лә ишетеп-белеп ятам. Әйткәндәй, мин дә шиғырҙар, хикәйәләр яҙыштыра инем бит заманында, университетта әҙәби түңәрәккә йөрөгәнлегемде беләһең. Әле лә үҙебеҙҙең мәҙәниәттән, әҙәбиәттән айырылған, ситләшкән юҡ, тегендә ятһам да, үҙебеҙҙең журналдарҙы яҙҙырып, китаптарҙы алдырып уҡыйым. Артҡы битенә биографияң яҙылған ҡалын ғына повестар, хикәйәләр йыйынтығың килеп эләккәйне ҡулыма, шунан уҡып белдем һинең хаҡта. Ҡыуанып киттем, китабыңды таныштарыма, дуҫтарыма күрһәтеп маҡтандым, бына мин әйтәм, ниндәйерәк яҙыусы минең һабаҡташ, һабаҡташ ҡына түгел, бүлмәләш булдым заманында! Үҙемә килгәндә, көндәлек алып барам, хәтирәләр яҙам, үҫкәс, ейәндәр уҡыр, ҡартаталарының кемлеген белерҙәр шул саҡ, тип өмөтләнәм, тик үҙ телебеҙҙә уҡый алырҙармы икән улар, эш бына нимәлә… Ҡайтмаҫ элек күңелеңә ойотҡо һалырлыҡ баштан үткән бер тарихты һөйләйемме әллә үҙеңә, тегендә ҡунаҡ мәлендә уның ҡайғыһы булыр тиһеңме, йәнә урыны ла ул түгел.
Тыңларға теләгем барлығын белдереп, алдымдағы һыуына төшкән сәйҙе йотоп ҡуйҙым да ҡулдарымды ҡаушырҙым.
Уйылдан өҫтәл артынан эргәләге ҡәнәфигә күсте, әле ҡалынлығын юғалтмаған, тулҡынланып күренгән, һиҙелер-һиҙелмәҫ сал йүгергән сәстәрен һыпырҙы.
– һөйләйәсәк тарихым теге саҡ ошонда кәләш әйттерә килеүгә бәйле. Кәләш, тигәндәй, уны ҡапылғара алырға уйҙа ла юҡ ине. Училищены бөтөрөп, алыҫ Балтик буйына тәғәйенләнгәс, әсәйем өҙә һуҡты:
– Өйләнмәй тороп, ул ер сигенә ике аяғыңдың береһен баҫмайһың!
– Әсәй, – тим, – мин улың ғына түгел, хәрби ант тапшырған офицер ҙа бит әле. Бында ҡала алмайым, приказ буйынса хеҙмәт итәһе ерем Калининградҡа тәғәйенләнгән, шәхси мәсьәләләремде хәл итеүгә лә ун көн ваҡыт бирелгән.
– Унда барыуыңа мин дә, атайың да шыпа ла ҡаршы түгелбеҙ, имен-аман ғына йөрө, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй хеҙмәт ит, тик беҙҙең бер генә талап – һин яңы әйткән шәхси мәсьәләңде хәл итеп, ошо ун көн эсендә өйләнергә бурыслыһың! Алдан киҫәтәм, теге тарафтан аңын-тоңон айырмай, ят милләт балаһын килен итеп эйәртеп ҡайтһаң, фатихабыҙҙы бирмәйәсәкбеҙ, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй!
– Ошоғаса төп шөғөлөм уҡыу булды, шуға яҡындан дуҫлашҡан ҡыҙым да юҡ, ҡыҫҡа арала киленде ҡайҙан табайым һеҙгә? Бөгөн йүнләгеҙ, димләгеҙ, өйләнәм! – Ыңғайҙарына һыпырып, шаяртып ҡотолорға иҫәп.
Шул ғына кәрәк икән дә баһа, әсәйем теремекләнеп китеп, былай ти:
– Ундай уйҙа йөрөгәс бик мәслихәт, ауыҙыңа бал да май, ризалығыңды бирҙең, табам мин һиңә кәләштең бына тигәнен!
– Ҡайҙан? Кемде? – Уйындан – уймаҡ, тигәндәй, уйламаған хәбәр ысҡындырып, хафаға ҡалдым.
– Үткән йыл, хәтерләйһеңме, һин отпускыла саҡта, институт йылдарындағы әхирәтем ҡыҙы менән беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне?
– Хәтерләйем һымаҡ…
– Башыңды йүләрлеккә һалма, хәтерләйем, тиген?
– Ну, хәтерләйем…
– Ана шул ҡыҙға өйлән!
– һуң, әсәй, мин уны белмәйем, ул – мине. Өйләнерҙән алда уға шул хаҡта тәҡдим яһарға тейешмендер бит?
Ысынын ғына әйткәндә, ул һөйкөмлө ҡыҙҙы яҡшы хәтерләй инем. Беҙгә килгәндәрендә ул көнө буйы, әсәйемә бешеренеү-төшөрөнөү йәһәтенән ярҙам итеп, аш бүлмәһенән сығышманы. Унан ҡалһа, ең һыҙғанып өй эсен йыйыштырырға керешеп китә, ә малайҙар тәрбиәләп ундай-бындай нескәлектәргә күнекмәгән әсәйем ҡәнәғәтләнеүенән йырыҡ ауыҙын йыйып ала алмай рәхәт сигә.
– Тәҡдим яһамаһаң, яһа хәҙер үк!
– Ҡыҙ йәшәгән ауылды эҙләп табыпмы?
– Ниңә эҙләп мәшәҡәтләнергә, ҡаршыңда телефон. Шылтырат.
– Исемем Уйылдан була, теге беҙгә килгәнеңдә осрашҡайныҡ бит әле, мине онотманыңмы, әйҙә, өйләнешәйек, тип әйтәйемме?
– Эйе, ундай һүҙҙәрҙе иң беренсе егет кеше әйтергә тейеш. Хәйер, – атайымдың яғына күҙ атты, – йыуаштарға, йомоҡтарға күп осраҡта өмөт самалы, яғымлы һүҙҙе ауыҙҙарынан ҡыпһыуыр менән дә тартып алырмын тимә! – бер ыңғайы атайымды күтәрмәләп ҡуйырға ла онотманы. – Татлы телләнеп ғишыҡ-мишыҡта аңлашмаһаҡ та, Аллаға шөкөр, башҡалар алдында кәм-хурға ҡалмай, арҡаға арҡа терәп утыҙ йыл бергә йәшәп ятабыҙ әле. Ә ҡыҙға килгәндә, ул әсәһе аша беҙҙең ғаиләбеҙ хаҡында бик яҡшы белә. Бында сағында ла һин һүҙ ҡушһаң, юғалып ҡала ине бит, үҙең генә күрмәмеш тә белмәмеш ҡыландың. Әсәй кешене алдап булмай, ҡыҙ һине ныҡ оҡшатты һәм яҡын күрҙе. – Әсәйем баштан-аяҡ һынап күҙҙән үткәрҙе. – Үҙең уға достоинһыңмы икән әле, иң әүәл шул хаҡта уйлап ҡара! Фәниә институт бөтөргән, ауылдарында эшләп йөрөй. Ә йәше үтеп барған ҡыҙға, ултыраҡҡа ҡалмаҫ өсөн кисекмәҫтән кейәүгә сығырға кәрәк, уныһы ла беҙҙең файҙаға. һиңә лә тинтәкләнеп, ел ҡыуып йөрөү етте, үҙ ояңды ҡороп тынысланырға, киләсәгеңде ҡайғыртырға кәрәк! – Икеһе бер уйҙа икәнлекте лә белдерҙе. – Атайыңдың да, минең дә әйтеребеҙ бына шул.
– Әгәр димләгән ҡыҙың ошо арала кейәүгә сыҡҡан булһа?
– Мине ул ҡәҙәре томанаға хисаплама, йәме, әхирәтем менән аҙнаһына бер тапҡыр телефондан аралашып, яңылыҡтар менән уртаҡлашып торабыҙ. Элекке көн генә хәлдәрен белдем. Бында ятһам да, Башҡортостандың көньяғындағы хәлдәр тураһында энәһенән ебенә ҡәҙәр хәбәрҙармын.
– Әсәй, һөйләштек-аңлаштыҡ, ҡабалан бараһы ерем бар, – шулай тинем дә сығып киттем. Кис ҡайтыуыма атай-әсәйем был хәлде, моғайын да, онотор, үҙҙәрен ҡайһылыр кимәлдә тынысландырыуҙыр маҡсаттары, киләсәккә минең күңелгә ғәм һалыуҙыр уйҙары. һәр хәлдә, шуға иҫәп тоттом. Ҡайтып инеүемә әсәйем һалҡын һыуға ҡойондорғандай хәбәрен һалды:
– Яйын яйланым, килештерҙем, ошо йомала кәләш әйттерергә барабыҙ!
– Ҡайҙа? Кемде?
– Теге ҡыҙҙы! һин сығып киткәс тә телефон аша ата-әсәһе менән һөйләштем. Яусы ебәрергә ара алыҫ, ваҡыт тар, тип өтөп алып барғас, уйларға бирегеҙ, тиҙәр ине, әле генә ҡайтанан һөйләшеп алдым, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаршы түгелдәр.
Әсәйемдең һүҙенән сыҡмаған, йыуаш, күндәм холоҡло атайым да әйткәндәрҙе раҫлап баш ҡағып ултыра.
– Теге ҡыҙ… Ә-ә-ә, бая һин әйткән Фәниәме?
– Хәйләкәр, ана бит, исемен дә онотмағанһың. Уның менән дә һөйләшкәндәр, ауылда мәктәптә уҡыта, тигәйнем бит әле, бәхеткә күрә, дуҫлашып йөрөгән егете лә булмай сыҡты, ризамын, тип әйтә, ти.
– Көсләп кейәүгә бирергә, күрмәйенсә кәләш алырға урта быуатта йәшәмәйбеҙ, минең ризалығымды алманығыҙ ҙа.
– Бәрәмәс, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, – әсәйем бот сапты, – кем баяраҡ кәләш табығыҙ, бөгөн үк өйләнәм, тип вәғәҙәһен бирҙе? Ул һүҙҙәрҙе бит һинән мәжбүр итеп, көсләп әйттермәнем.
– Шаяртҡайным, бары шул ғына.
– Өйләнеү менән шаярмайҙар улым, уға еңел-елпе ҡарамайҙар, никах ҡороу үтә лә етди һәм яуаплы эш.
– Етди булғас, был эште кисектереп торайыҡ, ул ҡыҙ әсәһе менән тағы ла бер тапҡыр беҙгә килһен. Яңынан өйҙө йыйыштырһын, аш бешереп күрһәтһен, шундайыраҡ һынауҙарҙы үтһә, оҡшап та ҡуйыр, бәлки … – һуңғы өмөт һаламына йәбештем.
– Бәлкиҙән һалдырма, йәме, тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, һөйләштек-килештек, ризалыҡтарын алдыҡ, инде малайыбыҙ ҡаршы, тип ҡойроҡто һыртҡа һалайыҡмы? Был ҡылыҡ ҡыҙҙың ҡапҡаһын дегеткә буяуға бәрәбәр! Хәл ителгән, кесе йома көнө ҡуҙғалабыҙ, юл ыңғайы Белореттағы апайыңдарға һуғылаһыбыҙ ҙа бар. Ары уларҙың машинаһына тейәлеп, бергә-бергә китәбеҙ. һәр нәмәнең үҙ яйы, тәртибе, кәләш әйттерергә осраҡлы ылауға һағып барып булмай бит.
Бер һүҙ менән әйткәндә, атай-әсәй һылтауын табып, сәбәбен эҙләп, сигенер урын ҡалдырмай алдан хәстәрләп бөткәйне. һуңғы сиктә мин дә икеләнеп ҡалдым. Ниңә, бында саҡта өйләнеп китеү насар түгел дә, һөйкөмлө ҡыҙ ҙа оҡшағайны, күңелемә ятҡайны теге саҡ, ана, ул да мине үҙһенгән, күҙ һалмаһа, моғайын да, ризалығын бирмәҫ ине. Ышанаһыңмы-юҡмы, ҡорҙаш, шулай итеп, бер тапҡыр ғына күргән ҡыҙға өйләнергә ҡарар иттем. Офицер, бигерәк тә диңгеҙ офицеры үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә, ҡыйыу, үҙһүҙле, үҙ аллы булырға тейештер ҙә бит, әммә эсте күмһеткәне – Балтик буйына, ят ергә барып эләгәм, сит мөхит, ят кешеләр. Өйләнһәм, исмаһам, эргәмдә үҙ телемдә һөйләшкән, аңлаған, ярҙам иткән, күтәрмәләгән, йәнем тартҡан һәм теләгән аш-һыуҙы әҙерләгән яҡыным булыр. Шул хаҡта ла уйланым.
Йома көн ҡараңғы төшөүгә генә килеп еттек һеҙгә. Октябрь байрамына өс көн ял тура килә ине, шуны файҙаланырға булдыҡ. Беҙҙән, Башҡортостандың төньяғынан, бында килгәнсе эт ыҙаһы сиктек, йә юлы юҡ, йә автобусы даими йөрөмәй ине бит ул осор. Күмәкләп еҙнәйҙең иҫке «Москвич»ына тығылдыҡ шунда, ә уныһы саҡрым һайын туҡтап, сөскөрә лә бышҡыра. Йүнәтештереп алабыҙ ҙа ары китәбеҙ. Йәнә, асыҡлыҡтағы соҡор-саҡырҙан нисек тә үтергә була, урман эсенә индеңме – һары мәтеһе әйләнеп ятҡан, күләүектәр сыбарлаған, көҙ айы булыуға ҡарамаҫтан, туңып өлгөрмәгән юл, биленә һуғылған йыландай, унда-бында борғоланырға тотона. Бер нисә тапҡыр батҡаҡҡа сумған машинаны сығарабыҙ тип бышлығып бөттөк, өҫтөбөҙ бысранды. Ауылығыҙҙа табын хәстәрләп, ҡунаҡтар саҡырып көтөп торғандар. Йоланы атҡарыу өсөн йәштәр ҙә йыйылған. Башта буласаҡ ҡайнымдар йортонда яҡындары шаһитлығында бата уҡынылар. Мулла тигәндәре, ир-уртаһы кеше, бәке менән ҡырылған йомро башына түбәтәй, өҫтөнә ебәк сапан кейеп алған, барлыҡ никах шарттарын еренә еткерергә тырыша. Тик Сәлимйән мулла (уны шулай тип таныштырғайнылар) миңә бөтөнләй оҡшаманы: өлкәндәр менән аралашҡанда бик йыш руссаны ҡушып ебәрә, йәнә сүместәй йоҙроғо һыртында «Сергей» тип яҙылған татуировка айырым-асыҡ күренә. Фәниә эргәмдә башын баҫҡан, минең яҡҡа ҡарарға ла, һүҙ ҡушырға ла ҡыймай. Бата уҡылғандан һуң атайым, саҙаҡа таратып сыҡҡас, килтерелгән көмөш батмусҡа мәһәр* аҡсаһын һалды, әсәйем килен бүләген тапшырғандан һуң йыйылыусыларға алып килгән таҫтамалдарын өләшергә, күлдәк кейҙерергә, яулыҡ ябындырырға тотондо. һәммәһе лә дәррәү итеп хуш ҡылғас, өҫтәлгә йәйелгән аҡ ашъяулыҡты төрөп алдылар, икенсе, ҡунаҡ ашъяулығы йәйелгәс, оло ҡоштабаҡты күлбетеп бишбармаҡ, айырым табаҡты өймәләтеп ит алып килделәр. Инде бында беҙҙең кәрәгебеҙ бөттө. Хәҙер өлкәндәр үҙҙәренсә байрам итә башлаясаҡ. Тәбәнәк буйлы йәш еңгә килеп инеп, шәриғәт нигеҙендә тулы хоҡуғына ингән ҡәйнәм менән түрбашта шыш та быш һөйләшкәндән һуң беҙҙе, икенсе – йәштәр өсөн әҙерләнгән табынға алып китте. Унда ҡыпыштан ҡоро ҡалмаған* ҡыҙ-ҡырҡын йыйылған, бер нисә егет тә күренә, шул иҫәптән һин дә унда инең бит. Минең менән, үңгәр менән ҡыҫҡаса танышып алған ауыл йәштәре табынды түңәрәкләп бер аҙ күңелләнде лә, гармун тартып йырлашып, уйын ҡороп ебәрҙе. Шуныһы хәтерҙә ҡалған, өҫтәлдә еңел шараптарҙан башҡа иҫерткес эсемлектәр күренмәне тиерлек, иллә йәштәр ихлас ултыра, ә хәҙерге халыҡ эсмәйенсә ҡыуана, байрам итә белмәй, шуныһы йәл. Ҡорҙаш, ошо йәшемә етеп ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтен һаман да булһа төшөнөп етмәйем: ул изге лә, шул уҡ ваҡытта гонаһлы ла, бер яҡтан ҡараһаң, эскерһеҙ, самими* ҙа, икенсе яҡтан, йылан аяғын киҫер хәйләкәр ҙә, яйы тура килгәндә баш эймәҫ һәм баш бирмәҫ ғорур ҙа, кәрәккәндә өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡол да. Уларҙың серле, ҡатмарлы, бихисап ҡырлы булмышында ошо сифаттар һыйышып йәшәй, йәшәй генә түгел, килешә, мәленә ҡарап, хәл-торошҡа яраҡлашып хисаплағандарымдың берәүһе өҫкә ҡалҡып сығып, уларҙың холҡо менән тулайым хакимлыҡ итә. Мине яҡындан белмәгән, ата-әсәһенең, ҡайны-ҡәйнәһенең алдында һүҙһеҙ күндәмлеген күрһәткән, инсафлының инсафлыһы Фәниә бында, йәштәр араһына килгәс, күҙ менән ҡаш араһында ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрҙе лә китте: үҙен иркен тота, мине күптән көтөп алған хәләлендәй күреп, ҡултыҡлап, һыйына биреп ултыра, наҙлы ҡарашы менән иркәләп алырға ла онотмай. Ни тиһәң дә, ул йәш офицер ҡатыны әлеге мәлдә, тимәк, башҡа ауыл ҡыҙҙарынан бер башҡа юғары. Юғары ғына түгел, үҙен тәхеткә ҡунаҡлаған батшабикәләй итеп тә тоя шикелле. Башҡа ҡыҙҙар ҙа беҙгә көнләшеү аша һоҡланып ҡарай, тик вайымһыҙ егеттәрҙең генә үҙ ғәмдәре, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары. Улар өсөн иң әүәл алдағы табын, унда ҡуйылған һый-ниғмәттәр мөһимерәк. Бына төн уртаһы ауғас, Фәниә бер нисә әхирәтен эйәртеп сығып юғалды. Беҙ уларҙы эҙләп табырға тейешбеҙ. Шау-гөр килеп, бейешеп, гармун һыҙҙырып өй беренсә киттек. Фәниәнең буй-һыны ул саҡта талсыбыҡтай бөгөлмәле-һығылмалы ине, әлеге ише түгел, шуҡ ауыл егеттәренең кәләш тарафына төрттөрөп таҡмаҡлауы иҫтә ҡалған:
Теге яҡтан был осҡа
Тәгәрәтәләр мискә.
Әбей, ҡыҙың бигерәк нескә,
Сыҙар микән бер кискә?
Ауыл урамы берәү генә булһа ла, тау битләүенән һуҙылған, бер остан икенсеһенә еткәнсе апаруҡ өҙәрем ара. Бер кем дә ишеген асмай ҡалмай. Көлә-шаяра һорауҙарға яуап бирәләр, саяраҡтар, ҡауҙырыраҡтар йәштәргә эйәреп бейергә лә төшөп китә, бәғзеләре ҡыҙ йәшерелгән йортто яҡынса тоҫмаллатҡан була. Уттары һүндерелгән, бәләкәй ҡапҡаһы тимер сыбыҡ менән ныҡ итеп сырмалған өй ҡаршыһында туҡталдыҡ. һиҙемләүебеҙсә, беҙ эҙләгән кәләш ошонда булырға тейеш. Солан ишегенең артында теге еңгәнең сағыу тауышы сыға. «Ары йөрөгөҙ, беҙҙә бер кем дә юҡ, йоҡларға ирек бирегеҙ, ял итергә ҡамасаулайһығыҙ!» Кейәү үңгәре иҙән менән ишек ярығынан эс яҡҡа ваҡ аҡса тығырға тотондо. «Алыҫтан әфисәр кейәү килгән тип ишеткәйнем, нимә, ул ошо тиндәргә көнө ҡалып, шул саҡлы ярлы, фәҡирме ни?» Ҡыйпысыҡ ҡыҙҙар ширҡаңлап көлөп ебәрҙе. Үңгәр бер һумлыҡтарға күсте. «һай-һай, хисапсыл икән дә баһа кейәү булам тигән егет, кеҫәһендәген һанап, һығып ҡына сығара, улайтып ҡыҫмырланһа, алыр алмай ҙа кәләште!» Өс һумлыҡтар алған еңгә бер аҙ йомшара төштө: «Йәшергән ҡыҙ беҙҙә юҡ, әгәр бишлектәр бирһәң, тучныһын әйтеп, өйрәтеп ебәреү ихтималлығым да бар…» Еңгә тора-бара хаҡты бөтөнләй юғарынан ҡуйҙы: «Кәнкритне әйтәм, ҡыҙ беҙҙә, иллә-мәгәр тотҡа бауы – теп-теүәл егерме биш һум!» һорағанын алып ҡәнәғәтләнгән еңгә ишекте асып, беҙҙе эскә үткәрҙе. Өй эсендә утты тоҡандыра алманыҡ, лампочкалар урындарынан бороп алынып, ҡайҙалыр йәшерелгәйне. Ҡараңғы юҡҡа төпкө яҡҡа инеү өсөн көрәш-айпалаш китте, беҙ кейәү үңгәре менән шырпы һыҙып төртәләнеп бирге яҡты тентейбеҙ. Карауаттан, йыйыштырылған түшәк-юрғандар араһынан килеп сыҡты эҙләгәнебеҙ, Фәниәне күлдәгенән таныным. «Кәләште таптыҡ, егеттәр!» Аулаҡтағы айпалашты файҙаланып ҡыҙ-ҡырҡынды ҡосоп саяланып өлгөргән егеттәр кәләшемде, кейенергә лә бирмәй, ҙур юрғанға төрөп, аяғын ергә тигеҙмәй күтәреп алып та китте. Еңгә, кейәү үңгәре менән мин саҡ өлгөрөп арттан эйәрәбеҙ. Бына кейәү менән кәләште ҡушыу өсөн тәғәйенләнгән йортҡа килеп еттек.
Егеттәр ҡыҙҙы төп йортҡа яптылар ҙа шау-гөр килеп ишекте тыш яҡтан терәп торалар. Арттан юрғалап килеп еткән еңгә мине тупһанан ҡыуалап төшөрөп, йәйелеп баҫты ла, ҡултығынан эре биҙәкле тауар килтереп сығарып, уны ишеккә арҡыры тартты. Еҙнәм тумбыта биреп ҡуйғайны, йыртыш, тигәндәре ошолор инде. Буҫтау киҫәген аяғым менән йырта баҫып инергә тейеш булам. Шул ғәмәлде атҡарҙым да түш кеҫәмдән алып еңгәнең яурынына ҡиммәтле яулыҡ яптым. Ишекте этеп торған егеттәргә ҡулымдағы тоҡсайҙы тоттороуым булды – тегеләр күҙҙән дә юғалды. Ә ирәм* еңгәнең үҙ ҡайғыһы, үҙ хәстәре: «Кейәү бала, йоҡонан тороуығыҙға мунсамды өлгөртөп, томалармын, миндектең дә иң сихәтлеһен ебетермен, тик тырышлығым өсөн йыуынған тасығыҙҙың аҫтына хеҙмәтемдең хаҡын һалырға онотмағыҙ. Бикәм алдында һеҙҙең өсөн тулы яуаплымын, шуға тыштан бикләп ҡайтам, асҡыс миндә булыр. Борсолмағыҙ, килеп тыш яҡтан булһа ла хәлегеҙҙе белеп китермен. – Аңшайып, ары ҡайҙа һуғылырға, барырға белмәй, аптыранып ҡалған кейәү үңгәрен дөрөп ҡабаландырҙы.– һин дә торма инәһенән айырылып ҡалған етемәк бәрәстәй, әйҙә, беҙҙә ҡыҙҙар күп ул, берәүһе менән таныштырам!».
Эскә үттем. Утты ҡабыҙҙым. Әҙерләп йәйелгән түшәк ҡырында ҡурҡыулы ҡарап, сибек кенә ят ҡыҙ ултыра. Көтөлмәгән хәлдән аптырауға ҡалдым, нисек инде, минең буласаҡ кәләшемде ен алмаштырғанмы әллә?
– Кем һин, һылыу?
– Рәшиҙә… Ә һеҙ кем? – Албырғап ҡалған ҡыҙ урынһыҙ һорауын бирҙе.
Шарҡылдап көлөп ебәрҙем:
– Кем тип, еҙнәйең дә баһа мин! Мине лә танымағас, балдыҙ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡтың былай булғас! – Шаяртып ебәрҙем дә етдиләнеп өҫтәнем. – Мулла ҡолағыма исемде Уйылдан, тип ҡысҡырған, ә һин бында ни эшләйһең, балдыҙым?
– Алып килдегеҙ ҙә инде… – ти был.
– Тимәк, һине ысын кәләш менән бутағандар. һуң, килә ятҡаныңда, мин Фәниә түгелмен, тип аңлатһаңсы егеттәргә.
– Әйтеп ҡараным да ул… Инәлдем дә, илап та бөттөм, теге алабармандар тыңларға ла теләмәне.
– Фәниә ҡайҙа?
– Ҡайҙа булһын, шул уҡ карауатта ине, тик төпкәрәк йәшеренгәйне.
– Ә нишләп уның күлдәген кейгәнһең?
– Ҡыҙыҡ итәйек, күлдәктәрҙе алмашайыҡ, тине лә ҡалды бит. Мин биғәләш, бер ни уйлап тормай ризалашҡайным.
Ары ни әйтергә белмәй ултырҙыҡ Ҡыҙ түшәктә, мин өҫтәл артында. Шул мә-лдә Рәшиҙәгә иғтибарлаңҡырап ҡараным. Ул төҫ-башҡа Фәниәнән ары китмәгән, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡайтышыраҡ та күренә: сибек буй-һын, беленер-белен-мәҫ ҡалҡып күренгән түштәр, нәҙегерәк сираҡлы аяҡтар. Торғаны үҫмер ҡыҙ инде. Йөҙө үтә лә ылыҡтырғыс, һөйкөмлө, ә күҙҙәре һуң - уларға бар донъяның мат-урлығы, ғәләмдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәме һыйған төҫлө, күҙҙәр түгел төпһөҙ, серле күлдәр. Эске тойомлау менән шуны һиҙҙем, ҡыҙҙа мине арбатырлыҡ, албырғат-ырлыҡ, ҡаратырлыҡ ниндәйҙер күҙгә бәрелмәгән илаһи көс,ҡөҙрәт бар ине. «Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу ошолор инде, - тип уйланым эсемдән, - әгәр ошо мәлдә был ҡыҙҙы Фәниә менән йәнәш баҫтырһалар, ихтыярыма ҡуйһалар, рөхсәт итһә-ләр, мин мотлаҡ уны ғына һайлар инем… Уны ғына кәләш итер инем, билләһи…»
Уйылдан хисләнеп һөйләгән хикәйәһен бүлеп туҡтап ҡалды, өндәшмәй ул-тырҙы, ул күңеленән шул саҡтағы кисерештәрҙе яңынан үткәрә ине булһа кәрәк.
– Әйткәндәй, Уйылдан, һинең бит булмышыңа оҫта хикәйәсе йәшеренгән. Теге саҡта филологияны ташлап хата ебәрмәнеңме икән?
– Юҡтыр. Һәр кем күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайларға һәм башҡарырға тей-еш, тейеш кенә лә түгел, бурыслы. Шул башҡарыр шөғөлөн дөрөҫ һайлаған һөнә-рселәр матур итә бит донъяны, йәмле, ҡотло итә. Теләкһеҙ башҡарылған эш, тоҙһоҙ, йәнең теләмәгән ашты ашау менән бер. Кешеләр һөнәрселәр менән өйрәнсе-ктәргә, мөхәббәтле менән мөхәббәтһеҙҙәргә бүленә.
– Аңлауымса һин беренсе төркөмгә инәһең була. Тороп тор әле, Уйылдан, етәккә эйәргән быҙау ише кәләш алырға килгән кеше мөхәббәтле була аламы? Мөхәббәте яулау өсөн алышалар, йәндәрен фиҙа ҡылалар…
– Һин һаман да күҙгә бәреп әйткән тура һүҙле икәнһең, ҡорлаш, шулай ҙа алдан ғәйепләргә, хөкөм сығарырға ашыҡма, мин бит әле хикәйәмде тамамламаным.
– Биғәйбә, берүк ғәфү итә күр, бүлдерҙем.
– Зарар юҡ. - Тын ултырған Уйылдан әртистәрсә ҡыланып лаулый* башын артҡа ташлап ебәрҙе лә өҙөлгән хикәйәһен дауам итте:
– Һин ҡайҙан ул, Рәшиҙә? - тип һораным ҡыҙҙан.
– Ошо ауылдан, Фәниәнең әхирәте. - Ҡыҙ тәүәккәл ҡыланып урынынан ҡалҡты. - Йә, ярай, көлдөк-шаярҙыҡ, йәшенмәк уйнаныҡ, инде миңә ҡайтырға ваҡыт!
– Балдыҙ, ишек бит тыш яҡтан бикле, асҡыс - еңгәлә, ә ул мунсаһын әҙерләп томаламайынса асмаясаҡ. Шулай булғас теләйбеҙме-юҡмы, беҙгә таңды бергә аттырырға, ҡаршыларға тура килә.
– Эйе, шулай итте ти, шулай итмәй ҙә. - Рәшиҙә кире урынына ултырҙы ла матур итеп ирендәрен турһайтты. Үпкәләгән сағында ла йөҙө боҙолмай икән, тимәк ул ысынлап та һөйкөмлө һөйәк*.
Урынымдан ҡуҙғалмаҡсы иткәйнем ҡыҙ өрккән кейектәй киҫәтә һалды:
– Нимә ҡылмаҡсыһың, урыныңдан ҡуҙғалма!
Ҡыҙыҡ бит, тағы ла рәхәтләнеп көлөп ебәрҙем:
– Һуң кәләш, кейәүеңде сәй менән һыйла исмаһам, - өҫтәл яғына ымланым. - Ана бит самауырҙы, тәм-томдо әҙерләп ҡуйғандар.
Ябай ғына итеп, мәрәкәләп өндәшеүем Рәшиҙәгә лә йән керетте булыр, тороп өҫтәл тирәһен ҡараштырырға керешеп китте. Күҙ ҡырыйым менән генә һаман да ҡыҙҙы күҙәтәм. Уның һайын күңелем урынынан ҡубып иләҫләнгәндән-иләҫләнә бара. Рәшиҙәне ҡайҙалыр иҫемдә ҡалырҙай итеп күргәндәймен, аралашмаған хә-лдә лә йылы һүҙ ҡушҡандаймын, юғиһә ҡайҙан хәтеремдә ҡалһын? Нисек кенә булһа ла уның һәр хәрәкәте, атлап йөрөүе, ым-ишараһы таныш, башын ҡырын һала биреп, бит соҡорҙарын уймаҡландырып, ирендәрен ҡымтып эш менән булашыуы танһыҡ, ҡәҙерле. Әйтерһең дә мин уны бына ошо фиғел-ҡиәфәтендә күреп өйрәнгәнмен, ғүмерем буйы беләм, һәм ары ла ошо аралашыу оҙаҡ йылдар дауам итер төҫлө.
– Ул тиклем итеп ҡарамағыҙ… оялам. - Ҡыҙ ҡылтайғандай һыртын ҡуйҙы.
– Мин бит һеҙҙе ҡайҙалыр күргән һымаҡмын.
Күрҙегеҙ шул. Һеҙ бит Айҙар ағай менән бер курста уҡынығыҙ, бер ятаҡта инегеҙ. Ә мин икенсе факультетта уҡыным, күрше ятаҡта йәшәнем. Һеҙҙе алыҫтан ғына күҙләһәм дә юлдарыбыҙ киҫешмәне. Мин бер трамвайға инһәм һеҙ икенсе-һенә тығылдығыҙ, театрҙа партерҙан урын алһағыҙ, мин - балкондан… Гел шул-ай…
– Бәхет тигәнең йәнәшә йөрөй шул, беҙ уны һиҙмәйбеҙ һәм күрмәйбеҙ генә. Шунда эргәмә килһәң, йә яңылыш ҡына юлымды ҡыйып һүҙ ҡушһаңсы, алдарыңа теҙләнеп ҡолоңа әүерелер инем!
– Нисек улай итергә, мин бит ҡатын-ҡыҙ затынан, беҙҙең булмышыбыҙ өм-өтләнеү һәм көтөү. Әгәр башлап яныңа һыйынһам, һүҙ ҡушһам ҡәҙерем булыр инеме икән? Тағы үҙең минән аша, йырағыраҡҡа һәм бейегерәккә ҡарарға теләгә-нһеңдер, бәлки. Шулай бит ул, ҡыҙ-ҡырҡын аҡ атҡа атланған принцтың килерен көтә, ә егет-елән принцессаны тап итмәҫменме, тип ымһына. Ике йыл уҡығандан һуң һеҙ ҡайҙалыр юғалдығыҙ, осраҡлы ғына булһа ла осрамай башланығыҙ. Нис-ектер яманһыулап, күңелһеҙләнеп тә йөрөнөм. Ҡояш та үҙ мәлендә ҡалҡырға, офоҡ та кис еткәс ялҡындай төҫтә балҡырға тейеш. Ҡапыл ғына, көтмәгәндә иҫеп һиңә ҡағылып үткән ел дә ниндәйҙер тылсымға, мәғәнәгә эйә. Ана шул айырым күренештәрҙең береһе етмәгән хәлдә лә көнөбөҙ, йәшәүебеҙ йәмһеҙләнә һәм бөл-әңгертләнә. Төнгө Йыһанды йондоҙҙарһыҙ, Ҡош Юлыһыҙ күҙ алдына ла килтер-еп булмай, шуның ише…
Ҡабаланмай ғына тәғәмләнеп алдыҡ. Рәшиҙә табынды йыйыштырып өҫтәл ар-тынан урын алды, ҡулындағы сәғәтенә күҙ атты:
– Бер килеп урарға тейештәрҙер бит, Сәмиғә еңгә лә оҙаҡланы нишләптер. - Был юлы хафаланмай, үрһәләнмәй генә әйтте.
– Еңгәң кәләш ҡуштым, тип тынысланып, етенсе төшөн күрәлер әле.
– Фәниә барыбер оҙаҡ көттөрмәҫ, ошоға саҡлы моғайын да йыйылған урындың араһында йәшеренеп ятмайҙыр, өйҙәренә лә ҡайтмағандыр. Ғорур ҡыҙ ул, шаяртам тип ымһынды, алданды, әммә түбәнһенеп беҙҙең арттан йүгерә һалып килеп етмәне.
– Нимә эшләйбеҙ инде?
– Һөйләшеп ултырып торайыҡ булмаһа.
Шул ҡыҫҡа ғына арала мин уның университетты бөтөрөп күрше ауылда уҡытып йөрөүен белдем. Йәшереп тормай ҡыҙыҡһыныуҙары, уҡыған китаптары, киләсәк-кә уй-хыялдары хаҡында һөйләне. Уның менән бергә булыуы иҫ киткес рәхәт ине миңә. Тәнемдә һәм йәнемдә күтәренкелек һәм еңеллек тойҙом, эстән генә: «Алйот, ни эшләп Өфөлә саҡта тик бер төрлө һандағы трамвайҙа йөрөгәнмендер, икен-сеһенә инһәм моғайын да Рәшиҙәне осратыр инем бит…» тип үҙемде тиргәйем.
Уйымдағын һүҙ араһында уйынлы-ысынлы ярҙым да һалдым:
– Рәшиҙә, әлегә һуң түгел, әллә тим, миңә кейәүгә сыға ла ҡуяһыңмы?
Күҙҙәрем көлһә лә етдиләнеп әйттем. Быны Рәшиҙә лә һиҙҙе, шуға ла күңел-ендәге уй осмотон аңғартты бер аҙ:
– Теге саҡ юлдарыбыҙ киҫешһә икенсерәк тә булыр ине, бәлки… - Хистәрен йәшерер өсөндөр ҡапыл тоҡанып, асыуланып китте. - Бата уҡылғас һеҙ хәҙер ир менән ҡатын инде. Икенсенән Фәниә минең серҙәшем, әхирәтем, уны, яҡындарын тотош ауыл алдында оятҡа ҡалдырайыммы? Бындай хәл ауыл халҡы өсөн оят ҡына түгел - мәсхәрә!
Шул мәл ҡаты ғына итеп ишек шаҡынылар. Тыш яҡтан бикле икәнлекте белә тороп кемеһе шулай ҡыланалыр. Ишек йоҙағы шауҙырлап асылды. Тупһа ауыҙында өтә баҫып килеп ингән Фәниә пәйҙә булды, арт яҡтан эскә аптыраулы ҡара-шлы еңгә баш тыҡты. Фәниәнең йөҙө боҙолоп үҙгәреп киткән, ҡулындағы яратҡан уйынсығы тартып алынған бала тиерһең, бына-бына түгелеп илап ебәрер хәлдә. Ул ҡоро ғына итеп Рәшиҙәгә бойорҙо:
– Әйҙә күрше бүлмәгә, кейемдәребеҙҙе алмашабыҙ!
Иртәгеһен күрше-тирә, ҡунаҡтар, йәштәр беҙҙе оҙатырға йыйылдылар. Фәниәгә машинаға ултырырға булашҡан ыңғайы йәшерен генә һирпелеп йыйылғандар араһынан Рәшиҙәне эҙләп таптым. Бер яҡ ситкә баҫҡан, йөҙө бойоҡ, моңһоу, болоҡһоу. Ул юлға сығып баҫып машина күҙҙән юғалғансы ҡулын болғап оҙатып ҡал-ды. Рәшиҙә шул мәлдә әсе елдәр йолҡҡолаған яңғыҙ ҡайынға оҡшап ҡалғайны. Бына ул бәләкәйләнгәндән-бәләкәйә барып көҙгө бушлыҡта ирене, юҡҡа сыҡты… Шаярыуға тартым был ваҡиға хәтеремдә оҙаҡ ваҡытҡа уйылып ҡалды. Уйылыу ғына түгел, бик йыш татлы мөғжизә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ сүрәтендә төштәре-мә инде. Был донъяға һәр әҙәм балаһы үҙ яртыһы өсөн тыуыуына, һәм шул ике яртының ҡасан да булһа осрашыуҙарына, хатта осраҡлы ғына булһа ла тормош һуҡмағында тап килешеүҙәренә, шул саҡта береһе икенсеһен таныуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Ә ҡауышыу, йәиһә аймылышып, аҙашып йөрөү - яҙмыш хөкөмөндә. Әгәр һәр ярты үҙ өлөшөн табып бер бөтөнгә әүерелә барһа был дон-ъяла һағыныу менән һағыш та булмаҫ, мөхәббәт йырҙары, шиғырҙары ла яҙылм-аҫ, үлемһеҙ көйҙәр, илаһи картиналар ҙа ижад ителмәҫ ине моғайын. Ә Фәниәне мин эҙләп тапманым, ул тормошома үҙе килеп инде. Хәйер, көнитмешемә тамсы ла зарланмайым, шәп ҡатын ул: хәстәрлекле, эшһөйәр, ыҫбай. Донъябыҙҙы ялт иттереп тота. Йәшәүебеҙҙең йәме һәм ҡото ул!
– Ә улыңды әйтәм, Уйылдан, бәхетен яҙа ебәрмәгән, тапҡан бит, һинең хатаңды ҡабатлап ҡауыштырмай торған һуҡмаҡтан да йөрөмәгән, ят һанлы трамвайға ла ултырмаған.
– Малай ҙа, буласаҡ килен дә Мәскәүҙә уҡынылар. Шул мегаполиста бер-береһен эҙләп тапһындар сәле. Яҙмыш ҡушыуы, Ер шарын әйләндергән, күсәре-ндә тотоп торған мөхәббәт ҡөҙрәтелер был! Йә, ярай, оҙаҡ ирәүәнләп ташланды, кискеһен кәләш әйттереү табынына ҡатынығыҙ менән рәхим итегеҙ. Көтәбеҙ! - Ҡунағым урынынан торҙо.
 
 
 
*мәһәр – никах аҡсаһы, бүләге.
*ҡыпыштан ҡоро ҡалыу – һәр ергә ҡыҫылыу.
*самими – саф, асыҡ күңелле.
*ирәм – мәрәкәсел.
 
 
Барҙыҡ саҡырылған ергә. Ҡоҙа булаһы кешеләр ҡыуанып, әйҙүкләп ҡаршы ал-дылар, Уйылдан ололап эргәһенә ултыртты. Ауылға ҡайтып йөрөгәс Иғдәүләтов-тарҙың ғаиләһен йыш күреп йөрөйөм, хәл-тороштарын, көнитмештәрен беләм. Бар йәһәттән дә шәп йәшәйҙәр улар. Һиҙҙермәй генә ҡаш аҫтынан Уйылдан менән Рәшиҙәгә ҡарап алдым. Уйылданда эске балҡыш, күңел йәме, йән ҡәнәғәтлеге төҫмөрләнә, Рәшиҙә лә әллә күпмегә йәшәреп киткәндәй, йәш ҡыҙҙар ише тилбер, өҙә баҫып йүгермәләп йөрөй. Һәм улар йыш, бик йыш итеп өҫтәл артында ултырған мыҡты кәүҙәле егет менән һомғол буйлы ҡыҙға һөйөү тулы, наҙлы ҡараштары менән ҡарап-ҡарап алалар…
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Читайте нас: