Был эш "Башҡортостан - Рәсәй терәге" акцияһына ярашлы, Маҡар ауылы биләмәһе депутаттары башланғысы менән, ауылдаштарыбыҙ Илнур Мөхйәнов, Илдар Фәтиев һәм Эльмир Дәминов ярҙамында атҡарылды.
Башкортостан Республикаһы көнө - беҙҙең өсөн оло байрам. Сөнки иң ҡиммәтле төшөнсә ул Тыуған ил. Селтербей тауы башында елберләгән иң ҙур үлсәмле республика байрағын күреү һәр беребеҙ өсөн оло ғорурлыҡ. Беҙ был изге ерҙә йәшәгәнбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ, республикабыҙ балаларыбыҙға - киләсәк быуынға ҡаласаҡ. Бөгөн Башҡортостан - Рәсәйҙең иң ҙур, иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәктәренең береһе. Тарихҡа күҙ һалғанда, беҙ һәр саҡ Рәсәй менән бергә. Ә илебеҙ донъяла иң ҙур һәм күп милләтле. Шуға күрә, уның менән идара итеү, дәүләттең берҙәмлеген һәм сигенең именлеген һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел.
Хөрмәтле яҡташтар! Барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.