Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь , 11:00

Берҙән-берем бер генәм

Был икәүҙе мин йыш күрәм. Эшкә китешләй ҙә, ҡайтышлай ҙа осрайҙар. Гел бергәләр, ҡултыҡлашып, йә етәкләшеп баралар. Ҡырҡ йәштәр самаһындағы ошо парҙың йәш егет менән ҡыҙҙай һыйынып атлауҙары ирмәк тойола ине башта, тора-бара күнектем.

Берҙән-берем бер генәм
Берҙән-берем бер генәм
Тәүҙәрәк тап булышҡанда өндәшешмәй уҙҙыҡ, аҙаҡтан баш ҡағып иҫәнләшә башланыҡ, һуңға табан йылмая биреп йылы сәләмләшеүҙе ғәҙәт иттек. Иғтибарға алмау мөмкин дә түгел шул, миңә ҡалһа, улар ҡайһы яғы менәндер башҡаларҙан айырылып күренә төҫлө. Ир кеше урта буйлынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, мыҡты кәүҙәле: ҡарағусҡыл, ялтас биттәре, йәмшек, итләс танауы, текә маңлайы, шешмәкләнеп ҡапсайған ҡабаҡлы һорғолт күҙҙәре уны тәү ҡарашҡа тәкәббер һәм ҡырыҫ итәләр. Шул төйөрөм кәүҙәлә тышҡа бәрелеп бармаған көс-ғәйрәт һиҙелә. Ундайҙар, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ күҙенә эләгә һалып бармай. Бөҙрә, апаруҡ сал ҡунған сәстәренән айырмалы, тура, яҫы, бер-береһенә тоташып тиерлек үҫкән ҡаштары сөм-ҡара, айырым-асыҡ һыҙатланып ирҙе күпкә йәшәртә, күркәм итә. Ул ныҡ, ышаныслы баҫып атларға тырышһа ла, һиҙелер-һиҙелмәҫ һул аяғына аҡһай, шуғалырмы, ҡулдарын йәйә биреп хәрәкәтләнеүе тайшанлап-төмрәнләгән айыуҙы хәтерләтә. Ошо кәмселекте сит-ят, ҡыҙыҡһыныусан текәлеүҙәрҙән йәшерергә теләгән бисәкәйе гел шул яҡтан һомғол буйын иренә ҡуштан терәп бара. Бөтә йәһәттән дә урта саманан ары китмәгән ирҙең йәмәғәте уға ҡарағанда күпкә йәш тә, сибәрерәк тә, ундайҙар хаҡында беҙҙең яҡта һөйкөмлө һөйәкле тиҙәр: ҡалын, ҡабарып таралған һары сәстәре, уң яғында уймағы беленгән тумалаҡ бит алмалары, ыҡсым танауы, ҡыйғас ҡаштары, аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән зәңгәр күҙҙәре тотош фиғелде тағы ла йәмләйҙәр, нурлы итәләр. Ағас йәме – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәй, килешле, көйәҙ кейенеүҙәре был икәүҙе тағы ла ылыҡтырғыс итә. Йәнә атлаған ыңғайы ҡатын иренә зерә яратып, һоҡланып һирпелә һалып ала, тегеһе лә шул ҡарашты һиҙеп, туң, ҡырыҫ сырайлы йөҙөн ирәмһетә. Күнәгенә ҡапҡасы тап килеңкерәмәһә лә, уларҙың шулайтып бергә йөрөүҙәре һоҡланғыс, ҡушарлап барыуҙары йәмле.
Эшкә китергә ҡабаланғанда машинам тоҡанмай йорт янындағы майҙансыҡта мәшәҡәтләнә инем, танышым үҙе эргәмә килде:
– Сәләм! – Майға буялған ҡулымды һәрмәп алып ҡуш усына йомарланы, тимер-томорға яҡын кеше генә шулай мазут-маҙарҙы бар тип тә белмәй. – Танышайыҡ әле яҡындан, Тайфур Ҡунаҡбаев, тиҙәр мине. Һеҙгә нисегерәк өндәшергә, ҡусты, типме, әллә ағай, типме? – Йәшемде әйттем. – Сырайығыҙ һиҙҙертмәһә лә, минән күпкә ол-оһоғоҙ икән, шуға ағай, ти ҙә ҡуяйым. Әле бына Йыһаниә магазиндан ҡайтышлай машина янында булышыуығыҙҙы күреп ҡалған да, барып ярҙамлаш әле, шоферһың бит, ти. – Һораулы ҡарашымды һүҙһеҙ ҙә аңлап өҫтәне. – Күптәр уны мәрйә тип ҡабул итеп яңылышалар, юҡ, үҙебеҙҙең милләттән. Ул тағы, нишләп ҡара асманды һайлаған икән, тип бер уйламаһағыҙ бер уйлағанһығыҙҙыр. Үҙем дә ғәжәпләнәм ҡай саҡ, ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһын, кисерештәрен, сиселмәҫ йомаҡ ише булмыштарын аңларға маташ – файҙаһыҙ. Кәртинкәләй егеттәр ғашиҡ, ә улар өркөткөстәрҙе һайлай, үҙ итә бит, үәт бәлә нимәлә! – Ул шулай оҙон-оҙаҡ һөйләнеп, һәлмәк юрғалап, белекле ҡиәфәттә машинамды әйләнеп сыҡты ла, теш араһынан күңелле көй һыҙғырып, ситкәрәк баҫты.
Беҙҙең биш ҡатлы йорт ҡала ситендә, ары, асфальт юл аша, баҡсаларға күмелгән ҡәҙимге ауыл өйҙәре башлана. Ҡасабаның исеме лә бар – Ҡамышлы. Ниңә улай атағандарҙыр, бер Хоҙай белә, өйҙәр тигеҙлектә урынлашҡан, урамдары киң, ҡамыш-фәлән үҫкән ер ҙә күҙгә салынмай. Бында көнитмеш ысын ауылдағыса: яҙҙан ҡара көҙгәсә урам буйлатып, Төйәләҫ йылғаһы яғына ҡарай һәр көн иртән көтөү ҡыуалар, бесән осоронда арбаларға тейәп алып ҡайтып, лапаҫ башында киптереп ҡышлыҡ бесән әҙерләйҙәр, торлаҡтары газ менән йылытылһа ла, мунсаға яғыр утын хәстәрләйҙәр, колонканан көйәнтәләп һыу ташыйҙар, таң һарыһында ҡасабаны ғына түгел, беҙҙе лә тамаҡ ярып әтәс һөрәнләүе уята, көн оҙоно тауыҡ ҡытҡылдауы, һирәк-һаяҡ эт өрөүе ишетелеп ҡуя Ҡамышлынан, танһыҡ ауыл йәме, ауыл тәме, ауыл еҫе килә әлеге тарафтан. Миңә шул ябай шөғөл-тәртиптәр, ҡаҡшамаҫ ҡанундар оҡшай бигерәк, күнегелгән йәнле шау-шыу йәнемә майҙай яғыла, тыуған төйәгем көс-дарман бирер өсөн эргәмә күсеп килгәндәй хис итәм ҡайһы саҡ. Танышым әле, үҙенең Ҡамышлынан икәнлеген белгертеп, баш ҡағып һораны:
– Был йорттоң юғары ҡатынан беҙҙең ауыл ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренәлер инде.
– Ыҙмабыҙ бейек бейеклеген, тик үҙһенеп бөтмәйем таш диуарҙы, ауыл өйө һағындыра.
– Һеҙ ҡайҙан?
– Урман Йылайырынан. Һеҙсе?
– Ырымбурҙан. Сал ҡылған елберләгән икһеҙ-сикһеҙ даланы күргәнегеҙ бармы? Шул иркенлектә тыуғанмын! – Ғорурланып әйтте.
– Бына таныштыҡ та, юғиһә иҫәнләшеп кенә кемдең кемлеген ҡайҙан беләһең?
– Әйтмә лә. – Йәнләнеп китте. – Тимер айғырҙың ҡайһы тирәһен соҡойһоң?
– Кәзәләнгәс, арғымаҡтар тоҡомонан түгелдер был нәмә! Аптыратты ла баһа. Тәҙрә быялаларын да һөртөп ҡарайым, тәгәрмәстәрҙе лә типкеләйем. Тоҡанмай. – Үҙемдең техникала оңҡотлоғома ишаралап, шулай мәрәкәләнем.
Тайфур ихлас һаһылдап көлөп ебәрҙе лә, асыҡ машина ишегенә терһәкләнеп, ҡәтғи күрһәтмәһен бирҙе:
– Капотты асығыҙ әле! Ҡуй, улайтып эткеләмә-төрткөләмәгеҙ, машина тигәнең ҡатын-ҡыҙ менән бер, көйләгәнде-яйлағанды ярата. Үҙем ғүмерем буйы баранка борғослағас, быны яҡшы беләм. – Шулай тине лә отвертка, кәрәкле асҡыстар алып, асыҡ капотҡа ярты кәүҙәһен тығып, тикшеренергә керешеп китте, шунан ҡайта-ҡайта руль артына ултырып, стартерға баҫҡылап та аҙапланды. Бер аҙҙан сөскөрөү-бышҡырыуҙан ары китмәгән машинаға диагноз ҡуйылды. – Тиҙ генә тоҡанырлыҡ рәте юҡ быныңдың, корбюратор бензин үткәрмәй. Хәҙер ысҡындырып алайыҡ. Алып ҡайтып ҡараштырып бирермен, төштән һуң кил. – Урам исемен, йәшәгән өйөнөң һанын әйтте.
– Хәҙер үк һуғылаһы, ҡабалан үтәйһе мәшәҡәттәр бар ине бит әле. Еңел автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереүсе пункттар аҙым һайын, һеҙҙе борсоғансы, бәлки, шунда барырғалыр?
– Ҡабаланһағыҙ, эшегеҙгә йәйәүләп йүгерегеҙ, ғүмерегеҙ буйы машинаға ҡырын ятып елдереп көн итмәгәнһегеҙҙер бит! – Тайфур туранан бәреп ярайһы уҡ тупаҫ ҡырт киҫте. – Ремонтлатыуға килгәндә, аҡсаңды һуйып аласаҡтар, өҫтәүенә, эштең рәт-сүрәтен белмәгән ундағы малай-шалайға ышаныс та самалы.
Ҡаты бәрелеүгә ҡылъяймаһам да, зарурат буйһондорҙо, ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Кисҡорон, эштән ҡайтышлай, аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып, ҡултығыма күстәнәсемде ҡыҫтырҙым да, Тайфурҙарҙы эҙләп киттем.
Алыҫ йәшәмәйҙәр икән дә баһа, йортобоҙ, хатта фатирыбыҙҙың тәҙрәләре был тапҡырҙан бермә-бер асыҡ күренә. Түбәһе көрән тимер черепица менән ябылған, бүрәнәләренән бөрсөк-бөрсөк ыҫмала тамсылары һарҡып беленгән алты мөйөшлө ҡарағай йорт әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып мөһабәт ҡалҡҡан. Урамға ҡараған ҙур тәҙрәләр ҡаршыһында иркен итеп кәртәләп алынған алма баҡсаһы. Тупрағы йомшартылып, олон төптәре аҡбалсыҡланған ағастар, әле шау сәскәгә күмелеп, иҫерткес хуш еҫ бөркә. Мамыҡтай ҡабарған сәскә суҡтарынан һеркә йыйыусы бал ҡорттарының тигеҙ геүләүе тирә-йүнгә үҙенсәлекле, ирәүән моң тарата. Иртәнге томандай ҡуйы, һөт күбегеләй еңел алмағастар йылымыс яҙғы елгә эйәреп, төпһөҙ зәңгәр сатырҙа йөҙгән болоттарға барып ҡушылырҙар ҙа, эргәлә генә күгәреп ҡалҡҡан Ирәндек тауын артылып, ҡайҙалыр осоп китерҙәр һымаҡ. Беркетелгән бағаналары әрселгән имәндән бөтөрөлгән, ситтәре ялтыр ҡалай менән нағышланған, йөҙөнә бер-береһенә ынтылып талпыныусы күгәрсендәр һүрәте төшөрөлгән, өҫкө өлөшө тимер сымдарҙы бөгөп семәрләнгән ағас ҡапҡа асыҡ йәшел төҫкә буялған. Арыраҡ ишеге урам яҡҡа ҡараған, инер-сығыр майҙансығына асфальт йәйелгән шифер ҡыйыҡлы кирбес гараж күренә. Бәләкәй ҡапҡа бағанаһына беркетелгән ҡулайлама төймәһенә баҫҡайным, эс яҡта ҡыңғырау сыңлап ебәрҙе.
– Кем унда, бикләмәгәнбеҙ! – Яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.
Индем дә уңайһыҙлана биреп туҡтап ҡалдым. Бында ла таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Ҡаршыла төп өйҙө усаҡлыҡ менән тоташтырған ҡыйыҡлы күтәрмә күренә. Бил тәң-гәленән һырлы кәртә менән сикләнгән, таҡталары, ҡыйыҡ терәүҙәре төҫһөҙ лак менән ҡатырылған был ҡоролма тотош ихатаға күтәренкелек, тантана өҫтәй. Усаҡлыҡтан ары йәшелсә баҡсаһына терәлгән ыҡсым мунса күренә. Баҡсала ҡарайып түтәлдәр теҙелгән, бер нисәһендә әле генә сығарылған помидор, борос һәрпенделәре күҙгә ташлана, ботаҡтарының яртыһын рәшәткәнән ишек алдына һалындырған өйкөм сирен ҡыуағы ла күкрәп сәскәгә тумаланған. Былар барыһы ла, һис һүҙһеҙ, ир оҫталығы, ҡатын-ҡыҙ егәрлегенән яралған.
– Мөмкинме?..
– Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ, әйҙә, тартынмай үтегеҙ! – Күтәрмә иҙәненә керҙәр өйөп һалып, шуларҙы йыуыу машинаһына тығып мәшәҡәтләнгән хужабикә, алъяпҡысына еүешләнгән ҡулдарын һөртә-һөртә, миңә ҡаршы атланы ла, ҡабырға ишеге асыҡ гар-аж яғына ҡарап ҡысҡырҙы. – Тайфур, һиңә килгәндәр, өлгөрттөңмө? – Шунан алсаҡ һирпелеп күрешергә үрелде. – Йыһаниә. Һеҙгә кем тип өндәшергә? – Бәләкәй, йомшаҡ ҡулды тотоп исемемде әйттем. – Яуабым элә һалып алынды. – Бер туған мыртыйымдың* да исеме Айҙар ине. – Йөҙөнән бер мәлгә генә моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үткән хужабикә, тиҙ арала үҙен ҡулға алып, ҡайтанан ирен киҫәтеүҙе кәрәк тапты. – Эшемде ҡуйып, өҫтәл тирәһен ҡараштырып, өйҙә булырмын, оҙаҡламаҫһығыҙ.
– Килдеңдәме? – Мығырҙап һөйләнеү ишетелде. – Инегеҙ. – Эстә тоҡандырылған ут яҡтыһында ҡара ҡыҙыл төҫтәге еңел машина күренә. Стенаға ҡағылған, асыҡ кәштәләренә эреле-ваҡлы запас частар тулған шкаф эргәһенә мазут һеңгән ағас өҫтәл ҡуйылған. Тайфур шунда шөғөлләнә. Мине абайлағас, эргәһенән урын күрһәтте:
– Ултыр мынауында, хәҙер бөтәм.
Ун-ун биш минуттан карбюраторҙы ҡулыма тотторҙо:
– Тикшермәйенсә лә ҡуя алаһың. Еренә еткерҙем, шикелле.
– Рәхмәт. Ни хаҡ?
– Нимә ни хаҡ?
– Күпме түләйем, тим.
– Ошоноң өсөнмө? Ваҡланмайыҡ. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. Шунан эшкә бараһы. Карьерҙан руда ташыйбыҙ.
– Күпме мәшәҡәтләндегеҙ, әле ҡатынығыҙ эшен ҡуйып сәй әҙерләй. Көнө буйына бәләмде һалдым, инеп тормам. – Китергә йыйындым.
– Бер ҙә һалманығыҙ. Тәүгә ингән кешене, ғәҙәттә, ҡоро сығармайҙар, әгәр шул килеш китһәгеҙ, киреһенсә, беҙгә уңайһыҙ буласаҡ. Әйҙәгеҙ, Йыһаниә ҡараштырғандыр табынын. – Ул, майлы ҡулдарын сепрәк менән ҡоротто ла, күтәрмә бағанаһына ҡағылған йыуынғыс яғына ыңғайланы. Саҡырыу кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи әйтелһә лә, хужаның өндәшеүе был юлы һәүетемсә, үҙен тотошо ла ябай, абруйлы. Тайфурҙың артынан күндәм эйәрҙем.
Өй эсен күҙҙән үткәрҙем. Һулаҡайҙа аш бүлмәһе. Әле унан танауҙы ҡытыҡлап тәмле ризыҡ еҫе килә. Ҡаршыла иркен зал, уң ҡулда ишек, унда моғайын йоҡо бүлмәһелер. Залда йәйелеп һүрәтләр ҡаралты-йыһаз күренмәй: ситтәрәк махсус шкафҡа урынлаштырылған йоҡа, яҫы экранлы сит ил телевизоры, ары бәрхәт буҫтау ябылған йомшаҡ (мөйөш», өс секциялы стенка, уң яҡ стенаға китап кәштәһе терәлгән. Тотош ҡаралтыға яҡты, йомғаҡлау нөктәһе ҡуйғандай түшәмде затлы люстра биҙәй. Бар мөлкәт шунан ғибәрәт. Бер нәмә артыҡ та, кәм дә түгел. Әгәр әле урынлаштырылғандарҙы урынынан алһаң йә ситкә шылдырһаң – бөтөнлөк хасил иткән зауыҡ боҙолор, юҡҡа сығыр ине.
Яңы таныштарым менән табын артында ултырған арала улар тураһында өҙә-йырта булһа ла белергә өлгөрҙөм. Бая Йыһаниә мыртыйҙан һалдырғас уҡ уның Ейәнсура яҡтарынан икәнлеген тоҫмаллап өлгөргәйнем, яңылышмағанмын, дала кешеһе булараҡ, ҡыуан ел ҡаҡлаған, йөҙөндә ҡоңғорт тут беленгән Тайфурҙың тоҡомона ҡаҙаҡ шауҡымы ҡағылыуы ла ихтимал, килеш-килбәте шул хаҡта һөйләй. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, ирәбе хужаларҙы һынамсыл күҙләйем, түңәрәк йәшәйеште теүәлләйем. Тик нишләптер күңелде аңлашылып бөтмәгән һағыш тырнай. Бында нимәлер ҡыйыҡ, китек бит. Донъяларының нигеҙе ныҡ, иркен йәшәйҙәр, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре лә йылы. Барыбер ниҙер етмәй. Нимә? Хәлбүки ҡарар күҙгә күренмәгән етешһеҙлекте төртөп әйтеү мөмкин түгел…
Ошонан һуң был икәү менән осрашҡанда йылы иҫәнләшеп, аҙға ғына булһа ла туҡталып, хәл-әхүәлләшә башланым. Ләкин аралашыуыбыҙ иҫәнләшеүҙән ары уҙманы, тегеләр ҡатыным менән ҡушып ҡат-ҡат саҡырһалар ҙа, барып әйләнергә форсат сыҡманы, тағы, ни тиһәң дә, ауылда көн итмәйбеҙ, бында икенсе йола, икенсе тәртип, саҡырған ергә лә һайлап ҡуҙғалалар, ихласлыҡ, хуш күңеллелек, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡунаҡсыллыҡ, бер ҡатлылыҡ төҫ түгел ҡалаға. Үҙебеҙ ҙә күнә барабыҙ замана ҡалыбына, шулай тейеш, тип, сәйерһенмәй ҡабул итәбеҙ. Килгеләп йөрөгөҙ, тип ҡыҫтайбыҙ ҙа бит, көнөн-сәғәтен әйтеп өндәшеү юҡ. Ҡасан барырға, ҡайһы мәл ҡулай булыр? Хужалар көтмәгәндә баҫып инеп, уңайһыҙ хәлдә ҡалыуың бар. Тимәк, аныҡ әйтмәй әйҙүкләү – әҙәп һаҡлап өндәшеү генә, зыялылыҡ билдәһе, үҙенә күрә этикет. Шунан ары түгел.
Бер мәл таныштарым зым-зыя юғалды. Даими осрап торғастары ғәҙәткә инеп китә бит ул, хәҙер йорт янына яҡынлаһам, тегеләрҙе эҙләп ян-яғыма ҡарап алам. Күренмәйҙәр. Юҡ, былай бармай, мотлаҡ хәлдәрен белергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем.
Эшемдән, гәзит редакцияһынан сыҡтым да машинама йүнәлгәйнем, таныш тауышты ишетеп туҡтаным:
– Корбюратор көйлө эшләйме, башҡаса сөскөрмәй-бышҡырмаймы?
Ҡараһам, минән биш-алты аҙым ситтәрәк Тайфур баҫҡан.
– Иҫәнме, әйҙә ултыр, ҡайтышлай юл ыңғайы һөйләшербеҙ, әйткәндәй, бөгөн һеҙгә инеп сыҡмаҡсы инем әле. Юғалдығыҙ ҙа. Тап килеп арыу иттең әле. – Ҡыуанып шулай һөйләндем.
Тайфур ҡымшанманы. Тора бирҙе. Мин дә, асҡысты ҡулымда уйнатып, көтәм. Ниһайәт, танышым битарафыраҡ ҡиәфәттә беҙҙән алыҫ түгел скверҙа күренгән ултырғысҡа ымланы:
– Ҡабаланмаһағыҙ…
– Сыуаҡлап алайыҡ, тимәксеһегеҙме? Әйҙә һуң. – Танышыма әйтеп бөтөргә лә бирмәй шулай тинем дә, кабина ишеген шартлата ябып, елтәнләп алдан төштөм. Әйтереңде ҡыҫҡа тот, йәнәһе, ҡабаланам. Ултырғысҡа барып ялпаштыҡ. Тайфур куртка кеҫәләрен һуҡҡылап тәмәке ҡабын килтереп сығарҙы ла сигарет тәҡдим итте.
– Рәхмәт. Ауыҙыма алған нәмәм түгел.
– Молодец! – Ул ирендәренә ҡыҫҡанын тоҡандырып тәрән һурҙы ла, төтөнөн мул итеп ситкә өргәс, өйрәнсектәй сирылып сәсәп алды. – Ташлағайным ошо нәмәне, кире тартам хәҙер. Дурак, тимәксеһегеҙме? – Ул асы йылмайҙы. – Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?
– Арыу. – Тарҡау яуапланым. Әле эш бит миндә түгел, Тайфурҙың үҙен тотошо аптырауға һала, шуға ары ни әйтерен көтәм.
– Улайһа, яраған! – Ул уйҙарына бирелеп мөштәйә бирҙе лә эске ғазап сағылған ҡарашын тирә-яҡҡа йүнәлтте. – Әбейҙәр сыуағын әйтәм, ялтлап балҡый, әммә һыуыҡ шул ялтырауыҡҡа төрөнгән. Бынау ҡояшы ла теге көндәге ямғырҙан һуң йылынып китә алмай. – Муйынына һалған йоҡа шарфын төҙәтештерҙе, курткаһының яртылаш тартылған замогын өҫкәрәк күтәрҙе.
Теге саҡ яуап таба алмаған һорауымдың асылын астым, шикелле – Тайфурҙың ҡарашы төбөнә моңһоулыҡ һәм кәмһенеү йәшеренгән дәһә, Йыһаниәнең йылмайып ҡараған күҙҙәрендә лә шул эҙҙәр төҫмөрләнә ине…
– Бөтә ялтыраған баҙлауыҡ йылытмай инде ул. – Әңгәмәсем ары ни әйтерен көтөп, һүҙ осон ялғағайным да, ул ары өндәшмәне, ирендәрен ҡымтып шымтайҙы. Мин дә уны ҡабаландырмай-ҡыҫтамай ян-тирәмде тамаша ҡылам.
Көҙ миҙгеленең үтә күренмәле сыуаҡ та, сағыу ҙа көндәре. Бына ул тағы ла берауыҡ һуңғы матурлығында яныр ҙа, ҡабаланып төҫ ташлар, ут ҡапҡандай янған ағастар яланғасланыр, мәле еткәс ямғыр быҫҡаҡларға тотонор, ер, йәнә, бар тирә-яҡ, анау йорттар шул һалҡын тамсыларға ҡойоноп өшөр, күшегер, ҡоштар тубы ла шул өшәндергес тыныуҙан ҡасҡандай, һағышлы иңрәп көньяҡҡа ҡарай тартылыр. Элекке көн ҡапыл һалҡынайтып алғайны, әле эргәләге ҡырау һуҡҡан түтәлдәр ҡарайып ҡыуарған. Тик башын аҫҡа эйгән бер сәскә генә бирешмәй ҡалып йәм-матурлыҡ сәсә. Уның таждары аҫтына ҡанаттарын йыйып сыбар күбәләк боҫҡан. Йылы миҙгелдең һуңғы илселәре – берҙән-бер сәскә бөртөгө, аҙашҡан күбәләк…
Тайфур тартып бөттө лә төпсөгөн ынтылып эргәләге сүп һауытына ырғытҡас, ҡулдарын кеҫәләренә тығып, муйынын ҡожрайтып торғоҙолған яға эсенә тартты:
– Айҙар ағай, һеҙ, ней, әпәләнмәгеҙ* әле артыҡлап, әйтер һүҙем бар… Ике ай була тиҙҙән, Йыһаниәнән киткәнгә…
Көтөлмәгән яңылыҡтан бөтөнләй туғарылдым, ысынмы-бушмы был, тиергә уҡталдым, тик урынһыҙ һорауым алҡымыма һыҡып, ауыр көрһөнөү булып сыҡты.
– Нишләп, тип һорамаҡсыһыңмы? – Тайфур «һин»гә күсеп, шулай тине лә, яуабын да ҡайтарҙы. – Белмәйем, бер ни ҙә белмәйем! Шайтан ҡотортто, тиҙәр бит әле, шул алйытҡандыр, күҙҙәремде бәйләгәндер. Нимә эшләгәнемде әле лә аҙағынаса төшөнөп етмәйем. Ғәфү итмәҫлек хыянат ҡылғанымды ла яҡшы аңлайым, тик күңелемдә тамсы ла үкенеү тойғоһо юҡ нишләптер. Аҙғынлыҡмы был? Улай тиһәң, ошоға тиклем дә боҙоҡлоҡтар ҡылырға яйы сыға ине, иҫем дә китмәне лә баһа. Ә был юлы… – Тайфур яңынан сигарет сығарып, бармаҡтарында әүәләргә керешкәйне, тәмәке ҡағыҙынан һытылып ергә һибелде. Ир ҡулындағын асыу менән ситкә атып бәргәс, сүместәй йоҙроғон кеҫәһенә йәшерҙе.
– Улай икән…
– Улай икән, тип һуҙыуы еңел ул! – Тайфур көтмәгәндә тоҡанып, ырғып тороп сәбәләнеп йөрөп алды ла ҡаршыма баҫты. – Бына һин, ағай, ғәйепһеҙлегемә ышанаһыңмы?
– Ышанырға һуң, һөйләгәнеңдең айышына бер ҙә генә лә төшөнмәйем. Бәргесләнмәҫ элек китеп ҡотолһам да шөкөр. – Көсөргәнешлекте йомшартырға теләп көлөмһөрәнем.
– Үҙемде кем дөмбәҫләһен әле! – Тайфур ярпылдап кире эргәмә сүкте лә тынып ҡалды, бер аҙҙан бөтөнләй тынысланды, шикелле, ҡабаланмай сигарет сығарып тоҡандырҙы, төтөнгә эйәреп, уның яҙмыш хикәйәһе ағылды.
– Сығышым менән, беләһең, Ырымбурҙанмын. Атай-әсәйем район үҙәгендә эшләнеләр: әсәйем дауаханала шәфҡәт туташы, атайым мәктәптә башҡорт теленән уҡытты. Әйткәндәй, ҡартатайым ҡаҙаҡ милләтенән, исеме – Серикбай. Йәш сағында Ырымбурға килеп өләсәйемде тап иткән, шунан ғүмере буйы башҡорттар араһында йәшәгәс, башҡортлашып бөткән. Быны мин үткәндә, ҡаҙаҡҡа оҡшаған был, тигән һымағыраҡ ҡарап ултырыуығыҙға яуап итеп кенә әйтеүем. Асылда был мөһим дә түгел, кешенең булмышын милләт билдәләмәй бит. Атайым ҡаҙаҡса арыу уҡ һупалаһа ла, башҡортсаны һыу һымаҡ эсә, үҙе өсөн генә яҙыштырғылай ҙа. Әйткәндәй, беҙҙең яҡта башҡорт ауылдары бик күп ул. Атайым Ырымбур юлын тапай-юллай барып беҙҙең мәктәптәге балаларҙы үҙ телендә уҡытырға рөхсәт алды ла, пенсияға сыҡҡанынса шул эшен башҡарҙы. Әйтер инем, теләп, күңелен һалып башҡарҙы. Ул ялға сыҡҡайны, башҡорт теле уҡытылмай. Вәссәләм. Хәҙер ауылыбыҙҙа туған телде белгәндәр юҡ кимәлендә. Ошондайыраҡ хәлдәр беҙҙә. Миңә ҡалһа, ҡулдан килһә лә уҡыуға артыҡлап ихласлыҡ та, теләк тә булманы. Мәктәптән һуң шоферҙар курсын бөтөргәйнем, район дауаханаһына «Тиҙ ярҙам» машинаһына эшкә алдылар. Армияға ла шунан оҙаттылар. Ҡайтыуыма анттар, вәғәҙәләр биреп ҡалған ҡыҙым кейәүгә сығып, ҡайҙалыр китеп юғалғайны. Аҙна-ун көн ҡаңғырып йөрөгәс, атай-әсәйҙең рөхсәтен алып, Башҡортостан тарафтарына юлландым, ни тиһәң дә, йәнгә яҡын яҡ. Атайҙың таныштары аша карьерға урынлаштым, дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, яңы «Белаз» машинаһына ултыртып ҡуйҙылар. Эштәрем баштан уҡ ыңғай китте, үҙем дә тырыш инем шул: планды ла үтәйем, квартал һайын премияһын да бирәләр. Тик шул аҡсаны туҙҙырып бөтәм бит, яйы сыҡҡанда эшемә зыян килтермәй байрам да итеп алына, ҡыҙ-ҡырҡын иғтибарынан да мәхрүм түгелмен. Тик йөрәк буш, уны елкендерер, йәнде иретерлек хис-тойғо булмағас, ваҡытлы наҙға әүрәп, ымһынып өйләнмәй йөрөй бирәм. Ҡатын-ҡыҙ халҡына ышанысым кәмегәйне шул, шуға тормош ағышы ыңғайына ҡаршылыҡһыҙ йөҙөп, ҡыутомшоҡ тормошо менән йәшәлде. Шунан Йыһаниә. Уны ла осраҡлы, бәләгә тарыған мәлдә тап иттем.
Ял көнө бергә эшләгән дуҫта ҡунаҡ булдыҡ та, ҡыҙып алғас уның еңел машинаһына тейәлеп, һауа алыштырып елдереп әйләнергә теләгән инек тә, ҡала ситенә сығыу менән беренсе боролошҡа һыймай ауҙыҡ. Иҫемә килгәндә палатала ятам, тотош тән һыҙлай, ҡойолоп бара, һулаҡай аяғымды күтәреп, ҡулайламаға беркетеп, уға гер аҫып ҡуйғандар. Маңлайымды ниндәйҙер йылы ус ҡармаған. Унан тотош тәнемә аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ тарала. Ауырлыҡ менән шешеп йомолған күҙҙәремде астым. Карауат эргәһендәге ултырғысҡа аҡ фәрештәләй ҡыҙ һаҡҡан.
– Һеҙ кем? Дуҫым ҡайҙа?
– Шәфҡәт туташы. Дуҫығыҙҙың хәле һеҙҙекенән яҡшыраҡ. Беҙҙә ярты көн генә булды. Әле өйөндә күгәргән ерҙәрен ыуып, ҡурҡыуынан ҡотола алмай ултыралыр.
– Һеҙ нишләп бында?
– Тағы ҡайҙа булайым? Мейегеҙ һелкенгән, өҫтәүенә аяғығыҙ… Бер тәүлек иҫегеҙгә килә алманығыҙ. Үтте ауыры, бынан ары бирешмәҫһегеҙ. – Ул сығырға йыйынды.
– Китмәгеҙ, һылыу… Усығыҙҙы маңлайымдан алғайнығыҙ, ул ҡабаттан ауырта башланы, янымда ҡалығыҙ, ә мин ял итәйем.
– Коридорҙа атай-әсәйегеҙ көтә.
– Тағы ла инерһегеҙме?
– Һеҙҙе ҡалдырып ҡайҙа ғына барайым.
Йыһаниә менән танышыуыбыҙ шулайыраҡ булды. Танышыу, тип әйтеү аҙҙыр, уны тәү күреүҙән үҙ иттем. Был тотош йәнде биләгән, күңелде тетрәткән ярһыу хис түгел ине, уның янында һил, тыныс, әйтерһең гел генә ҡурсып, һаҡлап, ҡәҙерләп янымда йөрөгән. Йыһаниәнең эргәһендә рәхәт, мейене шомло уйҙар ҙа игәмәй, иртәгәге көнөңдөң имен атасағына ышанаһың. Йәшерен-батырын түгел, беҙ үҙебеҙ ҙә ана шундай йәшеренер, ял итеп, киләһе көнгә көс туплар ышыҡ эҙләйбеҙ түгелме? Ошондай утрауҙары бар ирҙәр генә ҡыйыу, тәүәккәл, тау-таш ярыр көскә эйә. Йыһаниә кисерештәремде һиҙҙе, шикелле, әммә баштағыса әҙәпле, тыйнаҡ ҡалды, йәнәһе, ауырыуҙы ҡарау, бағыу уның һөнәри бурысы. Дауаханан сыҡҡан мәлдә лә хушлашып, йомшаҡ ҡулдарын һоноп, оялсан йылмайыуҙан ары уҙманы. Мин дә йылмайған булам, ә йөрәкте айырылырға теләмәү юшҡыны өйкәй.
Шулай билдәһеҙлектә ҡаңғырып йөрөнөм-йөрөнөм дә, тәүәккәлләп, ҡулыма гөлләмә тотоп дауаханаға киттем. Дежурствоһына тап килдем алай ҙа. Йыһаниә мине дауахана ихатаһында күргәс, эргәмә килде лә, ҡоро ғына өндәште: «Һаумыһығыҙ. Оҙаҡ көттөгөҙмө?» Ғәфү үтенгәндәй шулай тине лә йәнәшәләп атлап китте. Ошоғаса сәскә-маҙар бүләк итеп өйрәнмәгәс, гөлләмәне өндәшмәй-нитмәй Йыһаниәгә һондом. Ул да әҙәп күрһәтеп, «матур», тиеүҙән уҙманы. Һиҙәм, кәйефе юҡ, йөҙө болоҡһоу. Беҙҙән алыҫ түгел урынлашҡан паркка боролдоҡ, шундағы ултырғыстарҙың береһен биләнек. Бөгөнгө көнгә оҡшаш сыуаҡ көҙгө иртә. Һары, ҡыҙыл, көрән япраҡтар һуҡмаҡтарҙы ябып ҡабарып ята, ағастарҙан һибелгән ямғыр туҡтамай яуа ла яуа. Шуны бер килке күҙәттек.
– Ни өсөн көтөп алғанығыҙҙы ла, ни әйтерегеҙҙе лә алдан беләм, Тайфур, – тине Йыһаниә, – теге саҡта уҡ күрһәткән иғтибарығыҙҙан барыһын да аңланым. Йәшермәйем, һеҙ ҙә миңә яҡынһығыҙ. Күрәһегеҙ, йәш ҡыҙ түгелмен, утыҙға еттем. Беҙҙең яҡта ундайҙарҙы ултыраҡ, тиҙәр. Хаҡлы һорау тыуа, ни өсөн ошоға ҡәҙәр үҙ донъямды ҡора алмағанмын икән?
Көтөлмәгән яңылыҡ ишетеүҙән ҡурҡып, йән тертләп ҡуйҙы.
– Ишемде эҙләй торғас, ҡартайып бөтөлдө, һеҙ ҙә мине көткәнһегеҙҙер. – Уйнатып әйтеп уйымдағын һалдырҙым.
– Бәлки. – Йыһаниәнең йөҙө яманһыу ҡалды. – Үҙегеҙ хәл итегеҙ, Тайфур… Ҡунаҡбаев, ихтыярығыҙға ҡуям, сөнки һеҙгә ышанам. Бер-беребеҙҙе белмәйбеҙ ҙә тиерлек, тик шулай ҙа ышанам. Икебеҙҙең яҙмышты хәл итегеҙ. Хәл итегеҙ, тием дә… – Йыһаниә әйтергәме-юҡмы, тигәндәй тынып ҡалды, шунан тамағы төбөнән бышылдауға тартым өн һығылып сыҡты. – Һеҙ теләгәнде бирә алмайым, Тайфур, бик теләһәм дә…Бер ваҡытта ла балам булмаясаҡ… Ҡыу ағастай түлһеҙ йәнмен… Табиптар шундай хөкөм сығарған…
Уның күҙҙәренән ике бөртөк йәш һығылып сыҡты ла сикәләре буйлап түбән тәгәрәне. Көтөлмәгән яңылыҡтан ни әйтергә белмәй шаңҡып ҡалдым, шунан көсөргәнешлекте кәметергә теләп әйттем:
– Бөтә кеше лә фәрештә түгел инде ул, һәр кемдең етешһеҙ яҡтары була.
– Был төҙәтерлек етешһеҙлек түгел, Тайфур, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡаза… Ҡайһы ғына ир сәскә кеүек балҡып йөрөп тә, емеш бирмәгән ағас менән көн итергә теләһен? Ошоға саҡлы ла артымдан етерлек йүгерҙеләр, һеҙҙең ише гөлләмәләр ташынылар, тик яңы әйткәндәрем хаҡында уйлап, уларҙы тиҙ һыуындырҙым, бәғзеләрен тупаҫлыҡ менән, ҡайһы берҙәрен көткән, һөйгән йәрем бар, тип алдап кире борҙом. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, кейәүгә сыҡтым да икән ти, бер-ике йылдан ирем бала таптыра башлар, уны нимәм менән алдаштыра, үҙемә ылыҡтыра алам? Бына мәсьәлә ниҙә… Ә һеҙгә… дөрөҫөн әйтеп асылдым, нишләп шулай иткәнемде үҙем дә белмәйем… Хәл итегеҙ, Тайфур, ҡабаландырмайым, башҡа килмәҫ булһағыҙ ҙа үпкәм юҡ… Ярай, хушығыҙ, арығанмын, дежурство ауыр үтте…
Ул шулай тине лә ҡабаланып китеп барҙы.
Хәл иттем икебеҙҙең яҙмышты. Ике аҙна тигәндә ҡайтып килендәрен атай-әсәйгә күрһәттем. Минекеләр, бигерәк тә әсәйем, ҡыуанды, Йыһаниә менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Аңлашыла, бер һөнәр кешеләре. Атай-ҡарт та ҡәнәғәт күренә, яйын тап килтереп: «Һин ауһарҙы* тынысландырыр, дөрөҫ йүнәлешкә борор кешегә оҡшаған, киленде һаҡла, беҙҙән фатиха» - тине. Ейәнсура яҡтарына барып әйләнгәс, ауылса итеп ике яҡта ла туй, килен төшөрөү йолаһын атҡарҙыҡ та, ятаҡта йәшәй башланыҡ. Етәкселәргә лә рәхмәт, айырым бүлмә таптылар. Тиҙҙән ҡала ситенән ер алып, ҡайным аша ҡарағай яҙҙырып алып, ауылда бура бөтөргәйнек, шуны алып килеп, өй күтәреп ҡуйҙым. Эштән ҡайтам да, шунда йүгерәм: бөтә хужалыҡты үҙ ҡулдарым менән башҡарҙым, һуңға ҡалһам, ут яҡтыһында төн уртаһы ауғансы шунда мөштөрләйем. Арыу-талыу тигән нәмә лә иҫкә инеп сыҡмай, яратып, теләп, дәртләнеп башҡарған шөғөл ялҡытмай, екһендермәй бит ул… Яңыраҡ һеҙ күргән донъя, беҙҙең икебеҙҙең тырышлыҡ… Тик ул уйламағанда-көтмәгәндә емерелде, селпәрәмә килде. Үҙем ғәйепле. Өйҙө бөтөрөп күсенеп сыҡтыҡ, йыһаз һатып алдыҡ, әҙәмсә йәшәй башланыҡ, әммә көткән, өмөт иткән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо юҡ бит әй. Төҙөлөштө ослаһам, рәхәтләнеп ял итәсәкмен, тип көтөп йөрөп онотолғанмын ғына икән бары. Баш осонда ҡыйығыбыҙ бар, мөлкәт йыйҙыҡ, машина һатып алдыҡ. Ары нимә? Теге саҡ кәләшем хаҡлы булған... Икәүләп зарығып көн итәбеҙ, өйҙә йәм юҡ. Урам, бигерәк тә беҙҙең тирә, бала-саға тауышынан яңғырап тора, кис етһә, йәм, йәнде елкендереүсе моң таратҡан шул шат көлөүҙәр башҡа өйҙәргә китеп юғала. Өлөшөнән мәхрүм торлағыбыҙ етемһерәп ҡала шул саҡ. Был ҡатынымдан һыуыныу, биҙрәү түгел, бары бала көҫәүем, ир кеше булараҡ тоҡом ҡалдырырға теләүем булғандыр, бәлки. Бер көн телевизорҙан ғәжәп тапшырыу күрһәттеләр, ҡайһылыр төр балыҡ, хәтеремдә ҡалмаған, ҡырҡ михнәттәр күреп, ҡаза-юғалтыуҙар аша тоҡом ҡалдырыу өсөн ағын һыулы тау йылғаһынан үрләй. Хәтәр сәфәр барышында үлем сигенә етеп хәлһеҙләнгән, һирәгәйгән балыҡтар йылға тамағына барып етәләр ҙә ыуылдырыҡтарын сәсәләр һәм һәләк булалар. Шуның өсөн йәндәрен аямай балыҡтар, уларҙың ынтылыштары, йәшәү мәғәнәһе шул… Тартайым әле. – Ул яңынан тәмәке сығарып тоҡандырҙы. Мин дә уның яҙмыш ебен һүтеүен өндәшмәй, сабыр ғына көтәм. Бындай саҡта урынһыҙ һүҙ ысҡындырып әңгәмәсеңде өркөтөүең бар.
– Быйыл йәй эштән «янып» барған, Ҡырым тарафтарына тәғәйенләнгән путевка бирҙеләр. Әммә ул бер кешелек кенә, ял итеү ваҡытын ҡыҫҡартып, икегә бүлеп тә булмай. Профкомда, әгәр алырға теләмәһәң, көсләшмәйбеҙ, барырға теләүселәр муйындан, тинеләр. Тоттом да алып ҡайттым. Һүрелгән хистәргә дәрт өрөү өсөн, аҙыраҡ бер-береңдән ял итеп алыу кәрәклеген дә ишеткәнем бар ине, үҙемдең дә аулаҡта ҡалғым килде. Өҫтәүенә, тиҙҙән ҡатындың тыуған көнө, әйҙә, шәп бүләк менән ҡыуандырайым, исмаһам шул дауахана, сырхауҙар мөхитенән айырылып ял итеп ҡайтһын, йәнәһе, бәлки, ул да екһенгәндер, арығандыр минән. Башта тиҫкәреләнһә лә, күндерҙем ҡатынды шифаханаға барырға. Ебәрмәҫкә кәрәк булған да бит, йығылыр урынымды алдан белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем, тигән ти бит борон берәү.
Йыһаниәне оҙатыуға өс көн тигәндә, теге саҡ бүлмәләш йәшәгән Роберт исемле егет шылтырата.
– Ни хәл буйҙаҡ, – ти был. Яңғыҙ көн иткәнлегемде әллә ҡайҙан белеп тә өлгөргән.
– Кемдән ишетәм бит әле, ата буйҙаҡтан түгелме икән, – тип шаярттым.
– Нисә йыл бер бүлмәлә йәшәп, бер һауыттан ашаған дуҫыңды оноттоң түгелме? Нехорошо, брат!
– Онотманым, өйлән башта, шунан икенсе яртың менән бергәләп килерһегеҙ.
– Донъя үҙгәртһә үҙгәртә икән кешене! Миңә тигән ярты тыуған микән әле? Йәнә ғаилә арбаһының тәртәһенә ниңә ҡабаланып тығылырға? Күҙ һал, күпме сибәр телкалар уратҡан беҙҙе, береһенән-береһе шәберәк, ауыҙ һыуың ҡорорлоҡ! Уларҙың һәр береһе иғтибар һәм яғымлы мөнәсәбәт талап итә. Әгәр гүзәл заттарға ваҡытында ир йылыһын бүлмәһәң, дөмөккәс ҡаты итеп Аллаһы Тәғәлә хөкөм итер, ти.
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шылтыратыуыңдың сәбәбен әйт. – Бының теле телгә йоҡмай бытылдауы йәнемә тейә башланы.
– Өйләнәсәк кәләшемде һиңә күрһәтергә ине иҫәп.
– Башта уны ата-әсәйгә алып ҡайталар түгелме?
– Это потом… Ни тиһәң дә, һин старше меня, күҙең дә осло. Ана бит бисәнең ниндәйен эләктерҙең!
– Нимә эшләргә ҡушаһың? – Ҡыйынһынып ҡалдым.
– Ә һиңә ничего делать и не надо, барыһын да үҙем менән килтерәм. Өҫтәлде бергәләп накроем.
– Ярар, улайһа… – тип әйтеп тә өлгөрмәнем, теге оста, шул һүҙҙе генә көткәндәй, телефондың ҡыҫҡа гудоктары ишетелде.
Ярты сәғәт үттеме-юҡмы өй эргәһенә өр-яңы иномарка килеп тә туҡтаны. Ҡаршы алырға сыҡтым. Килеүселәр өсәү ҙә баһа. Иптәшемде ҡултыҡлағаны зиннәттәрен тышҡа бытлыҡтырған тар, үтә лә асыҡ иҙеүле блузка, бот төптәрен һаран ҡаплаған ҡыҫҡа юбка кейеп алған, бит-йөҙө лә буяҡтарҙан ғына әүәләнгән. Эргәһенә баҫҡан ҡыҙҙың кейгәне тыйнаҡ та, килешле лә, үҙе лә был икәүҙән айырылырға теләгәндәй ситкә тартыла биреп баҫҡан. Уға ҡараным да… бер мәлгә генә баҙаным да ҡалдым, йөрәк сабырһыҙ тулап ҡуйҙы, тәнемде ҡайнар ҡан ипкене бешерҙе, ҡараштарыбыҙ осрашҡас, теге ҡыҙ ҙа тоҡанып китеп керпек остарын ергә ҡаҙаны. Бындай хәлдә тәү тапҡыр ҡалыуым ине. Ысынлап әйтәм. Күрешеп, танышҡандан һуң, ҡунаҡтарымды өйгә саҡырҙым. Иптәшем үҙ өйөндәгеләй иркен йөрөй, багажникты асып, килтергән күстәнәстәрен аш бүлмәһенә ташый ҙа башланы, хужалай ҡыланып ыңғайы-бер ҡыҙҙарға йомоштарын ҡуша, эш араһында бышылдап һорай һалып та ҡуйҙы: «Йә, нисек?..». Ситләтеп яуаплайым: «Үҙең ҡара, йәне теләгән йылан итен ашаған» «Шулай ҙа?» «Ата-әсәйең ҡаршы буласаҡ, быныһын аныҡ әйтә алам. Ниндәй милләттән икәнлеген дә айырыу ҡыйын бит» «Таш быуат осорондағы мамонттай артта ҡалғанһың, старик, һине современно тәрбиәләү – невозможно!» «Ниңә Асияны эйәрттең?» «Опять облом с вашей стороны! Бер яҡ осо тупарған мөхәббәт өсмөйөшө яһап, өсәүләп ултыра алмайбыҙ ҙа инде. Һиңә лә бит һәрмәр өсөн объект кәрәк, братан! Әйткәндәй Аська ла заман ағышына эйәрә алмаған йән, яҡындан танышҡас төшөнөрһөң әле… Вообще-то, бая һиҙҙем, ул һиңә оҡшаны, шикелле, вкусыңды белеп алып килгәнмен, заметь! » Был тел биҫтәһе менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ икәнлеген аңлап, башҡаса һүҙ ҡуйыртманым. Йәнә, килгәндәр икән, ҡыуып сығарып та булмай.
Тағы ла бер аҙҙан ҡыҙҙар хәстәрләгән өҫтәл артына ултырып, ҡапҡылап алдыҡ. Роберт ашарын да, эсерен дә, иркенләп һыйланырға иҫәпләп, мул тейәп килгән. Музыка ҡабыҙып ебәрҙем. Парлашып бейеп алдыҡ. Күптән ауыҙға алмағанға әллә, эсемлек тәнде еңеләйтеп ебәрҙе, кәйеф күтәрелде, сәбәпһеҙ эс бошоу онотолдо. Офоҡтағы болот итәгенә һағып, байыу яғына ығышҡан ҡояш, ниһайәт, ысҡынып китеп тау киртләстәренә бәрелеп сәсрәне лә, ҡандай ҡыҙыл эҙ ҡалдырып, билдәһеҙлеккә ҡоланы, бер ыңғайы тышта эңер ҡараңғылығы ҡуйырҙы. Тәмәке тартҡан арала Роберт уйлаған уйын нығытып та ҡуйҙы: «Һуңға ҡалдыҡ, тағы эстек тә, машинаны йөрөтөр кеше юҡ, беҙ бында ҡалырбыҙ инде. Рената менән взаимоотношениеларыбыҙ әллә ҡасан ир менән ҡатындыҡы кеүек, шуға ҡунып сығыр мөйөшөңдө йәлләмәҫһең бит?» «Асия?» «Аська залдағы диванда ҡуныр, ә һин… Тайфур Мамонтович, төшөнмәһәң, төшөндөрәм, аш бүлмәһенә раскладушка ҡуйып, шунда…»
Табын барышында Роберт менән Рената асыҡтан-асыҡ ҡосаҡлашып үбешә торғас, ҡыҙышып киттеләр, шикелле, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнделәр, Асия ҡашаяҡты йыуырға кереште, мин дә, үҙ сиратымда, өҫтәлдәге һауыт-һабаны уның эргәһенә ташый торҙом. Тамам. Ары ни ҡылырға белмәйенсә икебеҙ ике ултырғыста суҡайыштыҡ. Уңайһыҙ тынлыҡты Асия башлап боҙҙо:
– Һеҙ беҙҙе ғәйеп итмәгеҙ инде, саҡырылмаған ҡунаҡтай һөмһөҙләшеп баҫып индек.
– Зарар юҡ. Таныштыҡ та. Әгәр килмәһәгеҙ, ҡалала Асия исемле ҡыҙҙың йәшәгәнен белмәҫ тә инем әле.
– Белеү кәрәкмәйҙер ҙә. Бына иртән беҙ ҡайтып китербеҙ, ә һеҙ барыбер минең хаҡта насар уйҙа ҡаласаҡһығыҙ. Мажара, ҡыҙыҡ эҙләүсе бынан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ түгелдер.
– Ундай уй башыма ла инеп сыҡманы. Ихластан әйтәм, һеҙ миңә оҡшанығыҙ, бына әле тыныс ҡына һөйләшеп ултырабыҙ.
– Бәлки, тыныстыр ҙа… Тик күңелдә бушлыҡ, ул ҡоторған диңгеҙҙә барыр йүнәлешен белмәй унда-бында ташланып бәргеләнгән юнысҡылай ярын эҙләй… Асылғаным өсөн кисерегеҙ, кемгә лә булһа быларҙы һөйләргә кәрәктер бит.– Асия киҫелгән сәстәрен рәткә килтерҙе, башындағы ауыр уйҙарын алып ташларға йыйынғандай нәфис бармаҡтары менән маңлайын ыуҙы. – Мин үҙем ошо ҡаланан, ошонда тыуҙым, ошонда үҫтем. Мәктәпте алтын миҙалға бөтөрҙөм дә финанс институтына ауырлыҡһыҙ инеп уны уңышлы тамамланым. Бөгөн коммерция банкыһында бүлек етәксе вазифаһында эшләйем. Ике бүлмәле йыһазландырылған фатирым, машинам бар. Юҡ, бында килгән машина минеке түгел, Ренатаныҡы. Әйткәндәй, уның менән бергә эшләйбеҙ. Бөгөн табын ҡороп алырға ла ул димләне, яңғыҙлыҡтан ҡасып бына һеҙгә килдем. Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйем, тик ошо яңғыҙлыҡ йәнемде ашай, кимерә… Ошоғаса ни өсөн тырыштым икән, нимәгә өлгәштем? Береһен табаһың, икенсеһен юғалтаһың. Әле миңә 35 йәш. Ғаилә ҡорорға ла, бала табып әсә ҡыуанысын татырға ла һуңланым. Яңғыҙ кеше өсөн иң ҡурҡынысы нимә, беләһегеҙме? Кискеһен, коллегаларыңдан айырылып, һалҡын өйгә ҡайтыуы. Ял көндәре тағы ла хәтәрерәк. Ҡайһы ваҡыт онотолорға теләп өй йыйыштырып ташлайым, тырышып-тырышып рецепт буйынса тәм-том бешерәм, көҙгө ҡаршыһында биҙәнеп алам, тик ул нимә өсөн һәм кем өсөнҠ Яңғыҙың ашағың да килмәй, кәрәк һәм тейеш булғанға ғына таштай ризыҡты көсләп йотаһың да эшеңә йүгерәһең. Ә унда рәхәт, шау-шыу. Эшкә иртә киләм, һуң ғына ҡайтам. Хәлемде аңламаған начальник, мине өлгөгә ҡуйып, башҡалар алдында маҡтаған була. Тағы ла тиҫтә йыл үтер, шунан тағы ла. Уның артында нимә? Ҡурҡыныс, фажиғәле билдәһеҙлек, сикһеҙлек… Минең һымаҡ йылы мөйөшөн эҙләп ҡаңғырғандар менән донъя тулған. Рената кеүектәр ҙә етерлек, артығын уйламай, бошонмай йәшәй бирәләр. Бәлки, улар ҙа үҙҙәренсә хаҡлылыр, һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте. – Асия, артыҡ һөйләп ташлауҙан ҡурҡҡандай, һиҫкәнеп китте. – Тайфур ағай, такси саҡыртығыҙ әле. Бөгөнгө визитым өсөн, артыҡ асылып китеүем өсөн кисерегеҙ, ғәфү итегеҙ…
– Һуң бит инде, Асия, йәйге таң оҙаҡламай һыҙылыр ҙа, бар залға сығып диванға башығыҙҙы терәп тороғоҙ. Мин бында, раскладушка ҡуям да. – Күтәрмәгә сыҡтым. Төнгө еләҫтә һыуынырға теләп күтәрмәлә оҙаҡ тапандым. Зиһенемде үҙем дә аҙағынаса аңлап бөтмәгән теләк ҡалсылдатты. Боҙоҡлоҡ көҫәүгә, ҡырағай һыуһынды, кәрҙе ҡандырыуға оҡшамаған ят та, танһыҡ та теләк. Асияны осратҡас йөрәк юҡҡа ғына тертләмәне, аҙашҡанымды, көткәнемде осраттым, шикелле. Күк ҡабағының асылып ябылған мәле, уйлағанымды әйтеп, ҡылырымды ҡылып өлгөрмәһәм, мәңгегә һуңлаясаҡмын. Шунан үкенәсәкмен, ай, нисегерәк үкенәсәкмен әле. Тәңренән буталсыҡ уйҙарымды аңлауын үтенгәндәй күккә төбәлдем. Унда туҙғаҡ болоттарҙы йыртып балдаҡҡа ҡайылған ай йөҙә. Бына ул һанһыҙ йондоҙҙар бейешкән асыҡлыҡҡа сыҡты ла ер өҫтөн һыуҙай аҡ, үтә күренмәле нурҙарға ҡойондорорға тотондо. Оҙаҡҡа бармаҫ көмөш ямғыр, көн боҙолор моғайын. Ынтылып ҡараным, залда баҙлаған ут һүнде. Икеләнеүемде еңә алмай бәүелеп тора биргәс, тәүәккәл ынтылып, инеү яғына йүнәлдем. Зал менән аш бүлмә араһында оҙаҡ торҙом һерәйеп, һәм… тыйып торғоһоҙ көс мине залға этәрҙе. Әйт әле, Айҙар ағай, планлаштырылған бәхет буламы, яратыу гөнаһмы?
– Иртәгәһе көндөң беҙгә ни килтерен әйтә алмайбыҙ шул. Әгәр бөтәһен дә алдан белһәк, йәшәүҙең ҡыҙығы ла мәғәнәһе лә ҡалмаҫ ине, минеңсә. Ә яратыуға килгәндә, ул – изге төшөнсә. Изге нәмә гөнаһҡа инмәй.
– Мин дә шулай уйлайым… Асия ла сыпранламаны, сәбәләнмәне, көтөп ятҡандыр, япманы асып үҙенә тартты, һалҡынса, йомшаҡ шыр яланғас ҡуйынына ҡыҫты. Тик һуңғы мәлдә генә ҡалтыранған ҡулдары менән мине өҫтөнән алып ырғытырға теләгәндәй этәрҙе лә, бер аҙҙан улары ла хәлһеҙләнеп һалындылар. Ҡыҙ сафлығынан ҡатынлыҡҡа күсеү пәрҙәһенә осрауым мине ғәжәпләндерҙе лә һиҫкәндерҙе лә. Ирҙәр өсөн бер тапҡыр ғына ишетелер иңрәүле ыңғырашыу ҡараңғылыҡты телде. Ҡолаҡты түгел йәнде сыңлатҡан ошо илаһи моң булмышымды биләне, кәүҙәмде асманға аштырҙы, шунан фанилыҡҡа ҡайтарып, берсә боҙло һыуға быраҡтырҙы, берсә ҡайнарлығында бешерҙе. Тәндең түгел ярты йәндәрҙең ҡушылып берегеүе булды, шикелле, ул мәл. Ҡара тиргә төшөп салҡан әйләнеп яттым. Ҡорған ситенән гөнаһыбыҙҙы күҙәтеүсе ай яҡтыһында Асияның йөҙөн асыҡ күрәм. Ул йылмайыу аша түгелеп илай ине…
Иртән таң һарыһы беленер-беленмәҫтән Асияның эргәмдә һорау билдәһеләй һерәйеп ултырыуын күреп, мин дә ҡалҡтым.
– Тайфур ағай…Тайфур… Миңә хәҙер үк китергә кәрәк… Бер кемде лә ғәйепләмәйем, мине лә ғәйепләмәгеҙ, хөкөм дә итмәгеҙ… Уйламағанда һеҙҙе осратырмын, тормошоғоҙға килеп инермен, тип башыма ла килтермәгәйнем. Һеҙ алдараҡ тыуғанһығыҙ, мин, киреһенсә, һуңлап, шуға яҙмыш һуҡмаҡтары икебеҙҙе ике яҡта алып йөрөгән. Барыбер осраштыҡ бит. Ғаиләгеҙҙе емерергә йыйынмайым, теләмәйем дә… Әгәр ошо яҡынлығыбыҙҙың емеше булып бала донъяға килһә, ҡыуанасаҡмын ғына… Уны бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен… Осрашыу эҙләмәгеҙ башҡаса, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ. Әгәр ошо хатаны ары ла дауам итһәк, гөнаһыбыҙ боҙоҡлоҡ һәм хыянатҡа әүереләсәк… Хушығыҙ мәңгегә, һирәкләп булһа ла мине хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Хәйер, ҡыҫҡа йәйге төндәге төштөң нимәһен хәтерләйһең? Онотолор…
Ул ҡабаланып кейенде лә асыҡ ишектән тышҡа уҡталды, мин дә уның артынан ташландым. Аҡ төҫтәге күлдәк, аҡҡош елпенеүендәй талпынып, һыҙылып килгән таң ойотҡоһона инеп юғалды… Өнөм булдымы был, әллә һаташыулы төшөммө, аҙашҡан яҙмыштар ҡауышыуымы, белмәйем. Тышта көн боҙолоп киткән, шым-шырыҡлап ямғыр һибәләй. Төйәләҫ йылғаһы яғында аҙашҡан, күшеккән яңғыҙ ҡоштоң өҙәләнеп ҡысҡырыуы ишетелде. Тиҙ арала өҫтөм еүешләнде, сәстәремде башыма һылаған һалҡын тамсылар биттәрем, сикәләрем буйлап түбән һарҡтылар.
Тайфур шулай тине лә тынып ҡалды, мин дә һөйләнелгәнде нисек ҡабул итергә лә белмәй аптырап ултырам. Шулай ҙа был сәйер тарихтың аҙағын белергә теләп һорарға йөрьәт иттем:
– Асия башҡаса осраманымы?
– Осраттым яңыраҡ. Поликлиниканан сығып килә ине. Сырайы шат, яҡты, ҡорһағы ла бүлтәйә төшкәйне. Күңелемә тыйып торғоһоҙ шатлыҡ урғылды бит әй! Тимәк, мин атай буласаҡмын, тимәк, ҡаным киләсәктә ҡаласаҡ. Һәр ир шуны теләй, шуға ынтыла. Был уның йәненә тәбиғәттән һалынған халәт. Әле шатландым, тинем, шатлыҡ хыянат аша түгел, сафлыҡ аша килергә тейеш, шул саҡта ғына ул күңелде елкендерә. Һағышҡа, моңһоулыҡҡа, билдәһеҙлеккә сорналған ҡыуаныс кешене ысын мәғәнәһендә бәхетле итә алмай.
– Ә Йыһаниә?
– Ул ғорур зат. Шифахананан ҡайтыу менән үк уға ошо ваҡиға хаҡында еткерҙеләр. Кем быны күргәндер. Бер һүҙ менән әйткәндә, энәһенән-ебенә ҡәҙәр тәфсилләгәндәр. Күршенең арҡырыны буйға һалырға эшкинмәгән йобалҡы* ҡатыны беҙҙең тарафҡа ҡолаҡ һалырға, тормошобоҙҙо ҡойма егенән күҙләргә бигерәк хирес* шул. Йыһаниә ғауғалашманы, ундай холҡо юҡ уның, бөтә нәмәне тыныс, һәүетемсә хәл итә.
Эштән ҡайтыуыма ҡатыным әйберҙәрен йыйып төйнәгән дә, зал уртаһына ултырғыс ҡуйып, шунда ултыра. Күңелгә шөбһә төштө, шулай ҙа сер бирмәй һин дә мин ҡыланам, сикәһенән әп итеп алырға үрелгәйнем, ситкә тайшанды. Гел һыйын әҙерләп көтә торғайны, был юлы өйҙән аш еҫе лә килмәй. Сисенеп үтеүемде сабыр ғына көттө лә, тоноҡ тауыш менән һораны:
– Был, дөрөҫмө, Тайфур?
Нимә тип кенә әйтәйем, башым эйелде, ауыҙыма һыу уртланым
– Тимәк, дөрөҫ… Мин һинән китәм, Тайфур…
– Нимә, аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Булған да бөткән, башҡаса ҡабатланмаҫ, вал-лаһи, ант итәм бына!
– Нимә тинең? – Ул әйткәнемде аңламағандай ҡабатлап һораны. – Уйламай эшләгән кеүек үк, ҡайһылай еңел ант итәһең, Тайфур, уйынсығын яңылыш ватҡан ба-
ла һымаҡ ҡыланаһың…Ә мин һиңә ышанғайным…
Сығырға ынтылған ҡатынымдың юлын быуып, ишеккә арҡыры баҫтым:
– Ҡабаланма әле… Теге, ни, уйлашайыҡ…
– Уйлағанһың бит инде, мин дә үҙемсә хәл итәм.
– Йүләрләнмә, ҡайҙа бараһың, ҡалала яҡын туғаның да юҡ та баһа… Урамда көн итмәксеһеңме?
– Уныһы минең хәсрәт.
– Былай итәйек, улайһа, һин бында йәшәп тор, мин усаҡлыҡта, шунан тынысланғас…
– Китәм, Тайфур, тотма!
– Китмәйһең! Кем тауыҡтарға ем һибер, кем баҡсаны ҡарар, кем мине эштән
ҡаршы алыр, билем, радикулитым тотһа, кем аяҡҡа баҫтырыр, ә? – Ҡыҙып китеп Йыһаниәнең ҡулындағы юл сумкаһын һелкетә тартып алдым, үҙен ҡәнәфигә елтерәтеп алып барып ултырттым да, ҡаршыһына тубыҡландым. – Йыһаниә, әйҙә, дуҫлашайыҡ, килешәйек, ә, әйтәм бит бөттө, башҡаса ҡабатланмаҫ! Минең һинән башҡа бер кемем юҡ, һиңә лә минһеҙ ауыр буласаҡ. Бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ бит инде, берегеп бөткәнбеҙ.
– Мин дә шулай уйлай инем.
– Уйлағас һуң?
– Китәм, башҡаса ҡабатлатма!
– Юҡ, һин китмәйһең, икәүләп китәбеҙ, туҙҙырайыҡ донъяны, әйҙә ҡалһын шауҙырлап! – Енләнеп йөрөп икенсе сумкаға әйберҙәремде тыңҡыслап тултырҙым да ишек төбөнә килгәс, янаулы ҡысҡырҙым. – Яндырайландырма, Йыһаниә, әгәр йортто ташлаһаң минең ни эшләрҙе беләһең! – Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып киттем.
Бетенә үсегеп, тунын яҡҡан кешеләй, янаным инде шунда, ысынын әйткәндә нимә генә ҡыла алам?! Уйым менән Йыһаниәне нисек тә өйҙә ҡалдырыу инде теләк. Тура таныш ятаҡҡа киттем, комендантты таптым. Ипле мөғәмәләле, изге йәнле ҡатын ул.
– Гөлсара апай, йорттоң эсен һалҡындар төшкәнсе ныҡлап ремонтларға ине иҫәп, шуға һеҙҙә йәшәп торайымсы, ҡатынды ауылға ял итергә ебәрәм.
– Ремонт, тиһеңме, йортоңдо иртә һипләмәксеһең, һалҡын ел үткәрәме шулай? – Күпте күргән ҡатын һүҙҙең айышын төшөнөп кинәйәләп һораны. – Бәлки, килен менән йәшәрһегеҙ бергәләп, бер бүлмә буш әлегә, теге шахтала эшләүсе Рәшит тә йорт бөтөрөп күсенде яңыраҡ.
– Киленең, күптән ауылда булғаным юҡ, шунда барам, ти. Өй ел үткәрмәй үткәреүгә, евроремонт яһамаҡсыбыҙ.
– Хәҙер европаса йәшәргә күстек шул, европаса йорттар, европаса ҡылыҡ-фиғел…
Бөтәһен дә аңлай, хәйләкәр ҡатын, уратып һуҡтырып семетә генә. Кире борманы шулай ҙа, йәшәр бүлмәмде күрһәтте. Ваҡытлы торлаҡ мәсьәләһен еңел хәл иттем.
Кискеһен, ҡараңғы төшөү менән, йортобоҙ янына килдем. Тәҙрәләрҙә ут барлығын күреп тынысланып кире боролдом. Китмәгән Йыһаниә, тимәк яйлап барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр, тип өмөтләнеп кире боролдом. Тик өмөтөм аҡланманы, әллә нисә тапҡыр өйөбөҙ янына килдем, мәгәр ҡапҡаны асып инергә батырсылыҡ итмәнем. Сығып китеүе генә еңел икән ул, ә ҡайтып инеүҙәре… Тик ниндәй хәлдә булһа ла, кеше яңғыҙ йәшәй алмай, уға һәр ваҡыт иш-иптәш, күңел йыуанысы кәрәк. Эштән ҡайтып, карауатта аунап, китап уҡыу ялҡытты, бер көн маҡсатһыҙ ҡала ҡыҙырырға сығып киттем. Приют янынан үтеп барһам, ишек алдында балалар уйнап йөрөй. Өс-дүрт йәштәр самаһындағы ҡыҙ тәгәрәгән тубы артынан йүгереп, минең эргәгә килде. Сәстәре етен ише һап-һары, бөҙрәләнеп һибелгән, күҙҙәре зәп-зәңгәр. Торғаны бер ҡурсаҡ инде, юҡ, ҡурсаҡ ҡына түгел, Йыһаниәгә оҡшаған да баһа, сәстәре лә, күҙҙәре лә.
– Доченька, мячик в сторону улицы больше не кидай, ладно? – Тупты алып уға һондом.
– Белгегеҙ килһә, мин башҡорт ҡыҙы. Исемем – Фәйрүзә! – ти был ҡыйыу итеп.
– Оҡшағанһың шул. Ә исемеңә килгәндә, ундай ҙа матур исемде тәүләп ишетеүем.
– Ысынмы?
– Ысын. Ант!
Ҡыҙ селтерәтеп көлөп ебәрҙе лә, йөҙөн етдиләндерҙе:
– Ағай, һеҙ, кем, минең атайым түгелме? Бындағы апайҙар атайың килеп алыр әле бер көн, тип йыуаталар, ә ул юҡ та юҡ… – Ҡыҙыйҙың ҡарашы моңһоуланды.
– Атайың килер ул… Бына мин дә ҡыҙымды эҙләйем … – Уйламағаныраҡ хәбәр ысҡындырҙым.
– Әгәр мин һеҙҙең ҡыҙығыҙ булып ҡуйһам?
– Бик ҡыуаныр инем.
– Иртәгә бында килерһеңме? – ти ҡыҙ алсаҡланып.
– Иртәгә эшкә, иртәнән һуңға килермен, йәме.
– Килегеҙ, көтөрмөн. – Ҡыҙ йомшаҡ биттәрен минең ҡырылмаған сикәгә тейҙереп алды ла йүгереп китеп барҙы. Тәнемә бала ҡағылғаны булмағас, тетрәнеп киттем, тағы танауыма иҫерткес хуш еҫле бала еҫе бәрелде. Сүгәләгән килеш иҫемде йыя алмай ултырып ҡалдым.
Барҙым теге йорт янына, шунан тағы, тағы… Күстәнәстәремде, уйынсыҡтар тотоп вахтанан һуң унда йүгереүем ғәҙәткә әүерелде. Фәйрүзә менән аралашыуым йәнемә дауа күңелемә йыуаныс ине. Бер көн беҙҙең янға тәрбиәсе ҡыҙ килде:
– Һеҙҙе приюттың мөдире саҡырта.
Ҡырыҫ йөҙлө йәш ҡатын сәләмемде алғандан һуң күҙлеге өҫтөнән асыулы ҡараны:
– Миңә һеҙҙең хаҡта әйттеләр. Һеҙ кем?
Исем-фамилиямды, эшләгән урынымды әйттем.
– Документтарығыҙ?
– Ял иткәндә нимәгә ул документ? Миңә ышанмайһығыҙмы?
– Ышанмайым. Бөгөнгө заманда иң тәүҙә ҡағыҙ, шунан башҡаһы. Паспортығыҙҙы күрһәтһәгеҙ һөйләшергә булыр ине, хәҙер урынһыҙ һәм файҙаһыҙ. Киҫәтәм, бында, беҙҙең балаларға, яттарҙың яҡынлауы ҡәтғи тыйыла.
Тоҡанып киттем:
– Ҡағыҙ йәндәр! Кешегә түгел хәҙер, ҡағыҙға ышаналар! Әгәр ҡала буйлап йөрөйөм, кем менәндер аралашам икән, ул минең шәхси эшем!
– Рәхим итегеҙ, аралашығыҙ, һеҙҙе бер кем дә тыймай, тик бынан һуң беҙҙең балаларға яҡынлайһы булмағыҙ!
– Насар уйҙан түгел дә, күстәнәстәр, уйынсыҡтар алып киләм.
– Уларға бөтә нәмә лә етә.
– Балаларға өлкәндәр йылыһы етмәй, – тип ҡырт киҫтем.
– Бына быныһын дөрөҫ әйттегеҙ. – Мөдир йомшағандай итте. – Фәйрүзәнең әсәһе юҡ, атаһы тере, тик ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ошонан аҙаҡ ир-аттарға ышан инде. Ул уны көтә.
– Әгәр килеп йөрөргә рөхсәт итһәгеҙ икән, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем.
– Ярамай, баланы ниңә ерле-юҡҡа ымһындырырға.
– Һеҙ хаҡлы, тик Фәйрүзә килеремде ҡапҡа ауыҙына килеп көтөп кенә тора бит.
– Ул хисле бала, һеҙгә эҫенмәҫ элек килеүегеҙҙе туҡтатығыҙ, мыжыр-мыжыр ҙа онотор. – Мөдир һөйләшеүҙең бөткәнен белдереп сәғәтенә ҡараны. – Аңлаштыҡ, килештек тип иҫәпләйек.
– Килмәҫмен башҡаса… Шулай ҙа телефон номерымды ҡалдырам. – Һүрелеп, өмөтһөҙләнеп әйттем.
– Кәрәгерме икән?.. Хушығыҙ.
Аҙна самаһы таныш тарафҡа һуғылманым. Эс яна, әммә түҙергә кәрәк, ысынлап та нимәгә тормошҡа ашмаҫ хыялға ымһынырға.
Бер көн телефон шылтыраны. Теге мөдирҙең тауышы:
– Килегеҙ, Фәйрүзәнең йоҡоһо йоҡо түгел, ашауҙан яҙҙы, сирләп китмәһен, тип борсолабыҙ.
Эштән сығыу менән киттем приютҡа. Барһам, ҡапҡаға һөйәлеп Фәйрүзә тора. Мине күреү менән иламһырап муйыныма килеп һарылды:
– Атай, нишләп килмәйһең ул, ә мин һине көтәм, көтәм…
– Эш күп булды, ҡыҙым, инде көн һайын килермен, йәме…
Дәртләнеп Фәйрүзәне ҡыҙлыҡҡа алыу өсөн документтар юлларға тотондом. Биреүҙәре икеле, беҙҙең айырым йәшәүебеҙҙе белһәләр, баш тартасаҡтар.
Икәүләп тынып ҡалдыҡ. Берауыҡтан ул телгә килде:
– Ярай, һеҙҙе, эш кешеһен тотҡарланым, ғәфү итегеҙ. – Тайфур тороп китергә йыйынды ла һораулы төбәлде. – Айҙар ағай, һиңә үтенесем бар ине…
– Әйтегеҙ.
– Көн аша булһа ла Йыһаниәнең хәлен белә алмаҫһығыҙ микән? Инеп тороу кәрәкмәй, өйҙә ут яныуын күрәһегеҙ ҙә миңә шылтыратаһығыҙ. Ике көн аша дежурствоға йөрөй, шуны ла иҫәпкә алһағыҙ… Йыһаниәнең йөрәге шәптән түгел, ауырып китеүе бар, уны мин ҡайғыртмаһам, кем ҡайғырта. Үҙем дә бара алам да ул, йә күрше-күлән күреп ҡалыр, өйһөҙ, берәҙәк эт ише ҡапҡа төбөн һаҡлауы оят. Былай ҙа таныш-белештәргә бер нисә тапҡыр тап булдым…
– Ярай һуң…
Минең өсөн мәшәҡәт эш түгел ине ул, эңер төшһә, тәҙрә янына барам да Тайфурҙың йортонда ут күрһәм, телефондан шылтыратам. Ошондай сәйер бәйләнеш тағы күпме дауам итер ине икән, белмәйем, бер көн кис теге таныш уттың ҡабыныуын көтөп ала алмағас, кейенеп шул яҡҡа йүнәлдем. Тәҙрәләр ҡараңғы. Ары ни ҡылырға белмәй ултырғысҡа сүгеп көтә башланым, бөгөн бит Йыһаниәнең дежурствоһы түгел, ҡайҙа йөрөй икән бығаса? Әллә өйҙә булып та ауырып киттеме? Яттарҙың яҙмышына ҡыҫылып, хәҙер килеп кеше ҡатынын хәстәрләп йөрө инде, бисә белһә ни тейер? Апаруҡ ваҡыт үтте. Тайфурға хәбәр итергә кәрәк, башҡаса сара ҡалманы.
– Кем унда? – Яҡынлаусы шөбһәләнеп һораны.
Йыһаниәне таныным.
– Иҫәнмеһегеҙ, был мин, Тайфурҙың танышы, хәтерләйһегеҙҙер, гел осрашҡанда сәләмләшәбеҙ.
– Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ… Һеҙ нишләп бында?
– Саф һауа һулап йөрөнөм дә инеп,хәлегеҙҙе белмәк иттем, тороп тор, мәйтәм, Тайфурҙар нисек йәшәп яталар икән!
– Ул өйҙә юҡ шул, командировкала…
– Ярай улайһа, хушығыҙ. – Китергә йыйынып ҡалҡҡайным ғына, кеҫә телефоным шылтыраны.
– Айҙар ағай, һеҙ ҡайҙа, нишләп бығаса шылтыратмайһығыҙ? – Тайфурҙың тауышы киске тынлыҡта ап-асыҡ ишетелә.
– Мин… урамда, артыҡ шаулама әле, тауышың таш яра!
– Ниңә тыяһығыҙ?! – Тайфур ғәҙәтенсә этеп алып бара. – Беҙҙең өйҙә ут янамы?
– Әлегә юҡ, хәҙер яныр…
– Нисек яныр? Янамы-юҡмы? Йыһаниә нисек?
– Һәйбәт, ярай, хуш, һуңғараҡ шылтыратырмын. – Телефонды кеҫәмә йәшерҙем.
– Аңлашылды… – Йыһаниә ҡапҡаны асты. – Үтегеҙ!
Утты ҡабыҙғас, залға саҡырҙы:
– Хәҙер сәй ҡуям.
– Рәхмәт, яңыраҡ ҡына өҫтәл артынан торҙом.
Хужабикә ныҡышманы, йәнәшәмә, ҡәнәфигә һеңеп ултырҙы ла, яҡтарын өҫкә тартып ҡулдары менән яурынбаштарын ҡосаҡланы:
– Һыуыҡ, өшөтә…
– Ҡара көҙгә өйрәнә һалып булмай шул, ни тиһәң дә, ҡыш яҡынлаша, көндөҙ беленмәһә лә, кистәрен һалҡын.
– Йәшермәйем, Тайфур киткәс өйҙән ҡот ҡасты. Ә һеҙ уның йомошсоһомо?
– Шулайыраҡ.
– Күпме дауам итер икән был уйын?
– Йыһаниә, мин барыһын да беләм. Бәлки…
– Ғәфү итергәме? Хыянат ғәфү ителәме?
– Тормош тигәнең ҡатмарлы, быны, өлкән булараҡ, һеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ беләм, аңлайым.
– Тимәк, кисерергә?
– Уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин һеҙгә хөкөмдар түгел. Тайфур ятаҡта йәшәй, һеҙ бында яңғыҙығыҙ ҡаңғыраһығыҙ, ары былай дауам итмәҫе билдәле.
Был юлы Йыһаниә яуап ҡайтарманы, һынағастай ҡатып ултыра бирҙе. Уның күҙҙәре киң асылып киткән, ағартҡансы аҫҡы иренен тешләгән. Ул көслө, икеләнеүле тойғо кисерә инее, шикелле, һаҡһыҙ һүҙ ысҡындырһам, һытылырға әҙер.
Аҙыраҡтан сығырға йыйынып урынымдан ҡалҡтым:
– Донъя йәме – иң әүәл бала ул, Йыһаниә… Әгәр Тайфур ҡайтһа, яңғыҙы ғына ҡайтмаҫ, приюттан бәләкәс бер ҡыҙ баланы эйәртер, әгәр һеҙ ҡаршы булмаһағыҙ, ҡабул итһәгеҙ, әлбиттә.
Ишек төбөнә килгәс, Йыһаниәнең өҙәләнеп, сабырлығын юйып ҡысҡырыуы ишетелде:
– Айҙар… ағай, Тайфур ҡыҙ бала алып ҡайта, тинегеҙме? Беҙҙең өйөбөҙгә бала инәсәкме? Йә, Хоҙай, беҙҙең дә берҙән-беребеҙ буласаҡмы?.. Нимә тип кенә яуап бирәйем икән?.. Белмәйем, быуыным бушаны, зиһенем таралып бара. – Ул ике сикәһен ҡуш услап йәш аралаш ҡараны. – Әллә нишләп йылмайғым килеп киттесе. Иртәрәк икәнен дә беләм, барыбер ҡыуанғым, көлгөм, йылмайғым килә, минең… беҙҙең дә ос-мот ҡына бәхеткә хаҡыбыҙ барҙыр!..
Ҡыш башы. Миҙгелдең моңһоу бөләңгертлектән арынып, ныҡҡа таянып сафлыҡҡа сумған мәле. Күпмәһенең тышына аҡ юрғанын бөркәнгән бар тәбиғәт, тирә-яҡ рәхәтләнеп йылы, ҡалын түшәгендә иҙрәй. Офоҡ уратаһын шыйыҡ, үтә күренмәле шекәрә болот ҡаплаған. Күк көмбәҙенең ҡап уртаһындағы түңәрәк асыҡлыҡтан, тирмән мөкөһөнән* һирпелгән он кеүек, ер өҫтөнә ҡар һибәләй. Подъезд ишегенән сыҡтым да һалҡынса һауаны күкрәк тултырып һулап, аҙға ғына ян-яғыма ҡараш ташланым. Илаһи гүзәллектән күҙҙәрем ҡамашты, күңелемде ошо ҡабатланмаҫ балҡыш гөлтләтеп ҡабыҙып ебәрҙе. Туҡта, анау етәкләшеп барған өсәүҙең һыны бик тә таныш та баһа. Сырамыттым. Ҡунаҡбаевтар. Ҡыҙ бала тәтелдәп ниҙер һөйләй, эйелеп, йомшаҡ ҡарҙы услап алып һауаға һибә лә биттәренә бөркөлгән һалҡындан ҡытығы килеп шарҡылдап көлә, уға бала ҡыуанысынан ирәмһегән ата-әсә ҡушыла. Шат тауыштар шырпы ҡабылай тигеҙ рәттәргә теҙелгән таш йорттарға бәрелә лә паклыҡҡа сорналып, сихри биҙәктәргә әүерелеп, юл ҡырлатып ойоған ағастар иңенә ҡуна, ҡунып ҡына ҡалмай уларға һанһыҙ йымылдаҡ осҡондар өҫтәй. Бына уларға ауырлы ҡатын осраны. Уның башындағы шәшке кәпәсе, ҡабарынҡы яғаһы ла һанһыҙ ынйыларҙан емелдәй, йәш, һылыу, бер аҙ тутлана төшкән йөҙө ҡыҙарған. Ҡатын яҙа баҫып абыныуҙан ҡурҡып, һаҡ, ипле аҙымлай, әле тыумаған сабыйын ҡурсыуылыр. Тайфур бер аҙға ғына туҡталып, моңһоу төбәлеп уның яғына ҡайырылды. Ҡатын уны абайламаны, әллә күрһә лә күрмәнеме, белмәйем, башын ғорур сөйөп, бер кемгә иғтибар итмәй атлауын белде. Йөклө ҡатын асылырға тумаланған сәскә менән бер шул, уның күңеле ерҙә түгел, йондоҙло күктә. Атаһының аңшая биреп тороуы ҡыҙыйға оҡшаманы, йүгереп килеп етәкләп алды ла, ирендәрен турһайтып, үпкәләп һөйләнеп уны алға тартты: «Атай, беҙгә генә ҡара, беҙҙе яратмайһыңмы әллә?»
Яратам, яратам ҡыҙым…»
– Ни тиклем матурҙар, бәхетлеләр… – Йәнәшәмә баҫҡан ҡарсыҡ шулай тине.
– Ә? Нимә тинегеҙ? – Был һүҙҙәрҙең кемгә тәғәйенләнгәнен айыра алмай ҡабатлап һораным.
– Көн матур тим, балам. Ана бит, ҡышты әйтәм, ҡарын да көрәп яуып ҡуйҙы, хәҙер холҡон күрһәтергә самалап, буранын ҡуҙғыта.
Тәбиғәттең кәйефе күҙ асып йомғансы үҙгәрә шул. Бейектән, бик бейектән ябалаҡлап елгәрелгән ҡар, талғын өйрөлөп, «әйлән-бәйлән» көйөнә бейей ҙә башлаған. Теге өсәү йәйәүле буранға эйәреп китте, ауырлы ҡатын йөҙөн елгә ҡуйып уға ҡаршы атланы.
 
 
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.
Автор:Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Читайте нас: