Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ танылыу яулаған Алина Фәрит ҡыҙы менән беҙгә лә аралашыу форсаты сыҡты. Гастролдәрҙең икенсе көнөндә үк уның менән осрашып, ихлас күңелдән һөйләшеп алдыҡ.
- Алина, ижадың ҡайҙан башланғыс ала? Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларға һөйләп китһәң ине.
- Иҫләйем, миңә биш йәш ине, апайымдың башланғыс кластарҙа уҡып йөрөгән сағы. Әсәйем мине Ғүмәр мәктәбендә үткән Яңы йыл кисәһендә йырлатырға булды. Өҫтөмдә – йәшел генә күлдәк, сәсемдә – ике яҡтан ап-аҡ банттар. Кисәлә Гөлдәр Ишҡыуатованың “Ҡара бесәй балаһы” йырын башҡарып, Ҡыш бабайҙан бүләк алып ныҡ ҡыуандым. Ошо сығышымдан һуң ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Илмира Кәримова мине сәхнәгә сығара башланы. Артабан “Юрматы йондоҙсоҡтары”, “Яҙғы тамсылар”, “Сулпылар” кеүек төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, призлы урындар алдым. Шул ваҡыттан алып йыр минең йән дуҫыма әйләнде. Әле лә отпуск ваҡытында оҙаҡ ҡына сәхнәгә сыҡмай торһам, күңелем бойоға башлай, тамашасыларҙы, коллективты, сығыштарыбыҙҙы һағынам.
- Тимәк, йырсы булыу – бала саҡ хыялы?
- Эйе, әлбиттә, бала саҡта йырсы булам, ҙур сәхнәгә сығам, тип хыялландым. Ғүмәр мәктәбендә уҡып, 7-се класҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатына уҡырға килдем. Бында ла сәхнәне ташламаным. Ләкин 9-сы класты тамамлағас, икеләнеү булып алды: йырсы булырғамы, әллә табип һөнәрен һайларғамы? Бар булмышым йыр булғас, сәхнә үҙенә нығыраҡ тартты. Мин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының эстрада-джаз бүлегенә имтихандар тапшырҙым. Уны уңышлы тамамлағас, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ошондай уҡ бүлегендә ситтән тороп уҡыным. Шул уҡ ваҡытта Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләп йөрөнөм. Йыл ярым тирәһе эшләгәс, Сибайға күстем һәм, үҙегеҙ күреүегеҙсә, мин әлеге көндә ошо ҡалала урынлашҡан дәүләт филармонияһының солисы.
- Алина, Сибай дәүләт филармонияһындағы эшең тураһында һөйләп үт әле – гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡ булыр, тип уйлайым.
- Мин, әлбиттә, Нефтекама дәүләт филармонияһын да, элекке коллективымды ла һағынып иҫкә алам. Тәүге эш тәжрибәһен тап ошонда тупланым, күп нәмәгә өйрәндем. Сибай дәүләт филармонияһына килгәндә, эшемде яратам, беҙҙең ял итергә, тик ултырырға ваҡыт юҡ, һәр саҡ концерттарға әҙерлек бара. Ай һайын гастролдәргә сығабыҙ, яңыраҡ Ҡаҙағстанға, Екатеринбургҡа ла барып ҡайттыҡ. Әле бына “Һөйгәндәр генә сибәр” программаһы менән республика буйлап гастролдәр башланыҡ, ул бер йыл дауам итәсәк. Шуны лә әйтеп үткем килә, тыуған яғыма дүрт йыл элек Нефтекаманан “Ҡәрҙәштәр” төркөмө менән концерт ҡуйырға ҡайтҡайным. Сибай артистары менән ҡайтыуым тәүге тапҡыр. Концерттар Түбәнге Әрмет, Һайран, Көҙән һәм Ғүмәр ауылдарында үтте. Урындағы халыҡ беҙҙе бик йылы ҡаршыланы, сығыштарҙан ҡәнәғәт ҡалды.
- Конкурстарҙа ҡатнашаһыңмы? Киләсәккә пландарың ниндәй?
- Колледжда уҡығанда конкурстарҙа йыш ҡатнаша торғайным. Әле тәү сиратта, гастролдәр, тамашасылар мөһимерәк, тип уйлайым. Әлбиттә, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, эш күп, ваҡыт тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк. Яңыраҡ Иҫәнғолда үткән республика йыр конкурсында башҡорт халыҡ йыры менән сығыш яһап, икенсе урынға лайыҡ булдым. Пландарға килгәндә, хыялым – үҙ концертымды ойоштороу. Был яҡын киләсәктә тормошҡа ашыр, тип уйлайым.
- Һүҙҙе тамамлап, үҙ ғаиләң тураһында ла һөйләп үтһәң ине.
- Беҙ Ғүмәр ауылында Айһылыу һәм Фәрит Вахитовтарҙың күркәм ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнеп үҫтек. Әлиә апайым Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап, Стәрлетамаҡта эшләп йөрөй. Ильмир ҡустым 8-се класта уҡый. Атайым Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, әсәйем һөнәре буйынса ашнаҡсы. Улар өс балаһына ла лайыҡлы тәрбиә бирҙе, яҡшы һөнәр алырға дәртләндерҙе. Уларға мәңге рәхмәтлемен, һәр саҡ ҡыуанып йәшәһендәр.
Фото Алина ВАХИТОВА архивынан.