Йәмғиәт
4 Октябрь 2024, 13:00

Һөнәри белем биреү яңыса

Ишембай һөнәрселек колледжында 21 уҡыу төркөмө бар. Уларҙа талап ителгән һөнәрҙәр буйынса барлығы 506 студент белем ала. Беренсе курста студенттар биш йүнәлеш буйынса уҡый. Колледжды тамамлағас улар “Алға” махсус иҡтисади зонаһының “Заспорт” һәм “Аркада” фабрикалары хеҙмәт коллективтарының бер өлөшө буласаҡ. Шулай уҡ, иретеп йәбештереүсе һәм КИПиА көйләүсеһе һөнәрҙәре буйынса белем алған студенттар “Витязь”, “Иҙелнефтемаш” һәм “Инман” предприятиеларында практика үтә.

Һөнәри белем биреү яңысаҺөнәри белем биреү яңыса
Һөнәри белем биреү яңыса

“Профессионалитет” федераль проекты: ул ни өсөн кәрәк?

2022 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең урта махсус уҡыу йорттарында тәжрибә рәүешендә “Профессионалитет” федераль программаһы старт алды. “Профессионалитет” - колледждарҙа һәм техникумдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ яңы урта һөнәри белем биреү системаһы. Уңышҡа өлгәшкән осраҡта, ул барлыҡ урта һөнәри белем биреү системаһына тараласаҡ. “Профессионалитет” федераль проекты Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан эшсе һөнәрҙәргә кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итеү өсөн әҙерләнгән һәм илдең 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик башланғыстары рәтенә индерелгән. “Профессионалитет» федераль проектын үткәреүҙең маҡсаты - урта махсус уҡыу йорттарының уҡыу пландарын оптималләштереү һәм уларҙы эш биреүселәрҙең ихтыяждарына мөмкин тиклем яҡынайтыу. Үҙ сиратында, йәш белгестәргә мохтаж предприятиелар һәм ойошмалар уларҙы уҡытыуҙы финанслаясаҡ һәм уҡыу йортон тамамлағандан һуң үҙҙәренә компетентлы хеҙмәткәр аласаҡ. Мөһим үҙенсәлек: “Профессионалитет” тигән яңы система уҡыу ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр элек колледж һәм техникум студенттары һөнәрҙе 3-4 йылда үҙләштерһә, хәҙер иһә 2-3 йыл ғына уҡыясаҡ.

Яңы башланғыс идеяһы

Ишембай һөнәрселек колледжы 2022 йылдан “Профессионалитет” федераль проектына инде.

- Ике йыл элек колледжда “Профессионалитет” федераль проекты старт алғайны. Был кадрҙар етмәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн кәрәк. Беҙҙең иретеп йәбештереүселәрҙе, КИПиА көйләүселәрен, тегеү әйберҙәрен эшкәртеү буйынса мастерҙар әҙерләгән төркөмдәр федераль проектҡа эләкте. Хәҙер уларҙың уҡыу ваҡыты бер йылға ҡыҫҡартылды. Йәғни улар 1 йыл да 10 ай белем аласаҡ.

Беҙ “Заспорт” фабрикаһы директоры Александр Сергеевич Жирнов менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ул колледжда уҙғарылған төрлө сараларҙа йыш була. Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкаға ла саҡырҙыҡ, ул тегенсегә уҡыған ҡыҙҙарыбыҙ менән әңгәмәләр үткәрә. Быйылдан башлап улар тегеү әйберҙәрен эшкәртеү буйынса мастерҙар төркөмө тип атала. Беҙҙә тегенсе ҡыҙҙар күп түгел, ни бары өс ҙур булмаған төркөм. Улар “Заспорт” фабрикаһында производство практикаһын үтә. Предприятиела эшкә урынлашыу ҙа, хеҙмәт шарттары ла яҡшы, бушлай трансфер, эш урынына алып баралар. Бушлай туҡланыу  ҡаралған. Иң яҡшыһы - биш көнлөк эш аҙнаһы һәм, бында эшләп йөрөп тә, юғары белем алыу мөмкинлеге булыуы. Йәғни, әгәр ҡыҙҙар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтһә, артабан алға китеш буласаҡ. Предприятие етәкселеге уҡыған өсөн түләргә әҙер. Мәҫәлән, өсөнсө курс студенты Анна Фёдорова йәй көнө был предприятиела ике ай эшләп, 40 мең һум эш
хаҡы алды. Уға фабрикала бик оҡшаған. Шулай уҡ “Аркада” фабрикаһы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ике йыл элек тегенсе ҡыҙҙар унда практика үтте. Колледж студенттарының күбеһе уҡыуҙы тамамлағандан һуң ошо ике предприятиела эш урынын һайлар, тип ышанам, - тине Ишембай һөнәрселек колледжы директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ирина Беднякова.

- 2022 йылда Ишембай һөнәрселек колледжының матди-техник базаһы яңы ҡорамал менән йыһазландырылды, уның бер өлөшө WorldSkills чемпионаты мираҫы булып тора. Уҡыу йортонда тегенселәр өсөн алты эш урынлыҡ майҙансыҡ, ашнаҡсы-кондитерҙар өсөн ете эш урынлыҡ майҙансыҡ һәм 10 эш урынлыҡ бөҙрәхана йыһазландырылды. Әйткәндәй, алынған теген машиналары “Алға” махсус иҡтисади зонаһының тегеү фабрикалары хеҙмәткәрҙәренекенә оҡшаш, - ти колледждың өлкән мастеры Татьяна Туманина.

Студенттар заводтарҙа практика үтә

Колледж студенттары РФ Хөкүмәте, Башҡортостан Башлығы һәм профсоюз стипендияларын ала. Ижади һәләтле өсөнсө курс студенты Исламия Ҡолмөхәмәтова тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Ул ситтән тороп юғары уҡыу йортонда ла белем ала. Колледждың бөтә сараларында әүҙем ҡатнаша. Ҡылҡумыҙҙа уйнай.

- Миңә тегенсе һөнәре бик оҡшай. Үҙем, туғандарым өсөн кейемдәр ҙә тегәм. Киләсәктә сәхнә костюмдары тегергә ниәтләйем. Диплом алғандан һуң, бәлки, “Заспорт” фабрикаһына эшкә барырмын, - тип һөйләй Исламия.

Колледж студенты Вадим Шәрәфетдинов көйләүсе һөнәренә уҡый. Ул “Заспорт” фабрикаһында практика үткән. Уның машинкала тегә белеүенә барыһы ла һоҡланған һәм бик маҡтағандар. “Витязь” предприятиеһында түләүле практика үткән студенттар һайлаған һөнәрҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙләштерә.

- Мин уҡыу менән берлектә “Витязь” машиналар эшләү предприятиеһында ла эшләп йөрөйөм. 111-се цехта деталдәр ҡырҡам. Диплом алғандан һуң, ошо предприятиела эшләүемде дауам итергә ниәтләйем. Шулай уҡ, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, юғары белем алырға теләйем, - ти станоктар һәм ҡоролмаларҙы көйләүсе һөнәрен үҙләштереүсе 4-се курс студенты Иван Каюшкин.

Ошо уҡ курс студенты Артур Маннанов та үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

- Миңә колледжда уҡыуы бик оҡшай. Ә заводта фрезер станогында эшләйем. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, “Витязь” машиналар эшләү заводына эшкә килергә һәм уҡыуымды юғары уҡыу йортонда дауам итергә уйлайым, - ти ул.

Студенттар өсөн уңайлы мөхит

1 сентябрҙән республиканың химия тармағы предприятиелары өсөн практикйүнәлешле кадрҙар әҙерләү үҙәге эшләй башланы. Быйылғы уҡыу йылында үҙәк нигеҙендә колледж студенттары - селтәрле партнёрҙар уҡыуы көтөлә.

- Колледждарыбыҙ эш биреүселәр талаптарына яраҡлашырға әҙер. Был мәғариф һәм иҡтисад мәнфәғәтендә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, һөнәри белем биреү буйынса республика советының икенсе ултырышында сығыш яһағанда.

- Студенттарыбыҙ өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим. Яҡшы ятаҡ, заманса ҡорамалдар, төрлө ял итеү саралары булһа, балалар рәхәтләнеп уҡыясаҡ. Башҡортостан Республикаһы “Профессионалитет” проектына әүҙем ҡушылды, уның сиктәрендә 2025 йылда 19 үҙәк эшләйәсәк. Уларҙы булдырыуға 1,62 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән, республика ҡаҙнаһынан 860 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Үҙәктәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.

 

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.


Автор фотолары.

Һөнәри белем биреү яңыса
Һөнәри белем биреү яңыса
Һөнәри белем биреү яңыса
Һөнәри белем биреү яңыса
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас