- Беҙ ул саҡта улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ менән ваҡытлыса кешеләрҙең фатирында йәшәй инек. Йортто һалып бөтөр өсөн шулай уңайлыраҡ булыр тип уйланыҡ. Ике йәшлек ҡыҙымды имеҙеүҙе ташлата алмай йонсойом. Көндөҙ атаһы менән уйнаһа ла, кис булһа, миңә йәбешеп ала ла ебәрмәй. Ул йоҡлап киткәс кенә душ инеп, сәй эсеп, әҙерәк ял итеп ала инем. Бер төн ҡыҙымдың ярһып илауынан уяны киттем. Йүгереп барып алайым тиһәм, мине яҡын килтермәй. Атаһы янына килгәйне, уға сат йәбеште. Мин ҡулыма алып, имеҙеп тынысландырайым тиһәм, тағы нығыраҡ илай. Яңы теле асылған бала: “Кит бынан һин-бабай, һин-яман бүре, ҡайҙа минең әсәйем?!”-тип ярһый. Ҡыҙым атаһын ҡосаҡлап йоҡлап китте. Яндарына барып ятып ҡарағайным, уянып, мине ситкә этә, илай. Иртәнсәк ҡыҙым бер ни булмағандай уйнай, көлә башланы. Иптәшем менән бала яман төш күргәндер тип уйланыҡ.
Икенсе төн ошо уҡ хәл тағы ҡабатланды. Был юлы ҡыҙым тағы ла нығыраҡ ярһып илай башланы, мине яҡын килтермәй. Атаһына сат йәбешеп йоҡлап китте. Иртәнсәк, төшкөһөн, кискеһен ҡыҙым тағы ла миңә һыйынып, көлөп кенә йөрөнө. Өсөнсө төн атаһы ҡыҙын янына алып ятты. Мин ипләп кенә яндарына барып яттым. Тағы ла төнгө ун ике тулыу менән ҡыҙыбыҙ: “Минең әсәйем ҡайҙа?” тип ярһып илай башланы. Хәҙер инде алты йәшлек ағаһы ла уянып уны тынысландыра башланы. Ҡыҙым ағаһына ла сат йәбешеп уны минең яныма ебәрмәҫкә тырыша, “ул әсәй түгел!”-тип тылҡый.
Иптәшем менән хәлһеҙ булып кухняға сыҡтыҡ. Шул саҡ ирем: “Һин нимә кейеп алғанһың ул?” тип һораны. Күрҙе, ниһайәт! Мин өс көн элек ялтырауыҡ, иҫ киткес матур эскүлдәкте кейә башланым. Уны кемдер беҙҙең туйыбыҙға ете йыл элек үк бүләк иткәйне. Ябыҡҡас, иремә матур булып күренәйем тип кейеп алғайным. Аптыранған, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған иптәшем: “Бәлки, ҡыҙыбыҙ һине яңы эскүлдәктә танымайҙыр?”-тигән булды. Мин уны шунда уҡ сисеп быраҡтырҙым да, икенсе эскүлдәкте кейеп ҡыҙым янына барып яттым. Ул уянманы ла.
Өлкән ҡәйнәмә был хаҡта һөйләгәс, ул балаларҙы өшкөртөргә алып китте. Эс күлдәкте лә һалып алды. Өшкөргән әбей эскүлдәкте юҡ итергә кәрәк тип алып ҡалған. Шунан һуң ҡыҙыбыҙ тынысланып ҡалды. Был нимә булды? Эскүлдәкте туған-дуҫтырыбыҙҙың кемеһе бүләк итте һәм ниндәй маҡсат менән? Барыһы ла сер булып ҡалды.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.