Уны көтөп сәбәләнгәнлектән инеп ултырыуы менән һорауҙар яуҙырам, нимәһе боҙолған, тиҙ юнәтеләме? Таш урамда ирегән асфальттән бөркөлгән эҫе һауа тын алырға ла ирек бирмәй, машина эсендә лә сыҙап ултырырлыҡ түгел, тәҙрәләр аша ҡояш нурҙары яндыра ғына.
- Юҡ шул, урам буйында тиҙ арала юнәтә алмаҫмын, боҙолғанын яңынан һатып алмайынса ла булмаҫтай һымаҡ, унан ҡуйыр өсөн ҡулайламаһы ла кәрәк буласаҡ, уныһын өйҙән алырға баш етмәгән, кем белә техниканың нимәһе боҙолорон, техсервисҡа һөйрәтеп алып барыусыны табырға ине.
Бабай кипкән тамағын сылатыр өсөн һыу уртлаған арала, машина янынан уҙып барған үҫмер егеткә ихтибар итәм, йөҙө таныш күренә, хәҙерге йәштәрҙе ата-әсәһенә сырамытып танымаһаң, танырлыҡ та түгел, таныш ҡатындың ейәне түгелме һуң, оҙонайып ҙурайып киткән.
Уның артынан күҙ эйәртеп ҡарап ҡалдым, өйҙәре янында ике ҡиммәтле генә машина ултырған ҡапҡанан инеп китте.
Хәмдиәләр ошонда йәшәйме икән әллә, уның бер ҡыҙының икенсе ҙур ҡалала йәшәгәндәрен беләм, башҡа балалары ла күптән таралышҡан шикелле, үҙҙәренең дә ауылдан ошо район үҙәгенә күсеп килгәндәрен ишеткәйнем, күрше ауылда йәшәгәндәрендә һирәкләп аралашып йәшәһәк тә, күптән юлдар айырылды.
- Хәмдиәләр ошо өйҙө һатып алдылар микән әллә, ике машиналары тора, сервисҡа хәтле генә һөйрәтеп алып бармаҫтармы икән?
. Бабай йәнләнеп китте:-Инеп һорашып сығаһыңмы әллә, хаҡын түләр инек.
. Үҫмер егет инеп киткән йорттоң ҡапҡаһына яҡынлаһам да, инергә ҡурҡтым, дәү кәүҙәле эттәре ҡапҡалары янында бәйһеҙ ята.
. Урамдан үтеүсе бер нисә машинаны туҡтатып ярҙам итеүҙәрен һораһаҡ та ризалашыусы булманы, кемеһелер ашыға, икенсеһенең таҡҡысы юҡ, береһең машинаһы өр-яңы икән, күпмелер ваҡыт йөк һөйрәргә ярамай имеш.
. Үҙебеҙҙең урман юлында осраған берәүҙән ярҙам һораһаң күптән тағып һөйрәтеүсеһе табылыр ине лә, гөрләп машиналар үткән ҡала урамында бер ярҙамһыҙ тороп ҡалдыҡ.
. Берәүҙең баҡсаһынан киҫеп ырғытылып, өйөп ҡуйылған ағастар араһынан оҙон ғына һуйыл табып алып, ҡулда ҡорал булғас бер аҙ батырайып, теге үҫмер инеп киткән йортҡа тағы инеп сығырға тәүәкәлләнем, йорт хужаһы Яхъяны яҡшы беләм, ярҙам итмәҫме, бәлки эвакуаторҙарҙың телефон номерҙарын беләлер.
. Ҡапҡа төбөндәге ҙур эттең ҡиәфәте ҡурҡыныс булһа ла йыуаш ҡына булған икән, мин яҡынлағас та ситкәрәк китеп ятты, хатта өрмәне лә.
. Асыҡ ишекте туҡылдатһам да яуап биреүсе булманы, берәү ҙә күренмәһә лә әкрен генә һаулыҡ һораштым, өй эйәһенә лә сәләм бирергә кәрәклеген беләбеҙ, яуап юҡ.
. Сараһыҙҙан төпкәрәк, аш һыу бүлмәһенә үттем, ҡолағына наушник кейгән үҫмер егет өҫтәл артында тамағын туйҙыра, мине ишетмәй ҙә.
. -Һаумыһығыҙ, Хәмдиә ошонда йәшәйме, һин Алмаз булаһыңмы?
. Мине күреүгә иҫе лә китмәгән егет, ыңғай яуап бирҙе, тимәк был өйҙә ҡунаҡтар йыш булалыр.
. -Өләсәйең менән ҡартатайың ҡайҙа, һин бында уҡыйһыңмы әллә, өйөгөҙ янында боҙолдоҡ, сервисҡа тиклем һөйрәтеп алып бармаҫмы икән машинаны.
. -Сколько?
. -Күпме һораһала түләр бабай, әллә үҙең йөрөтә беләһеңме?
. -Да...
. Уландың илтифатһыҙ һөйләшеүенә ихтибар итмәҫкә тырышам, элек уның ҡартатаһының матурлап, һаумыһығыҙ, тип һаулыҡ һорашыуына күнеккәнмен, ата-әсәләре лә артыҡ аралашмаһар ҙа итәғәтле һаулыҡ һорашалар, өләсәһе лә кеше менән матур иҫәнләшә, тик ейәндәре генә минең һаулығымды ла алманы, ҡыланышында ла кәмһетеүле ҡараш, тәккәберлек һиҙелә.
. Беҙҙең һөйләшкәнде ишетепме, йоҡоһо бөткәнме, төпкө бүлмәһенән Хәмдиә үҙе килеп сыҡты, мине күргәс тә ихластан күреште, таушалған өҫ-башын, ойпаланған сәстәрен һыпырыштырып мине түргә әйҙәне.
. Рәхмәт әйтеп ҡабаланғанлығыбыҙҙы, машинабыҙ боҙолоуын аңлатырға тырышып тышҡа ыңғайлайым, ул артымдан эйәреп ҡалыуымды, аралашып, һөйләшеп ултырыуымды һорай.
. Үҫмер егет менән бабай нисек килешкәндәрҙер, сығыуыма улар егеттең машинаһына беҙҙең боҙоҡ машинаны тағырға тырышалар.
. Үҙҙәренә инергә ҡыҫтаған Хәмдиә менән күрешкәс, бабай инеүҙән ҡырҡа баш тартты, ә миңә машина юнәткәнсе ҡалырға кәңәш бирҙе, ниңә сервиста көтөп ултырырға, сират булыуы ла, йүнәтеүе лә байтаҡҡа һуҙылыуы мөмкин икән.
. Хәмдиә ыңғай яуаптан йөҙө яҡтырып мине алға үткәреп өйгә индерҙе, тиҙ генә йыуынып алғас йыйнаҡ ҡына матур өҫтәл табыны әҙерләне, өҫтәлгә шешә ҡунаҡланы.
. Ул табын әҙерләгән ваҡытта бер нисә тапҡыр өй хужаһын һораһам да, яуап бирмәгәс, ишетмәгәндер тигән уйҙа быға ихтибар бирмәнем.
. Рюмкаларға ҡойолған эсемлектән баш тарттым, тыштағы эҫелектән, көйәләнеүҙәндер ҙә ҡан баҫымы күтәрелгәнен һиҙә инем, ә тәмле сәйе өсөн ҡыуандым ғына.
. Хәмдиә ризыҡтан, сәйҙән дә ауыҙ итмәҫтән алдындағы рюмкаһын төп күтәрә һуғып ҡуйҙы, бер аҙ өндәшмәй уйланып ултырғас миңә ҡойолғанын да ҡулына алды.
. -Әгәр һине электән белмәһәм Яхъяны ҡабат ҡабат һорашыуыңа елтерәтеп сығарыр инем, һәр береһе йәнемә тейеп шуны һораша, юрамал йөрәк ярамда ҡаҙыналар, ярай эсмәһәң үҙем эсәм, һине белеп бөткәнмен инде...
. Үҙе ауыҙына һыу ҙа ҡапмай рюмкаһына эсемлек ҡойоп күтәрә, шулай ҙа миңә тәмле сәйҙәрен яһап өлгөртә алмай бына ниҙәр һөйләне ул миңә.
. -Беләһең ауылда етеш йәшәнек, етәксе үк булмаһа ла Яхъя яҡшы, төшөмлө урында эшләне, аҡсаға тилмертмәне.Беренселәрҙән булып өйөбөҙгә газ, һыу үткәрҙек, мал-тыуар ишле булды, үҙе эшкә әрһеҙ, тырыш булғас, балаларға ла ярҙамы мулдан булды.Хаҡлы ялға икебеҙҙә сыҡҡас ошо йортто һатып алдыҡ, ҡиммәтле евроремонт яһап күсенербеҙ тигәнгә ҡаршы килмәнем, ауылда мал-тыуарҙы урынлаштырғансы бер йылға яҡын үҙем генә ҡалып йәшәнем.
. Байтаҡ йылдар үтте инде бында күсенгәнгә, балалар ҙа үҙ урындарын тапты, әле бына ҡыҙымдың өлкән улы ғына эргәмдә, машина йөрөтөргә уҡып йөрөй.
. -Машина йөрөтөргә праваһы юҡмы ней, улайһа нисек беҙҙекен таҡтырып алып китте...
. -Күптәнән яҡшы йөрөтә ул машинаны, такси урынына ла кешеләрҙе ташый, хәҙер йәштәр аҡыллы, ҡайһы урында полиция тора икәнлеген инет аша хәбәр итешеп торалар үҙ ара, шуға ла теләгән еренә иркен йөрөй ала. Үҙенә ата-әсәһе машина ла алып бирҙе, ә тегенеһен, ҙурырағын үҙебеҙ алғайныҡ ҡалаға күсенгәс, налогтан ҡасып үҙемдең исемгә яҙҙырғайным. Ауылдағы етешле донъям шул килеш ҡалды, ҡайтып китеп йөрөргә ниәтләгәйнек.
. Китте бит Яхъя мине ташлап, икенсегә сығып китте, әллә инде бер беребеҙҙән айырым йәшәгән саҡта уҡ һыуынышҡанбыҙҙыр күрәһең.
. Үкереп илаған Хәмдиәне нисек йыуатырға белмәй шаңҡып ҡалдым, электән дә йомшаҡ телле түгелмен, урынлы һүҙе лә табылмай кәрәк саҡта.
. -Яңылыштан килеп сыҡҡандыр, үҙенән йәшкә әүерәгәндер күп булһа, әҙерәк аңын-тоңон аңлаһа кире ҡайтыр әле,-тигән булдым нимә әйтергә лә белмәй.
. - Йәш түгел шул йәшәгән бисәһе, минән һигеҙ йәшкә өлкән, үҙем генә ҡуштым бит уларҙы, маҡтай-маҡтай үҙ иремде уға тотторҙом. Оло йәштә булғас, аҡыллы һүҙҙәр һөйләгәс, уға ныҡ ышандым. Ауыр йәшәйҙәр ине, ауылдан ауырығанлыҡтан малды бөтөрөп улыма йәшәргә килдем тине, килененең балаларын көтә. Күмәк балалы килене етешһеҙ йәшәгәс гел балаларҙың кейелмәгән кейемдәрен бирҙем, беләһең мин аш-һыуҙы мул әҙерләйем электән, бер генә лә табынымдан ҡалдырманым, күстәнәстәрен тейәп оҙаттым, оҙаттым тигәс тә яҡын йәшәйҙәр, әле генә ҡаланың теге осонда, ер бүленгән булған икән күмәк балалы ғаиләләренә, шундағы бәләкәй өйҙәрендә йәшәйҙәр. Ауылдағы өйөбөҙҙө боҙоп алып шунда килтереп һалмаҡсылар, әле килтермәһәләр әле, айҙан ашыу тышҡа сыҡҡаным юҡ. Минең холҡто беләһең бит, бер ысҡынһам оҙаҡҡа һуҙам, бына айнығып алһам күрһәтәм әле күрмәгәндәрен, барып өйөнә ут төртөп тә китермен әле, ҡайҙа йәшәгәндәрен белеп ҡалһам, үҙемдең өйөм ни эшләһәм дә эшләтә алам.
. Әлдә генә машинаны йөрөтә белмәһәм дә үҙемдең исемемә яҙҙырғанмын, йылға яҡын йөрөгәстәр әле, запас асҡысы менән асып, кеше яллап ҡыуып алып килтертеп ултырттым. Килеп ҡарағайны ла Яхъя, баҫырау тотоп баҫтырҙым, машинаға ут төртөү менән янаным, ҡурҡты, өр-яңы бит ул машина...
. Үҙем иҫәр, ул бисә элегерәк эсеп ятҡанымда күпме башымды төҙәтергә тип насар араҡы ташыны иремдән йәшереп, Яхъя мине туҡмап имгәтеп ташлар тип һәр саҡ йоҡларға ҡалды, йәнәһе мине һаҡлай. Башыма ла инеп сыҡманы былай килеп сығыры, үҙе лә ҡуша эсә ине, хәҙер уйлайым, эсмәгән ул, ҡыланған ғына. Юғиһә нисек итеп тәмле ризыҡтар яраштырһын инде һуңынан, аҙаҡ бешкәнде өйөнә ташыуын белә инем, әрәм булып иҫкерткәнсе алһын тинем.
. Хәтереңдәме элек ауылда бер ысҡынғанымда һинән баш төҙәтергә һорағайным, бар, бирмәйем, нығыраҡ ауыры, бәлки үҙәгеңә үтһә эсмәҫһең, тинең. Шул саҡта һиңә ныҡ асыуланып бер нисә йыл бармай, ҡатнашмай йәшәнем, хәҙер генә кемдең кем икәнлеген аңлайымда...
. Әрнеүенән әсенеп үкһеп илаған Хәмдиәне нисек йыуатырға белмәйем, шешә эсендәге шыйыҡлыҡ та яртыланы, иҫерек кеше нимә һөйләмәҫ, ышанырғамы юҡмы. Әммә уны электән белгәнлектән, ихтибар менән тыңлайым, уның был хәленән сығарыу юлын эҙләйем, сәбәбен эҙләйем. Ауылдан китеүе, малдарынан айырылыуы, тыуған ерҙән тамырҙары өҙөлөүе лә сәбәпсе түгелме икән бында. Ул да тыңлаусы, аңлаусы табылғанға эсен бүҫкәртә.
. -Алдан, бик төптән уйлап эш иткәндер күрәһең, мине маҡтаны, Яхьяны хурланы үҙе юҡта, үҙе барҙа майлы күҙҙәре менән ҡарағанын аңлайым да хәҙер, хатта үҙебеҙҙә мунса ла яғып ҡәҙерләй ине, бәлки арҡаһын ышҡырға ла ингәндер, уныһын кем ҡараһын. Ауылдағы өйөбөҙҙө лә алып барып күрһәттем, кем төҙөнө, Яхьяның ҡулы оҫта икән, тип маҡтап ҡайтты. Бөтәһен дә алдан уйлаған, ауылда яңғыҙы этләнгәнгә ҡалаға ҡулайлы бабай эҙләп килгәндер, балалары менән йәшәй алмаҫын белгән. Ә мин үҙем ихтыяр иткәнмен Яхъяны, әле бына ошо йәшәгән өйҙө, машинаны уртаҡ бүлдермәксе, йәнәһе ирҙең ҡул көсөн һанлай, ә ауылдағы яландай өй ир исемендә, белмәйһеңдер, мине алғансы уҡ нигеҙе һалынған ине, аҙаҡ бергәләп төҙөнөк.
. Асырғанып менән ярҙам һорап төбәлгән Хәмдиәгә ҡарап юғалып ҡалдым. Әлбиттә иң беренсе ,, Эсмә! " тиермен, электән иркен гөрләп йәшәгән, ҡунаҡ төшөмдө яратҡан кешенең тыңламаҫы билдәле, иҫәпһеҙ алкоголгә ҡаршы уколдар яһатҡан, һанһыҙ кодировкалар үткәргән ҡатын төҙәлә алмаясаҡ, бөтәһе лә тик ваҡытлыса ғына, айныҡһа шкафтарында ялтырап ултырған ҡиммәтле төрлө араҡыларҙы йыйыу ғәҙәте лә бар. Айҙар, йылдар үтер, барыбер үҙ үҙәненә төшәсәк, ә эсмәһә унан да таҙалыҡ яратҡан ҡатын табылмаясаҡ, кейенеп яһанып урамға сыҡһа уның менән ҡушарлап үтергә хыялланыусылар ҙа бихисаптыр.Ире Яхъяны ла йәштән беләм, һәр һүҙе мәртәбәле, эшләһә эшенә һоҡланып туймаҫлыҡ, буй-һынынан күҙ ала алмаҫлыҡ уҙаман, үҙе хәҙер ейәндәренә өлгө булырҙай ҡартатай.
. Илай-илай йомшарып киткән Хәмдиәне, бабайҙы илтеп ҡайтҡан ейәне менән урынына ҡултыҡлап алып барып һалдыҡ. Бабайҙың шылтыратып хәлен белешкәндән һуң бер аҙ көтөргә кәрәклеген белеп, үҙебеҙ ултырған өҫтәлде йыйыштырҙым, аш-һыу бүлмәһендәге ҡашығаяҡтарҙы йыуҙым.
Бөтә нәмә үҙ урынында, һыры һырға, мөйөшөн мөйөшкә тейҙереп, зауыҡ менән төҙөлгән, һәр береһе үҙенсә төҫ менән балҡыған бүлмәләр, ауылдағы бер әйберен килтермәй заманса теҙелгән мебелдәр, һәм затлы карауатта, нәфис түшәктә ятыусы, хәҙер ағинәй йәшенә етеп барыусы иҫерек ҡатын. Нисектер күңел генә ҡабул итмәй был күренеште, аңға ғына һыймай был хәҡиҡәт. Бысыраҡ өйҙә, ярлы мөхиттә йәшәгән эскесе бисә түгел был, үҙенә бер ваҡытта ла, бер кем дә, һин эскесе булғанға ирең сығып китте олоғайған көнөндә, тип әйтеп булмаясаҡ, хәҙер өҫтөңә ажғырып ташланыр. Насар кеше тип тә берәүҙә әйтмәҫ, бар ризығын кеше менән уртаҡлашыр, маҡсатлы йәшәгән, балалары өсөн өҙөлөп тороусы әсәй, өләсәй тип беләбеҙ уны. Ирен эйәләткән хәйләкәр, йылмаяҡ, аскернә ҡатындың тоҙағына эләккәндер тип тә әйтерҙәр, әгәр кемдәр уның уҙған тормош юлын белмәһә.
. Үҙенең килгәнлеген белдереп бабай телефондан шылтыратты, уйланып ултырған еремдән ауыр ғына тороп, Хәмдиәнең ейәне менән хушлашып рәхмәт әйттем, тик ул мине ишетмәне лә шикелле, телефонынан айырылманы.
Фото: Гөлнур Артыҡаева