- Унда ниндәй писәрҙәр ултырғанын үҙең белмәйһеңме ни? – тиештеләр ауылдаштары. – Унда ни, штабта... Араҡы эсеп алалар ҙа нимә тураһында яҙғандарын үҙҙәре лә аңламай. Бөтә фамилияларҙы бутап бөтәләр...
Ауыл бисәләре ҡайтып китергә ашыҡмайынса, тол ҡатын эргәһендә оҙаҡ ултырҙы. Әммә, мәйет янында ултырған ише, шыбыр-шыбыр ғына килеп һөйләштеләр.
- Һуғыш бара бит... Ҡуй инде, ниндәй тәртип булһын, ти, - тип олораҡ инәйҙәр Әнисәне тынысландырған булды. – Уларҙың нәсәлниктәре нисә тапҡыр хаталанды инде. Күрше ауылдан тимерсе Иванды ғына ал әле. Бер йыл элек бисәһе похоронка алғайны, яңыраҡ һин дә мин ҡайтып төштө. Үҙе – һап-һау, тырнаҡ эҙе лә юҡ. Шуға һин дә Сәғитеңде ваҡытынан алда ерләмә...
Әнисә шып-шым ята бирҙе, ҡатындар ҙа һөйләүҙән туҡтап, ҡайтыу яғын ҡараны. Улы, Ғәзизе, шешенеп бөткән күҙҙәрен шәм яҡтыһына төбәп, мейес башында мыш та мыш килә ине. Ул да йоҡоға талған икән.
Ишеккә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына туҡылдатып, кемдер өйгә уҙҙы. Әнисә тауыш сыҡҡан яҡҡа башын бороп та ҡараманы. Нисек шуны аңламайҙар икән – уның бер кемде лә күргеһе килмәй! Тупһа янындағы иҙән шығырлап ҡуйҙы; теге кеше ҡатын ятҡан урындыҡҡа яҡынланы.
- Әнисә...
Ҡатыны урынынан нисек итеп һикереп торғанын да һиҙмәй ҡалды. Дөп-дөп һуҡҡан йөрәге, күкрәк ситлеген бүҫә яҙып, сығып килә.
- Сәғи-и-ит!
Һаҡал-мыйыҡ баҫып, ҡарайып, ябығып бөткән ир, таяҡҡа таянған килеш, Әнисә алдында тора ине. Танырлыҡ та түгел. Әммә, ул – уның Сәғите!
- Иҫәнһең! – ҡатын Сәғитенең муйынына аҫылынды. – Мин бит бөгөн һиңә похоронка алғайным. Бисәләр дөрөҫ әйткән икән... Штабта, ысынлап та, яңылышалар... Иҫән-һау... Аллаға шөкөр!
- Әлегә тере, - ир сырайын һытты. – Кеше булырҙай түгелмен шул, Әнисә. Доктор ҙа, оҙаҡҡа бармаҫ был, ҡанға бысраҡ эләккән, ти...
Ҡарашы аҫҡа түбәнләгәс кенә, ҡатын иренең ике аяғы ла уралған бинттың ҡып-ҡыҙыл булып бөткәнен шәйләп ҡалды.
- Эй, илаһым! – Әнисә ике усы менән йөҙөн ҡапланы. – Һин ауырыуҙы нисек итеп ҡайтарып ебәрҙеләр һуң? Тиҙерәк госпиталгә барырға кәрәк!
Сәғит ҡобараһы осҡан Әнисәһен ҡосаҡлап алды:
- Һөйләшерлек кенә хәлем бар әле... Ярсыҡтар аяғыма эләкте. Траншеяла, иҫһеҙ көйөнсә, күпме ятҡанымды лә белмәйем. Шуға ҡан зарарланған да инде. Бына әле һинең алдыңда баҫып торам, ә үҙем томан эсендә йөҙгән һымаҡмын. Өйгә ебәрегеҙ, тип нисә көн буйы үтендем. Һине һуңғы тапҡыр, иһ, бер күрәһе ине, тинем.
- Әйҙә, һин урындыҡҡа ятып тор, - ҡатын урынында сәбәләнде. – Мин хәҙер... йылы һыу килтерәм...
Әнисә мейестең ҡаҙанынан йылы һыу алды. Сәғиттең бер иҫке күлдәген табып, бинт урынына ҡулланыр өсөн, йыртырға тотондо.
- Яраңды йыуып бәйләрмен дә иртән фельдшерҙы алып килермен, - тип һөйләнгән ҡатын урындыҡ яғына боролдо ла ҡысҡырып ебәрҙе.
Урындыҡта ятҡан Сәғиттең урыны буп-буш ине. Әнисә үҙ күҙҙәренә ышанманы: махорка, тир еҫе сығып торған, бысраҡ кейемендәге ире әле генә эргәһендә ине бит һуң. Ул мендәрҙе һыпырып-һыпырып ҡараны. Өй эсенең ҡарамаған, эҙләмәгән мөйөшө ҡалманы. Бәлки, күрмәй ҡалғандыр – Сәғите соланда тәмәке тартып торалыр. Ҡатын соланға атылып сыҡты, артабан – ихатаға. Ире табылманы. Әллә, ҡара ҡайғымдан күҙемә күренде инде, тип уйланы ул.
Иртәнсәк Әнисә теге өс мөйөшлө мисәт һуғылған һоро конвертты йәшереп ҡуйҙы. Ғәзизгә бер нимә тураһында ла уйланмаҫҡа ҡушты – кешеләр һөйләнһә, һөйләнһен, әйҙә. Улының атаһы иҫән, йөрәге менән тоя, иҫән-һау.
Тол ҡатын бар уйҙарын эшкә екте: ҡоротон ыҫланы, ҡағын әҙерләне, үләнен киптерҙе.
- Атайың сәйҙе ҡаҡҡа ҡушып эсергә ярата. Күберәк әҙерләргә кәрәк, - тип аңлатты улына. – Кем белә, Яңы йылға тиклем ҡайтып та төшөр әле.
Ғәзизе, эйе, тигәнде белдереп, башын ҡаҡты, ләкин әсәһенең күҙҙәренә тура ҡарарға ҡурҡты.
Өй алдындағы миләште лә тиреп алдылар, унан да башҡа тәмлерәк ризыҡ юҡтыр – сәйгә һалһаң да була, бәлешкә лә бара. М-мм...тәмлелеге, хас та йөҙөм һымаҡ.
Ваҡыт үтә торҙо. Сәғиттең хаты ла килмәне, военкоматтан, ғәфү үтенәбеҙ, хата киткән икән, тигән хәбәр ҙә булманы. Бына ҡыш та үтеп китте, уның артынса – йәйе лә, көҙө лә. Тағы зәһәр буранлы ҡыш етте. Әнисә өмөтөн юғалтманы, барыбер, Сәғитен көттө.
Бер саҡ улы менән сәй эсеп ултыралар ине. Ат санаһында урамдан уҙып барыусылар Әнисәләрҙең өйө тапҡырында ниндәйҙер тоҡ ырғытып китте. Аптыраған ҡатын, шәлен дә бөркәнеп тормайынса, тышҡа йүгерҙе.
...Әнисәнең тоҡ тигәне һалдат булып сыҡты. Ул аңына килгәндә, ике аяғы ла ҡырҡылған Сәғит, ҡулдарына таянып, ҡатыны яғына шыуыша ине. Ҡатын ирен ҡосаҡлап алып, ҡар өҫтөнә ултырырға ярҙам итте.
- Бына хәҙер мин ниндәй... имгәкмен... Әнисә. Үлмәй ҡалдым шул...
- Кит, Сәғит, нимә һөйләйһең һин? Ундай нимә уйыңда ла булмаһын?
- Аңыма килмәйенсә, оҙаҡ яттым, Әнисә. Бер саҡ ҡараһам, өйөбөҙ эсендә торам. Һин урындыҡта ятаһың, өҫтөңдө лә һалмағанһың. Инде һине ҡосаҡлағайным, барыһы ла күҙ алдымдан юғалды, - тине Сәғит, күҙ йәштәрен һөртөп.
Фото: Гөлнур Артыҡаева