Уларҙың ғаиләһе 20 йылдан ашыу элек Ҡаҙағстандан ҡайтып, ошо ауылда төпләнгән. Фәнир ағайҙың атаәсәһе, һәр йәш комсомол һымаҡ уҡ, сит яҡтарға төҙөлөшкә сығып киткән була. Ҡаҙағстанда улдары тыуа. Яҡташыбыҙ Фәнир Бәкиров күптән түгел “Атайлыҡ даны” миҙалына лайыҡ булды.
- Беҙ Фәнир менән 10-сы класта дуҫлаша башланыҡ, - тип уртаҡлашты Наталья. – Оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнөк, уны армияға оҙатып ҡалдым һәм көтөп алдым. Һуңынан мин – Томскиҙа, ул Ҡаҙағстандың Күкшетау ҡалаһында уҡыны. Ғаилә ҡорҙоҡ. Һуңынан Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Республика миңә бик оҡшаны, тәбиғәте иҫ киткес матур, ә халҡы – ябай, яғымлы, йомарт. Бында иремдең туғандары, дуҫтары күп, бөтә ауыл халҡы уны хөрмәт итеп тора. Ҡырҙан ҡайтып Ишәйҙә йәшәүемә бер ҙә үкенмәйем.
Бәкировтар ғаиләһе өс улға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән. Оло улдары Рәсүл һәм уртансыһы Данил «Росгвардия» спецназында хеҙмәт итә. Икеһе лә махсус хәрби операция зонаһында Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәй, төрлө наградалар менән бүләкләнә. Әйтергә кәрәк, улар төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә хеҙмәт итә.
- Был конкурста беҙҙең ауыл тәүге тапҡыр ҡатнаша, - тип белдерҙе хәрби иҫәп буйынса белгес Эльвира Үҙәнбаева. – Бәкировтар ғаиләһен ситтән күҙәтеп йөрөнөк, бик өлгөлө ғаилә. Ике улы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, өсөнсөләре, кесе улдары Динар, Стәрлетамаҡ ҡалаһында янғын часында эшләп йөрөй.
Өс улына лайыҡлы тәрбиә биргән Фәнир ағай Бәкиров “Газпром” йәмғиәтендә авария-тергеҙеү эштәре буйынса слесарь булып эшләй. Бынан тыш, ул ауылда ирекле янғын һүндереү дружинаһын етәкләй, эшенә бик яуаплы ҡарай. Үҙ йорто биләмәһендә янғын һүндереү машинаһы өсөн гараж һалған.
Наталья һәм Фәнир Бәкировтар ғаиләһенә именлек, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Һәр саҡ шулай матур йәшәгеҙ, әүҙем булығыҙ!
Фото ғаилә архивынан.