Йәмғиәт
29 Сентябрь 2024, 14:00

Һәр машинала беҙҙең дә өлөш бар

29 сентябрь - Машина эшләүселәр көнө

Һәр машинала беҙҙең дә өлөш барҺәр машинала беҙҙең дә өлөш бар
Һәр машинала беҙҙең дә өлөш бар

Йәкшәмбе көн меңәрләгән ишембайлы һөнәри байрамдарын билдәләйәсәк.

Машина эшләүселәре менән дан тотҡан ҡалабыҙ өсөн был көн бигерәк тә әһәмиәтле. “Витязь” машиналар эшләү компанияһында ғына бөгөнгө көндә мең ярымдан ашыу ҡала һәм район халҡы хеҙмәт итә. Завод урындағы сәнәғәттең мөһим тармағы булып тора.

Предприятие үҙенең хеҙмәт династиялары менән дә киң билдәле. Бында эшләүсе Арнаутовтар ғаиләһенең генә дөйөм эш стажы 50 йылдан ашыу. Ғаилә башлығы Александр 25 йыл элек әрмелә хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, ошонда эшкә урынлаша. Заводтың төрлө саҡтары була, хатта бер нисә тапҡыр көрсөккә лә килеп терәлә. Әммә Александр яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, эшен алмаштырмай. Бөгөн ул корпустарҙы йыйыу һәм иретеп йәбештереү цехында бригадир вазифаһын үтәй. Тормош иптәше Анна заводта оператор булып эшләй. Улдары Дмитрий менән Сергей, Ишембай һөнәрселек колледжын тамамлап, заводта хеҙмәт юлын башлаған. Бөгөн улар аталарының ҡулы аҫтында бер цехта эшләп йөрөйҙәр. Ҡасандыр егеттәрҙең олаталары Владимир Аверьянов та заводта хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан.

«Һәр саҡ заводҡа бергәләшеп барабыҙ, күмәкләп эштән ҡайтабыҙ. Өйҙә лә күпселек завод тураһында, уның уңыштары хаҡында һөйләшәбеҙ. Бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Рәсәйҙә киң билдәле булған предприятиела эшләүебеҙгә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бөтә илгә танылған машинала беҙҙең дә өлөш бар”, - ти ғорурлыҡ менән Александр Арнаутов.

Йылдан-йыл заводҡа йәштәр ҙә эшкә күпләп килә. Ишембай һөнәрселек колледжында уҡып йөрөүсе Тимур Вәғизов та практика үтергә заводҡа ебәрелгән. 19 йәшлек кенә йәш белгес эшендә һөҙөмтәләр күрһәтеп, етәкселек тарафынан маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Әле Тимур электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөй. Киләсәктә ошо заводта ҡалырға ниәтләй.

- Беҙҙең предприятие – бер ҙур сылбырҙы тәшкил итә. Әгәр ҙә бер ерҙә һүлпәнлек күрһәтеп, эште намыҫһыҙ башҡарһаң, бар коллективтың эшен туҡтатаһың, - ти Тимур.
Йәш кадрҙар эштәрен яуаплы башҡарып ҡына ҡалмай, яңы технологиялар уйлап табыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Үҙҙәренең белемдәрен арттыра, юғары технологиялы продукт етештереүҙә тос өлөш индерә.

1977 йылда нигеҙ һалынған «Витязь» машиналар эшләү компанияһы Рәсәйҙә берҙән-бер ике звенолы транспортер етештереүсе завод. Бөгөн ул 150000 квадрат метр майҙанды тәшкил итә. Ҡырҡ йылдан ашыу эшмәкәрлегендә заводта Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, хатта Антарктида шарттарында алмаштырғыһыҙ булған ике меңдән ашыу вездеход етештерелә. «Витязь»дар халыҡ хужалығында һәм армияла уңышлы ҡулланыла - йыл һайын 9 майҙа Ишембай предприятиеһының вездеходтары Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Витязь” кеүек предприятиеларҙың эшмәкәрлеген һәм әһәмиәтен юғары баһалай. Үҙенең бер сығышында ул: «Беҙ бөгөн һәр предприятиеның тиерлек нисек йәшәүен яҡшы беләбеҙ һәм бизнесҡа ярҙам саралары төрлөлөгөн ҡулланабыҙ. Сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә рәхмәт әйткем килә. Был кешеләр үҙҙәренең ынтылышы, абруйы һәм сыҙамлылығы менән беҙгә сәнәғәт үҫешенең бик ҡатмарлы процесын тоторға мөмкинлек бирҙе», - тигәйне. “Витязь” машиналар эшләү компанияһы республика етәкселеге тарафынан да ярҙам тоя.

Бөгөн “Витязь” – Ишембайҙың ғорурлығы. Бында үҙ һөнәренә тоғро булған, завод, ҡала, илебеҙ үҫешенә үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән тос өлөш индергән ысын һөнәр эйәләре эшләй.

Юрий Дегтярев, муниципаль район хакимиәтенең сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа идаралығы начальнигы:

«Заводтың уңышы шулай уҡ предприятие етәкселегенән дә тора. Уларҙың юғары һөнәри оҫталығы һәм компетентлығы, кешеләр менән эшләй белеүе заводҡа бөгөнгө шарттарҙа тотороҡло эшләү мөмкинлеген бирә".


Автор фотолары.

Һәр машинала беҙҙең дә өлөш бар
Һәр машинала беҙҙең дә өлөш бар
Һәр машинала беҙҙең дә өлөш бар
Һәр машинала беҙҙең дә өлөш бар
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас