Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь , 12:00

Ауыл хәбәрҙәре

Иҫәненең ҡәҙерен бел - үлгәненең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Аҙнай ауылында йыл һайын яҙлы-көҙлө ике яҡ зыяратта ла өмә яһап, уны таҙартыу йолаға әйләнеп бара. Кисә лә ауылдаштар был изге эштә бик әүҙем ҡатнашты.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Бында һәр кемдең вафат булған туғандары, яҡын кешеләре ерләнгән. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең был донъялағы һуңғы урыны ул - зыярат. Беҙҙең изге бурысыбыҙ-яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ ятҡан урындарын таҙартыу, тәртиптә тотоу.
 
Йәй үҫкән үләндәр ҡороп янғын хәүефе тыуҙырһа, яҙға ҡалғаны йығылып йырып үткеһеҙ булып селек ҡыуаҡтары баҫып үҫеүенә килтерә.
 
Ҡасандыр ауылыбыҙ ҡарттары сабынлыҡ урынына сабып, таҙалап торған зыяраттар, һуңғы йылдарҙа ташландыҡ ерҙәр кеүек булып ҡалғайны. Аллаға шөкөр, хәҙер инде зыяраттарҙы тәртиптә тотоуҙа һәр кем ихлас ҡатнаша, сөнки мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, зыяраттарҙы тәртиптә тотоу - һәр беребеҙҙең изге бурысы ул!
 
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА.
Читайте нас: