Ҡасандыр Полина Анатольевнаның хужалығында бер нисә тауис ҡына булһа, бөгөн эшҡыуарҙың Торатау итәгендә урынлашҡан экофермаһында 20-нән ашыу төр хайуан һәм ҡош бар.
Сығышы менән Миәкә районынан булған ханым хаҡлы ялға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. «Роспечать» гәзит киоскылары селтәренең хужаһы була. Балаларын үҫтереп, аҡса туплап, хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош иптәше менән үҙҙәре өсөн йәшәргә тип, Ҡара диңгеҙ буйынан фатир һатып алалар. Әммә бер минут та тик ултырырға күнекмәгән Полина ханым унда үҙенә урын тапмай.
- Диңгеҙ, ҡояш, әлбиттә, яҡшы, әммә миңә бер заман күңелһеҙ була башланы. Шуға күрә, оҙаҡ уйлап тормай, фатирыбыҙҙы һаттыҡ та кире тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайттыҡ. Шихан ауылында ер участкаһы һатып алып ферма төҙөй башланыҡ. Бында ҡола ялан ине. Балалар, ейәндәр ҙә эргәлә булғас бик күңелле. Дәртләнеп китеп, дөйәғош себештәре һатып алдыҡ. Хәҙер ана улар ике метрлыҡ булып йүгереп йөрөйҙәр. Шунан инде фазандар алып ҡайттыҡ. Уларҙы тоторға урын да юҡ ине. Өйҙөң баҙында йәшәнеләр. Бер заман эко-ферма төҙөү хыялы барлыҡҡа килде. Дүрт йыл элек Ишембай районы хакимиәтендә үткәрелгән инвест сәғәттә ҡатнашырға ғариза бирҙем. Комиссия ағзалары алдында үҙемдең бизнес-проектымды тәҡдим иттем һәм хуплау таптым. Хакимиәттең сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡты координациялау бүлеге белгестәре проектымды ҡарап, төҙәтмәләр индерҙе. Шулай итеп, хакимиәт ярҙамында эко-ферманы төҙөү өсөн ер участкаһы алыуға ирештем. Шунан инде төрлө экзотик ҡоштар, хайуандар һатып алдым. Бөгөн хужалығымда дөйәләр, тимгелле боландар, кәзәләр, йорт ҡуяндары, ишәктәр, тауистар һәм башҡалар йәшәй. Тиҙҙән тағы ла ике төр йәнлек килтерәсәкбеҙ. Барыһын да мин балалар өсөн эшләйем. Күрше Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларынан уҡыусылар экскурсияға килә башланы. Улар йәнлектәрҙе һыйпап ҡарай, күҙәтә, ашата. Ғаиләләре менән килеп, саф һауала рәхәтләнеп ял итәләр бында. Кешеләрҙең риза булып, рәхмәт әйтеп китеүҙәренән тағы ла дәртләнәм, - ти хужабикә.
Әлеге мәлдә Полина Анатольевна фермаһында инфраструктураны үҫтереп, барлыҡ уңайлыҡтар булдырыу менән мәшғүл. Әле территорияла фонтан төҙөлә башлаған. Унда алтын балыҡтар ебәреләсәк. Ферма эргәһендә шулай уҡ яһалма күл һәм йылға булдырыу күҙаллана. Мөмкинлеге сиклеләрҙе һәм коляскалағы сабыйҙарҙы этеп йөрөүгә уңайлы булһын өсөн һуҡмаҡтарға асфальт түшәлә. Территория талпандарҙан, серекәйҙәрҙән йылына ике тапҡыр эшкәртелеп тора. Ҡышҡылыҡҡа хайуандарға аҙыҡ запастары артығы менән әҙерләп ҡуйылған. Бесән урындағы фермерҙарҙан һатып алына. Дөйәләргә генә 120 төк бесән китә икән.
- Ҡасандыр ял итеп арығайным, хәҙер берәй ергә барып ҡайтырға ваҡыт та юҡ. Көн һайын башымда берәй яңы уй тыуып ҡына тора. Төндәрен хатта идеяларым тыныс йоҡларға бирмәй. Алла бирһә, биш йылдан беҙгә бөтә республика халҡы экскурсияға йөрөйәсәк, - ти ул ышаныслы тауыш менән.
Йәй ямғырлы булыу сәбәпле, быйыл экофермаға халыҡ аҙ килгән. Әммә сентябрь айында йылы көндәр башланыу менән уларҙың һаны ла артҡан.
- Йәнлектәремә лә күңелле булып ҡалды. Ышанаһығыҙмы-юҡмы һәр береһен балам кеүек яратам. Улар ҙа һөйөүгә, тәрбиәгә мохтаж. Ҡылыҡтарын да белеп бөткәнмен. Ә шулай ҙа иң яратҡан йәнлегем бында - пони. Шул хәтлем аҡыллы хайуан. Күптән түгел төндә территориябыҙға ят эттәр үтеп инеп, йорт ҡуяндарына ташланған. Иртәнсәк эшкә килеүемә пони миңә шул эттәр булып ҡыланып, уларҙы ҡабатлап, биләмә буйлап сабып йөрөп күрһәтте. Һәм төнгө ҡунаҡтарҙың ҡайҙан инеп, ҡайҙан сығып киткән урындарына алып барҙы. Бына шундай аҡыллы хайуандарҙы нисек яратмайһың инде! – ти Полина Анатольевна.
Оксана Мырҙабаева, Ишембай районы хакимиәтенең сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡты координациялау бүлеге начальнигы:
- Ишембай районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү муниципаль программаһы эшләй. Уны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл бер миллион һум аҡса бүленде, бер проект буйынса иң ҙур ярҙам суммаһы – 500 мең һум.
Инвестиция сәғәттәре 2018 йылдың октябренән даими уҙғарылып килә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, улар идара итеү ҡарарҙарын тиҙ ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡора-лына әүерелде. Бөгөнгө көндә инвесторҙарға һәм тотош эш-ҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең яңы мөмкин-лектәрен инде-реү йәһәтенән Башҡортостан алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
Инвестиция сәғәттәре ярҙамында республикала йәшәүсе һәр кем үҙенең башланғысын тәҡдим итә ала, һәм уның идеяһы ыңғай баһаланһа, тейешле ярҙам сараларын ала. Ишембай районы хакимиәтендә сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡты координациялау бүлеге белгестәренең консультацияһын 8(34794) 6-30-42 телефоны буйынса һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БизнесИшимбай” эшҡыуарҙар бер-ләшмәһе битендә алырға мөмкин. Шулай уҡ республикала бизнесҡа ярҙам итеү саралары тураһында
investrb.ru сайтында ла бар.
Автор фоотоһы һәм шәхси архивтан.