Быйыл август башында Бессҡа IV дәрәжә Георгий тәреһе тапшырылған. Дәүләт наградаһы менән ул махсус хәрби операция зонаһында дошман подразделениеларының утын асыҡлау, хәбәр итеү һәм корректировкалау бурыстарын үтәгәне өсөн бүләкләнгән.
“Бесс” махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә, был турала хатта ата-әсәһе лә белмәй ҡала. Уны урындағы хәрби комиссариат саҡырған, тип уйлайҙар.
Яугир хәрби хәрәкәттәр зонаһында командала эшләп кенә уңышҡа өлгәшеп булыуын билдәләне.
- Яҡташтарыбыҙҙың эргәлә булыуы ла күп көс бирә. Битараф булмаған халыҡтың яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуы, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм башҡа кәрәкле әйбер әҙерләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Яҡташтарыбыҙ ебәргән хаттар күңелдәрҙе йылыта һәм еңеү беҙҙең яҡта буласағына тағы ла ҙурыраҡ ышаныс уята, - ти ул.
Әле яҡташыбыҙ сираттағы ялға ҡайтҡан, әммә тиҙҙән хәрби позицияға юлланасаҡ. Яҡташыбыҙ хеҙмәт юлы тураһында һөйләргә яратмай. Шуға ла был хаҡта яугирҙың әсәһе Мөнирә Ғәфүр ҡыҙынан һораштыҡ.
- Улым бәләкәйҙән яуаплы бала булып үҫте. Хеҙмәтендә лә был сифаты асыҡ сағыла, ул махсус хәрби операция зонаһында яҡташ һалдаттарыбыҙға һәр ваҡыт ярҙам итә. Уның иҫәнһау ғына әйләнеп ҡайтыуын теләйем.
Яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә ул хеҙмәт иткән 33895-се хәрби часть командованиеһынан рәхмәт хаты ла килгән. Унда шундай һүҙҙәр бар: “Запорожье өлкәһе территорияһында махсус хәрби операция ваҡытында йөкмәтелгән хәрби бурысты үтәгәндә үҙен батыр, тәүәккәл һәм оҫта яугир итеп күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерелә. Уның эшмәкәрлеге һәм шәхси состав менән етәкселек итеүе арҡаһында, тәғәйенләнгән сикте обороналау буйынса подразделениеның хәрби эше ойошторолдо һәм тәьмин ителде. Артиллерия һәм дрондарҙың даими ут тәьҫире шарттарында позицияла булып, көн һайын подразделениеларҙың утын асыҡлау, хәбәр итеү һәм төҙәтеү, шулай уҡ етешһеҙ техниканы эвакуациялау бурыстарын үтәй”.
Автор фотоһы.