Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь , 20:27

Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә

Кинйәбулат ауылы эргәһендәге ҡойо бик күп райондаштарыбыҙҙың яратҡан урыны булып тора. Ҡайһы берҙәр бында туҡталып ял итеп китһә, икенселәр һауыттарға таҙа ҡойо һыуын тултырып ала. Кинйәбулат ауылы мәктәбе уҡыусылар ла был урынды үҙ итә. Бөгөн иһә 9 Б класы уҡыусылары класс етәксеһе Азамат Ғиниәтуллин менән ҡойоға эскурсияға килде.

Иң тәүҙә тырыш малайҙар-ҡыҙҙар ҡойо эргә-тирәһендә өмә ойошторҙо. Бының өсөн улар үҙҙәре менән кәрәкле әйберҙәр, инструменттар ҙа алып килгәйне. Уларға класташтары Илнарҙың атаһы Наил Фәхретдинов та ярҙамлашты. Кеше яратып ял итә торған урындар тиҙ ҡыйлана шул.

Бергәләшеп эшләгәс, эш тиҙ ыраны: "һә" тигәнсе тирә-яҡ таҙарып, йәмләнеп китте. Аҙаҡ иһә бөтәһе бергә асыҡ һауала пикник ойоштороп, тәмлекәстәр, пицца менән һыйланды.

Шулай итеп уҡыусылар тирә-яҡтың таҙалығына арыу ғына өлөш индер­ҙе.

Азамат Ғиниәтуллин фотолары.

Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Кинйәбулат уҡыусылары тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: