Йәмғиәт
24 Сентябрь 2024, 06:00

Остеохондроз яфалаймы?

Уны картуф һәм бал ярҙамында дауалап була.

Остеохондроз яфалаймы?Остеохондроз яфалаймы?
Остеохондроз яфалаймы?

Бының өсөн тигеҙ күләмдә бал һәм ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән сей картуфты алабыҙ һәм уларҙы яҡшылап болғатабыҙ.

Һуңынан уны яурын баштарына, билгә, йәғни,ҡайҙа ауырта шунда һылайбыҙ һәм өҫтөнә шыптыр һалып ҡаплайбыҙ. Өҫтөнә тағы ла йылы әйбер һалабыҙ.

Компресты ике сәғәт тотабыҙ. Артабан тәнде пихта майы менән ыуабыҙ.

Бындай дауалауҙан һуң үҙегеҙҙә еңеллек тойорһоғоҙ. Ауыртыу яйлап үтер. Дауалау курсы 7-10 процедура.

 

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:
Читайте нас