Тарихҡа күҙ һалғанда, илдә балыҡсылыҡ тармағы XIX быуат урталарында үҫешә башлай. Был өлкәгә билдәле ихтиолог Владимир Врасский нигеҙ һалған – ул 1856 йылда аталандырыуҙың һәм ыуылдырыҡ инкубацияһының «ҡоро» («рус») алымын уйлап таба. 2018 йылда Ауыл хужалығы министрлығы балыҡсылар көнөн 7 сентябрҙә билдәләргә тәҡдим итә.
Белеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең иҡтисади үҫеше булған агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар бирә. Ауыл хужалығы төп роль уйнай, кешеләр эш урындары менән тәьмин ителә, сауҙа хәүефһеҙлеге булдырыла. Фермерҙарҙың төрлө гранттар, субсидиялар, ташламалар алыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, беҙҙә башҡа хужалыҡтар ҙа яҡшы үҫешкән. Мәҫәлән, Верхотор ауылында балыҡсылыҡ хужалығы эшләп килә.
Хужалыҡ етәксеһе Фәнис Зөбәйеров 2020 йылда ауыл хужалығына ярҙам һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын, сеймалды һәм сауҙаны яйға һалыу буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә «Агростартап» грантына эйә була. Ошо аҡсаға ул МТЗ тракторы, тағылма, балыҡ тотоу контейнерҙары, кәмә, кәмәгә мотор, эзбиз һалыусы ҡоролма һатып ала.
Совет осоронда бында ҙур ғына балыҡсылыҡ хужалығы була, карп балығы үрсетелә. Ул ваҡытта 12 быуа файҙаланыла. Фәнис Наил улы ошо ферманы яңынан тергеҙеп, карп үрсетә башлай. Был эш өсөн алты быуа ҡулланыла. Улар Тор йылғаһы буйында урынлашҡан. Әгәр Совет осоронда быуаларға һыу тултырыу өсөн насос файҙаланылһа, бөгөнгө көндә был процесс тәбиғи ысул менән башҡарыла.
Балыҡсылыҡ хужалығына экскурсиябыҙҙы инкубация цехынан баш-ланыҡ.
- Беҙ балыҡты үҙебеҙ үрсетәбеҙ. Инә балыҡтарҙан ыуылдырыҡ алып, уларҙы колбаларҙа аталыҡ орлоғо менән бергә урынлаштырабыҙ. Яҡынса дүрт көндән селбәрәләр барлыҡҡа килә, - тип аңлатты Фәнис Зөбәйеров. – Артабан улар бассейнға килеп төшә һәм шунда туплана. Селбәрәләрҙе үҙебеҙгә кәрәк иҫәптә генә алабыҙ, ҡалғанын һатабыҙ.
Инкубация цехынан һуң быуалар буйлап киттек, уларҙың һәр береһе айырым роль уйнай. Мәҫәлән, селбәрәләрҙе үҫтереү, ҡыш сығарыу, тауар балыҡтары быуалары бар. Балыҡ тоторға яратҡан кешеләр өсөн айырым быуа тәғәйенләнгән.
Бынан тыш, Фәнис Наил улы карп ғаиләһенә ҡараған тағы ике төр балыҡты алып ҡайтып быуаға ебәрә. Улар ылымыҡтар, фитопланктон менән туҡлана. Ә карптарҙы ашатыу өсөн быуаларҙа автоматлаштырылған ҡоролмалар урынлаштырылған. Балыҡтар өйөрө менән килһә, датчиктар сигнал ала һәм комбикорм автоматик рәүештә бирелә.
- Әлеге мәлдә селбәрәләр 30-40 грамға етте, яҡынса 20 октябрҙә уларҙы тотоп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ. Ҡышын карп йоҡлай, йәйен тупланған эске майы ярҙамында йәшәй, - тип дауам итә Фәнис Зөбәйеров. – Тауар балығын тотоу октябрҙә башлана. Был ваҡытта карп анабиоз хәлгә инә.
Беҙ барған көндә Верхотор быуаларында халыҡ күп ине. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килгәйне. Балыҡсылар ҡайҙан ғына юҡ ине, хатта республиканың алыҫ райондарынан да бар.
- Мин бала саҡтан балыҡ тоторға яратам. Күлдәргә, быуаларға күп йөрөйөм. Бында быйыл ғына йөрөй башланым, бөгөн өсөнсөгә бындамын, - тине Салауат ҡалаһынан Рәмзил Минеғолов. – Бында тәбиғәт тә матур, күңел менән ял итәһең. Шуға ла ғаилә, балалар менән килергә кәрәк.
Быуаларҙың береһендә, алыҫ урынлашҡанында, ҡыр өйрәктәрен күреп ҡалдыҡ. Ҡамыштар араһынан ҡапыл селән осоп сыҡты. Аҡҡоштар ҙа яратҡан был урынды, ошонда бәпкә сығаралар, ләкин барған көндө уларҙы күрмәнек. Былар балыҡ ашап кинәнә икән, тип йылмайып Фәнис ағайға ҡараным. Ҡайһыһына – балыҡ, ҡайһыһына комбикорм оҡшай, ти ул. Кем генә килһә лә, хужа барыһына ла шат.
Бер яҡтараҡ хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре балыҡ тота ине. Фәнис Наил улы уларға үҙҙәре ял иткән көндө бушлай балыҡ тоторға рөхсәт биргән.
- Балыҡсылыҡ хужалығы тармағында 12 йыл эшләйем. Һөнәрем бик оҡшай, бигерәк тә балыҡты үрсетеү, үҫтереү процесын яратам, - тип уртаҡлашты Владимир Дегтярев. – Шуныһы ҡыуаныслы, 2023 йылда республикала иң яҡшы балыҡ үрсетеүсе тип танылдым. Премия алдым, диплом менән бүләкләндем. Был шулай уҡ етәксемдең дә ҡаҙанышы.
– Ишембай районында балыҡсылыҡ хужалығын үҫтереү совет осоронан уҡ килә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов. - Республика властары ярҙамы менән эшҡыуарҙарҙың бөгөнгө көндә Верхоторҙағы кеүек хужалыҡтарҙы тергеҙә алыуы бик ҡыуаныслы.
Автор фотолары.