Баҙарға ит һатырға барырға йыйына ине Шаһиҙә. Балаларҙың өҫ-башына алаһы бар. Донъя булғас аҡсаһыҙ ҙа тороп булмай: тоҙ-шәкәре, ваҡ-төйәге лә кәрәк, тигәндәй.
Ауыл кешеһенең ҡарап торғаны шул мал бит инде: үҫтерәһең, әллә күпмеләргә һатырҙай булып өмөтләнәһең. Ә коммерсант килә лә, малыңа ярты хаҡын биреп, шартлатып һемәйтә лә китә. Шунан, әллә күпме өмөт иткән аҡсаның ҡулына эләккәнен тартып һуҙа ла, ауыл кешеһе, тыуасаҡ быҙауын нисек ашатырға, ҡайҙа һатырға, һатҡанда нисек алданмаҫҡа тигәнерәк яңы өмөттәр менән йәшәй башлай.
Яҡты хыял-өмөттәр менән генә йәшәп булмаҫлығын аңлаған Шаһиҙә, бына бер-нисә йыл инде, ауылдан утыҙ саҡырымдай алыҫлыҡтағы ҡасабаның бәләкәй гена баҙарына һөт-ҡатығын, итен-майын һатырға йөрөй башланы. Тәүҙә, ат егеп йөрөгәйне лә, юлда бүре-төлкөһө, төрлө шикле бәндәләре осраштыра башлағас, ҡулдан ғына алынған ,”ҡартлас девятка”ға ултырҙы. Бәхетенә күрә, мәктәптәрендә үк уҡытып, машина йөрөтөү хоҡуғын биреп сығаралар ине заманында.
Электән йүнсел инде ул. Бер әйберен әрәм-шәрәм итмәҫ, йылан тиреһенән тун тегеп кейһә лә аптырарлыҡ түгел. Үҙ-үҙенә генә ышанған, бер кемдән дә ярҙам көтөп ултырмаҫлыҡ итеп ошо етешмәгән тормош тәрбиәләне инде уны. Ләкин, күпме генә арып-йонсоп киткән мәлдәрендә лә йөҙөнән һөйкөмлө йылмайыу китмәне. Күп һөйләмәй, кәрәген генә әйтә, күберәк зөмрәт йәшел күҙҙәре менән генә йылмая ла ҡуя ине, Шаһиҙә.
Димләгәнгә риза булып, егерме өс йәшендә, ҡартайып ҡуйырмын да, яңғыҙ ҡалырмын тип тә уйлап тормошланды Әҙеһәм менән. Бик яҡшы белмәһә лә, әллә ниңә яҡын итте ошо егетте. Шалтырап торған Әҙеһәмдең телдәрлеге үҙенең өндәшмәҫлеген баҫыр тинеме икән. Кем белгән инде киләсәк нисек булырын.
Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә тиң йәр көтә лә бит-тормош теҙгенде үҙенсәрәк бора шул. Шаһиҙәнең дә никах сәғәте һуҡҡанда, фәрештәләрҙең, бер яҡшыға-бер шаҡшы тигәнерәк ваҡытына тура килде, ахрыһы. Сөнки, Әҙеһәм бик мыжыҡ, ләпелдек... һәм балаларса бер ҡатлыраҡ ҡына кеше булып сыҡты. Үпкәселлеге лә, ғәрселлеге лә үҙе менән бергә генә йөрөнө. Ә инде бәхәсләшә башлаһа, тик үҙен, үҙекәйен генә маҡтап, бөтә кире яҡты Шаһиҙәгә өйөргә ғәҙәтләнеп алды. Шул саҡлы шәп иргә ҡатын ғына тура килмәгәнлегенә таныш-тоноштарын да ышандырырға тырышты. Гөлт итеп ҡабына, әйтәһен әйтә лә... онота ла ҡуя торған ғәҙәте лә бар ине Әҙеһәмдең. Әллә ни эшләп иҫке кейемдәренә йәбешеп ятты, Шаһиҙә нисек кенә тырышһа лә был ғәҙәтенән арындыра алманы. Әсәй менән генә үҫкән ҡыҙ бала, ир шулай булалыр инде тип, күп нәмәгә күнде тәүҙәрәк.
Ҡәйнәләренә ҡунаҡҡа барып, ҡуна ҡалғайнылар, бер ваҡыт. Улар йоҡлаған карауат аҫтында йомортҡа баҫып ултырған ҡаҙ ситтә ятҡан Әҙеһәмдең аяғын суҡып алды. Ә ир һикереп торҙо ла, кәләшен ситкәрәк этәреп, төпкә менде лә ятты. Кәләше теләһә нимә эшләһен.
-Шаярталыр!-тип уйланы Шаһиҙә.
Ә икенсе ваҡыт, таныштарына ҡунаҡҡа барғанда, хужаларҙың оло эте, ысҡынып китте лә, ыжғырып өрөп килә башланы. Ир яҡлауына ышанып торған ҡатын уны-быны уйлағансы, ир, әллә ҡасан ҡатынының артына боҫҡайны инде. Тышта тәмәке тартып торған ирҙәр хахылдап көлгәнгә ғәрләнгән иргенәһе, Шаһиҙәне, юҡ сәбәпте бар итеп, әрләп ташланы:
-Бар ин, ирҙәр күргәнең юҡмы ни?-тип, үҙ ҡурҡаҡлығын ҡапларға тырышты. Ошондайыраҡ күп кенә күңел төшөрөрлөк ваҡ-төйәктән һуң, Шаһиҙә тик үҙенә генә ышана.
Һөйләһәң һүҙ, төртһәң күҙ, тигәндәй,әллә ни эшләп, бер ҙә айырылыу тураһында уйламаған. Кеше араһында оят, тигәндер, әсәһен ҡайғыртмайым, тигәндер. Шулай йәшәлгән, балалар ҙа ишәйгән, тормош арбаһы ла келтерләп булһа ла алға табан тәгәрләгән. Күп һөйләп, үҙен бик егәрленән һалдыра башлаған ир, саманан ашып китһә, һуңғы арала, Шаһиҙәнең ҡан баҫымы күтәрелә лә китә. Бына бөгөн дә шулай булды. Ҡатын аяҡҡа баҫа алмай ҙа ҡуя. Ә ит һарҡа, ауырлығы кәмей, етмәһә көн йылытып ебәрҙе-нисек тә итте һатырға кәрәк.
Кәрәк-тирәкте йыҡтыра, ти. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ир китте баҙарға, үҙе әйтмешләй, үҙен күрһәтергә. Шаһиҙә күпме генә әйтеп ҡараһа ла, тыңламаны, йылбырап бөткән иҫке салбарын, аҙбарға кейә торған һырмаһын кейеп китте. Имеш, матур кейенһә-ҡайтҡанда аҡсаһын талап ҡуйырҙар!
Баҙар тип, әйтеүе генә анһат икән дә! Тегенеһен-быныһын хәл итеп, урын өсөн түләп, прилавка артына баҫҡас, үҙ һүҙен генә һөйләп өйрәнгән ирҙең күҙе маңлайына менә яҙҙы: бесәйҙе ирештергән сысҡан кеүек, килеп һорайҙар ҙа китәләр бит әле ул!
-Ни хаҡ, ниңә ҡиммәт?-ти берәү. Йә һимеҙ, йә ҡарт, йә ябыҡ бит, тигән булып, итте тотҡолап торалар ҙа китәләр. Тәжрибәле баҙарсы белер ине, ситкә китмәй, ошо тирәлә өйөрөләләр икән-тимәк, ит яҡшы, тик әҙерәк осһоҙландырмаҫмы, тип көткәндәрен. Етмәһә, асығыуы етте, бәҙрәфкә барырға ла форсаты юҡ-итте кемгә ышандыраһың? Аяғы шешенеп киткәндәй булды. Бөтәһе бергә йыйылды. Эйе, Әҙеһәм дә, тәжрибә лә, түҙемлек тә самалы ине шул. Үҙ һүҙен генә һөйләп, үҙ көйөн генә көйләтеп өйрәнгән ир, түҙмәне, эш боҙҙо. Күрәсәккә-бер сәбәп, тигәндәй, Шаһиҙә, баулап, оҙон итеп туңдырылған, эсәге бәйләмен дә һалғайны шул. “Танһыҡҡа тип, эс-ҡарын да һораусы була, ҡайһы бер баҙарҙа”,-тигән булғайны. Юҡҡа ғына ебәргән икән.
-Һорай ҙа китәләр, һатып алмаған эштәренә, мин уларға попугайҙыр шул, бер һүҙҙе мең ҡабатларға,-тип, уйлап та бөтмәне, тос ҡына бер мәрйә апайы:
-По чем у вас мясо?-тип һораны ла баһа. Түҙемлектең ,”т” хәрефе лә ҡалмаған ир:
-Сколькы мужны ыспырашывать?-тип, ярты метрлыҡ сей эсәге менән алды ла тондорҙо бит мәрйә апайға. Китте ҡысҡырыш, сәрелдәү. Ир, һыуынып, эсәге бәйләмен, артҡа, иҙәнгә ырғытты ла ни, эш уҙған-апайыбыҙ, ана, кемделер етәкләп тә килә. Ни булһа ла була инде, тип, аптырап торған ир, аяғы менән эсәге бәйләменә баҫып, тайып китте һәм ҡаҡ иҙәнгә ҡаҡ салҡан барып та төштө. Ауҙы ла, ышандырырлыҡ итеп, ауыҙынан төкөрөктәрен сәсеп, күҙен аҡайтып, ҡул-аяғын дертләтеп ята башланы. Бүрек китте осоп бер яҡҡа, иҫке салбар балағы ла тапты ваҡыт, фырлап һүтелергә булып китте-әкәмәт инде. Ләкин баш ҡәҙерле, баш.
Тауыш әҙерәк баҫылғандай булғас, аҡайған күҙҙәрен көскә яйға һалып, яйлап ҡына тирә-яғын байҡаһа, шатланып китте-күрше малайы Даян тора ла баһа! Күршеһе, бер көндө генә маҡтанып торҙо шул:, “Хәҙер минең малай - милитсияла эшләй”,- тип.
-Тор инде, Әҙеһәм ағай, тор! Дошман сигенде!
Ҡотолдо былай булғас! Изге фәрештәләй күренде, күрше малайы.
Тороуын торҙо ла бит, ояты ни! Хәҙер ауылға таралыр инде, тип, бик мөштәйҙе Әҙеһәм. Шулай ҙа, штрафтан ҡотолоу шатлығынан, шым ғына тороп, тәки һатып бөттө бит, алып килгән итен. Күршеләге, үҙе кеүек ит һатыусыларға:
-Контужен мин. Эскән атай, бәләкәй саҡта, ен ҡыуам тип, ҡолаҡ төбөндә мылтыҡтан атҡан, шунан ҡалған зәхмәт инде, - тип, үҙе уйлап сығарған әкиәткә үҙе ышана яҙып һөйләп тә алды. Быны ишеткән күршеләр ҙә, унан уҙып, иттәрен бик маҡтарға ҡыйманылар.
Нисек итһә итте, көскә ҡайтып ауҙы Әҙеһәм өйөнә. Баҙарҙағы хәлде, ул ҡайтҡансы уҡ еткергәйнеләр инде Шаһиҙәгә. Ләкин ҡатын был турала өндәшмәүҙе ҡулай күрҙе-иренең холҡон белмәйме ни инде. Шулай ҙа, хәләле, сығырынан сығып китә башлаһа, ҡатын шым ғына хәбәр һала:
-Аҡса кәрәк, әллә атаһы, анау бәрән һарыҡты һатып ҡайтаһыңмы?-ти.
“Баҙар” һүҙен ишетеү менән ҡалтырай башлай Әҙеһәм. Даян осрамаған булһа, нимәләр булып бөтөр ине икән, тигән уй башына бәрә һәм ул һөйләшә алмай башлай. Шаһиҙә йылмая ла:
-Олоғаяһыңмы икән әллә, атаһы, бигерәк аҡыллыландың ошо арала!-тип, иренең һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәрә. Кем аҡыллылыр инде, ләкин баҙарға барыбер Шаһиҙә йөрөй. Ир ҙур эш башҡарғандай, ҡул болғап оҙата, йүгерекләп ҡапҡа төбөнән ҡаршылай. Хәҙер белә инде ул-баҙар нимә икәнен. Был һүҙҙе ишеткән һайын ҡаҡ иҙәнгә бәрелгән арт һаны, сәнсешеп ауырта башлай. Күрше егетенә рәхмәтле инде, ҡайҙа ти! Үлемдән оят көслө. Мин мин икән, мин кем икән, тип өйрәнгән ирҙе күпме күңелһеҙлектән ҡотҡарҙы бит, рәхмәт яуғыры күршеһе!
Даян да ул ваҡиғаны йыш ҡына иҫенә төшөрөп, көлөмһөрәп ҡуя. Эйе, ҡасабала эшләй ул. Эйе, ҡайһы саҡта, махсус кейемдә лә йөрөргә тура килә. Теге көндө лә, төнгө сменанан һуң, баҙарға үҙ йомошо менән кергәйне. Уйламағанда, бер мәрйә апайы ҡулына килеп йәбеште лә, һөйрәп тиерлек ит һатҡан бүлеккә алып барып, кемгәлер төртөп күрһәтеп, нимәлер һөйләй башланы һәм...ҡапыл шып туҡтаны. Эштең айышына төшөнә алмай торған Даян да тәүҙә аптырап, һүҙһеҙ ҡалды. Күренеш бик матур түгел ине шул. Иң тәүҙә оло ағас түмәргә сабылған ҙур балта күҙгә ташлана. Таш иҙәндә олпат ҡына ир тыпырсынып ята. Бүреге ситкә тәгәрләп киткән. Ә иң аяныслыһы-Әҙһәм, үҙе быраҡтырған эсәгеләр өҫтөнә йығылғайны. Ә улары, ташҡүлсәйем, ир тыпырсынған һайын, йыртыҡ салбар төбөнән дә күренгеләп ҡалалар ине шул.
Даян таныны, әлбиттә, Әҙеһәм күршеһен. Әҙеһәм ҡайҙа-хикмәт шунда, тиҙәр бит, ауылдаштары ла. Шуға ла, йылмайыуын көскә йәшереп, мәрйә апайға өндәште:
-Даа-а! Хана, мужику! Без ничего остался! Будем оштрафовать, нет?-тип өндәште.
Мәрйә апай ҙа донъя күргән кеше булды, ахырыһы.
-Господи! Из-за меня! Все из-за меня!-тип ҡайтыу яғына һыпыртты.
Был тиклем ваҡлыҡтарын, Әҙеһәм күрше белмәй ине ,әлбиттә. Әл дә белмәй ине!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина