Йәмғиәт
22 Сентября 2024, 14:00

Умартасылыҡ - файҙалы һәм татлы шөғөл

Хуш еҫле, тәмле башҡорт балы күптән инде республикабыҙҙың визит карточкаһына әүерелгән. Башҡортостанға килгән һәр турист йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, көнбағыш кеүек сифатлы һәм татлы балдан ауыҙ итмәй һәм күстәнәскә алмай ҡайтып китмәйҙер, моғайын. Әйткәндәй, һабантуйҙарҙа, төрлө байрамдарҙа сәй һәм ҡоймаҡ менән төрлө сорттағы балды тәмләп ҡарарға тәҡдим итәләр. Умартасылыҡ - республикабыҙҙың төп кәсебе булып тора. Башҡортостан юҡҡа ғына бал етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙың береһен биләмәй.

Умартасылыҡ - файҙалы һәм татлы шөғөлУмартасылыҡ - файҙалы һәм татлы шөғөл
Умартасылыҡ - файҙалы һәм татлы шөғөл
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда Рәсәйҙә 67 мең тонна тәбиғи бал етештерелгән. 93,9 процент йәки 62,9 мең тонна бал халыҡ хужалыҡтарында һатыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә солоҡ һәм түмәр умартасылығын үҫтереү буйынса төбәк программаһын әҙерләргә ҡушҡайны. Ул саҡта төбәк етәксеһе һөйләүенсә, ул Торатау эргәһендәге түмәр-солоҡ умарталығында була. Уны ноябрь айында ла бал алыу мөмкинлеген күреү бик ғәжәпләндерә.

Дөйөм алғанда, республикала, йәғни уның туғыҙ районында - Бөрйән, Ишембай, Иглин, Дыуан, Белорет, Ғафури, Мәсетле, Мишкә һәм Туймазыла - 3400-ҙән ашыу солоҡ иҫәпләнә. Түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам итеү һөҙөмтәһендә 2023 йылда республикала солоҡ ҡорттары ғаиләләренең һаны 2 400-гә тиклем арттырылған һәм 11 яңы умарталыҡ булдырылған. Был хаҡта ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, 2030 йылға солоҡ балын етештереү күләме 30 тонна, йәғни бер солоҡтан уртаса алты килограмға тиклем тәшкил итергә тейеш. Солоҡ умартасылығын үҫтереүгә 2023 йылда 11 умартасыға 6,9 миллион һум бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән, улар сығымдарының 50 процентҡа тиклемен ҡаплаған.

Рысаевтар ҡортсолоҡто үҙ иткән

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, был кәсепте быуындан-быуынға мираҫ итеп ҡалдырған. Районыбыҙҙа ла ошо кәсепте үҙ итеүселәр күп. Ишембайҙа йәшәүсе Әлиә һәм Илдар Рысаевтар ҙа 30 йыл элек умартасылыҡ эшенә тотонған. Бөгөн был шөғөл уларҙың яратып, күңел һалып башҡарған кәсебенә әүерелгән.

Илдар Йыһангир улы 1992 йылда Стәрлебаш районы ҡыҙы Әлиәгә өйләнә. Ҡыҙҙың оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән атаһы Фәрит Шәрифулла улы Ибраһимов ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүҙе үҙ иткән кеше була. Әлиә лә бәләкәйҙән атаһы янында йөрөп, бал ҡорттары менән булыша. Илдар Йыһангир улы кейәү булараҡ, ҡайныһына ярҙамлаша, ҡортсолоҡ серҙәренә өйрәнә. Ул ваҡытта юрист һәм иҡтисадсы белеме булған ҡала егете, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнермен, тип бәлки уйламағандыр ҙа.

- Атайым кинәт кенә вафат булғас, уның күҙ ҡараһылай һаҡлап тотҡан ҡорттарын әрәм итеп булмай бит инде, үҙебеҙҙе ҡулға алып, Илдар менән ошо эшкә тотоноп киттек. Аҙна һайын ауылға ҡайтып йөрөнөк. Быға тиклем беҙ атай эргәһендә өйрәнсек кенә инек. Башта бер нәмә лә белмәнек. Хәтеремдә, Бөрйән тоҡомло бик уҫал бер умарта бар ине, уның янына барырлыҡ та түгел. Нисек ҡарарға ла белмәйбеҙ, ташлайбыҙ ҙа ҡасабыҙ. Атайымдың бер дуҫы бар ине, ул беҙгә килеп барыһын да аңлатты, нисек эш итергә кәрәклеген күрһәтте. Блокнот алып һәр бер умартаға характеристика яҙа башланыҡ. Барыһына ла мәктәпкә төшкән бала кеүек өйрәнергә тура килде. Атайымдың әйткәндәре, бал ҡорттары менән нисек эшләүе лә иҫкә төшә торғайны, - тип хәтерләй Әлиә Фәрит ҡыҙы.

Умарталыҡтың хәҙерге торошо

Ике-өс йыл умарталарҙы Стәрлебаш районында тотҡандан һуң Рысаевтар уларҙы Ишембайға күсерә. Артабан Кинйәбулат, Этҡол, Көҙән яҡтарында ҡуртымға ер алып умартасылыҡ эшен дауам итәләр.

Әйткәндәй, Рысаевтарҙың был шөғөлдәре төп хеҙмәттәре түгел. Илдар Йыһангир улы оҙаҡ йылдар Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығында эшләй, 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында начальник урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Бөгөнгө көндә ул - “Рәсәй банкы”нда хәүефһеҙлек хеҙмәте начальнигы. Әлиә Фәрит ҡыҙы 16-сы балалар баҡсаһында өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй. Мәктәпкә әҙерлек буйынса репетиторлыҡты ла дә алып бара.

Рысаевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Динар хәрби хеҙмәткәр, өйләнгән. Кесе улдары Линар Мәскәүҙең Н.Э.Бауман исемендәге дәүләт техник университетында бишенсе курста, төпсөктәре Илина Мәскәү педагогия дәүләт университетында өсөнсө курста уҡый. Улар каникулдар мәлендә һәр ваҡыт ата-әсәһенә ҡайтып ярҙам итә.

Түҙемлек талап иткән хеҙмәт

Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, айырым ихтирам, ғорурлыҡ тыуҙыра. Барыһы ла үҙ хеҙмәтенән тәм, йәм табырға тырыша. Ғаиләһенән артҡан уңышын һатып та ебәрәләр. Иң мөһиме, үҙҙәре яратҡан шөғөлдәре менән булыуҙан кинәнес ала.

Рысаевтарҙың әлеге мәлдә 21 умартаһы бар, сәскә, йүкә, көнбағыш һәм ҡарабойҙай балы етештерәләр. Татлы балды күптәнге клиенттары һатып ала. Интернет селтәрендә лә төркөм булдырылған. Бал ҡорттарын тәрбиәләү эшенең үҙ нескәлектәре бар, ул күп көс, тәүәкәллек һәм сабырлыҡ талап итә. Шулай уҡ һауа шарттарының тотороҡло тороуы ла уңыштың булыу-булмауына туранан-тура бәйле. Быйылғы йыл ҡортсолоҡ өсөн еңелдән булманы. Яҙын ныҡ эҫе һәм йәйҙең ямғырлы булыуы сәбәпле, уңыш былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға аҙыраҡ алынған.

- Бал ҡорттарын дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ҡортсолоҡ нескәлектәрен төптән аңлап, сетерекле, үҙенсәлекле яҡтарын да белеү мөһим шул. Был ҙур көс, ваҡыт һәм ҙур сығымдар талап иткән кәсеп. Ҡорттарға ҡышын дымлылыҡ хәүефе янай. Ә һалҡын ҡыштар уларҙы ҡурҡытмай. Ябыҡ бинала улар еүешлектән сирләй башлай. Ауырыуҙар барлыҡҡа килә, рамдары күгәрергә мөмкин, - ти Әлиә Фәрит ҡыҙы.

Эшлекле ғаилә умартасылар рәйесе Солтан Миҙхәт улы Кәлимуллин, Ишембай районы муниципаль районының ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов менән һәр ваҡыт бәйләнештә.

Халыҡ-ара күргәҙмәлә лә ҡатнашҡандар

Әйткәндәй, Рысаевтарҙың балы 2019 йылда Латвияның баш ҡалаһында үткән «Riga Food » XXIV халыҡ-ара күргәҙмәһендә лә ҡатнашҡан. Күргәҙмәлә 35 илдән 750 етештереүсе булған, 15 милли стенд күрһәтелгән. Сараға килеүселәр күрше төбәктәрҙә, шул иҫәптән Алтайҙан һәм Башҡортостанда етештерелгән байтаҡ аҙыҡ-түлектән ауыҙ итә алған.

- Беҙҙе Өфөгә саҡырып халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Риза булһаҡ та, төп эшебеҙҙән китә алмау сәбәпле, дүрт телдә һөйләшә белгән менеджер яллап, уны күргәҙмәгә ебәрҙек. Беҙҙең сағыу һәм мәғлүмәтле стендта Башҡортостан балының төрлө сорттары тәҡдим ителде. Унда 11 килограмм башҡорт балын матур һауыттарға һалып күргәҙмәгә урынлаштырғандар. Менеджерыбыҙ ҡунаҡтарҙың беҙҙең балды тәмләп, һатып алыусыларҙың сират тороуы хаҡында һөйләне, - ти Илдар Йыһангир улы.

Йәш умартасыларға кәңәштәр

Илдар Рысаевтан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә кәңәштәр биреүен дә һораныҡ.

- Беҙ үҙебеҙ гөжләп торған бал ҡорттары араһында йөрөүҙән ләззәт табабыҙ. Әгәр умартасылыҡ эшен башлағанһығыҙ икән, ул эште ташламағыҙ. Тәүҙә килеп сыҡмаһа, түҙемлерәк булығыҙ, беренсе йылында бал килмәһә, киләһе йылдарында була ул. Эште башлағанда тәжрибәле ҡортсоларҙан кәңәштәр һорағыҙ. Һәм умартаны аҙ һандан ғына башлағыҙ. Умартасылыҡ ул шөғөл генә түгел, килем дә.

Татлы шөғөл оҫталары киләсәктә умартасылыҡты тағы ла арттырырға, артабан да үҫешергә иҫәп тота. Был егәрле ғаиләне күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Ишембай районы муниципаль районының ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов:

- Ишембай районында барлығы 315 умартасылыҡ иҫәпләнә. Ишембай районы биләмәһенең географик һәм тәбиғәт-климат үҙенсәлектәре умартасылыҡты һәм апитуризмды уңышлы үҫтерергә мөмкинлек бирә. Бөгөн район тәбиғи бал потенциалы буйынса республикала алдынғылар рәтендә тора. Районда төп бал йүкәнән алына, ул бал запастарының 90,0 процентын тәшкил итә. Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге тарафынан 2021-2025 йылдарға районда умартасылыҡты һәм апитуризмды үҫтереү буйынса “Башҡорт бал ҡорто” комплекслы программаһы проекты әҙерләнгән. Ул ауыл ерендә халыҡ мәшғүллеге проблемаларын хәл итеүгә этәргес бирәсәк, инвестициялар йәлеп итеү өсөн нигеҙ буласаҡ һәм, дөйөм алғанда, Ишембай районының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
 

Фотолар ғаилә архивынан.
Умартасылыҡ - файҙалы һәм татлы шөғөл
Умартасылыҡ - файҙалы һәм татлы шөғөл
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас