Йәмғиәт
21 Сентябрь 2024, 07:00

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы

Уразбай ауылы халҡы был төшөнсәне яҡшы аңлай. Бер йыл дауамында улар махсус хәрби операцияға гуманитар ылау әҙерләп оҙата.

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһыНыҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы

Ошо көндәрҙә лә уразбайҙар ауылдың иң әүҙем һәм егәрле хужабикәһе Сәриә Вәлиеваның йортонда йыйылышып, хәрби операцияға сираттағы тапҡыр ярҙам әҙерләне. Кемдер ашһыу бүлмәһендә тәмле еҫтәр сығарып, бауырһаҡ бешерҙе, быҡтырылған ит япты, оҙаҡ һаҡлана торған бутҡа бешерҙе. Башҡалар һалдаттар өсөн эске кейемдәр текте, кәрәк-яраҡтар хәстәрләне.

Ауыл китапханаһы мөдире Фатима Дәүләтҡолова әйтеүенсә, тәүге осорҙа улар маскировка селтәрҙәре үргәндәр, блиндаж шәмдәре эшләгәндәр, ойоҡбаштар бәйләгәндәр. Шунан һуң интернеттан ҡарап, өйрәнеп, тиҙ иҫкермәй торған ризыҡтар бешерергә оҫтарып алғандар. Дрондарға ҡаршы ҡорғандар, госпиталдәр өсөн мендәрҙәр тегергә өйрәнгәндәр. Иң мөһиме, ихлас йөрәктән, изге теләктәрен теләп, доғаларын уҡып, күңел йылыһын биреп башҡара улар. Һәр береһе ниндәй ҙә булһа ярҙам индерергә тырыша. Гөлназ Ғафарова, мәҫәлән, егеттәргә бутҡалар әҙерләп ебәрә.

- Студент улдарым ас йөрөмәһендәр тип уларға тушенка, бутҡалар һала инем. Яугирҙарға ла ошо ризыҡтарҙы әҙерләй башланым. Ҡустым миңә: «Апай, беҙ һинең бутҡаларыңды алғы һыҙыҡта яратып ашайбыҙ”, тигәс тағы ла дәртләнеп эшкә тотондом, - ти ул.

Уразбайҙарҙың ярҙамын һанап бөтөрөрлөк түгел. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Йорт хужабикәһе Сәриә Вәлиева үҙенең теген машинаһында байтаҡ эске кейемдәр теккән. Ауыл халҡы менән бергәләп йыйған аҡсаға дрондар һатып алғандар, яралы яугирҙарға дарыуҙар алыу өсөн күсергәндәр.

Ошо көндәрҙә алғы һыҙыҡҡа юлланған ылауға ҡалабыҙҙың Перегонный, Бурансы биҫтәһе халҡы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Әйтергә кәрәк, улар бишенсе мәктәптә йыйылышып һәр ай һайын ярҙам әҙерләй. Был юлы госпиталдәр өсөн мендәрҙәр эшләнеләр, оҙаҡ ваҡыт хәрби заданиела булған, йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттарға ҡоро «душ»тар әҙерләнеләр. Бурансы биҫтәһенең старостаһы Сания Ибәтуллина әйтеүенсә, материалдарҙы шулай уҡ халыҡ менән бергәләп йыйған аҡсаға яҙҙыртып алғандар. “Посылкаларыбыҙ барып етеп, егеттәребеҙҙән сәләм хәбәрҙәрен алыу менән тағы ла дәртләнеп сираттағы гуманитар ярҙамға тотонабыҙ”, - ти улар.

 


Автор фотолары.

Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас