Был уҡыу йорто бинаһының Губкин урамында урынлашыуы – символик күренеш. Иван Губкин – СССР-ҙа нефть геологияһына нигеҙ һалыусы академик, Башҡортостанда ятҡылыҡтар тап уның башланғысы менән асыла. Колледждың барлыҡҡа килеүе (ул саҡта техникум) Ишембайҙа ҡара алтын сығара башлау менән бәйле.
Ишембай нефть колледжы студенттары үҙ һөнәрҙәренең бик кәрәкле икәнлеге тураһында яҡшы аңлай. Бында Башҡортостандан ғына түгел, ә Ырымбур, Силәбе, Екатеринбург, Ханты-Манси, Сочи, Краснодарҙан килгән йәштәр ҙә уҡый. Быйыл колледж 550-нән ашыу беренсе курс студенттарына үҙ ишектәрен асты. Уҡыу йортонда барлығы 1951 кеше (шул иҫәптән ситтән тороп уҡыусылар) белем ала. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бюджет урындарының һаны 150-гә артҡан, быға тиклем 125 булған. Тәүге тапҡыр «Профессионалитет» проекты сиктәрендә «Машиналар эшләү» һөнәре буйынса студенттарҙы ҡабул итеү ойошторолған.
Имтихандарҙы эксперттар ҡабул итә
Республикала һөнәри белем биреү системаһы үҫешенә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыртыла, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн дәртләндереү алымдары бар, илдең иң яҡшы тәжрибәләре файҙаланыла, сифатлы практика ойошторола.
2022 йылдан һөнәри белем биреү ойошмаларын этаплы, комплекслы модернизациялау сиктәрендә 24 меңгә яҡын студент яңы ремонтланған уҡыу корпустарында белем ала башланы. Быйыл 15 колледж бинаһын капиталь ремонтлауға 330 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шул иҫәптән, матди-техник базаны нығытыу федераль субсидиялар ярҙамында башҡарыла. Уҡыу йорттары өсөн заманса техник йыһазландырыу бик мөһим.
Ишембай нефть колледжына был үҙгәрештәр ҡағыламы?
Уҡытыуҙа барлыҡҡа килгән яңылыҡтарҙың береһе – йомғаҡлау аттестацияһында демонстрациялы имтихандар. Рәсәйҙә был алымды өс йыл элек ҡуллана башланылар. Демо-имтихандар өсөн производстволағы һымаҡ ҡорамалдар кәрәк булғас, колледж етәкселеге яйлап лабораторияны йыһазландыра. 2023 йылда тәүге тапҡыр демо-имтихандар ойошторола. Хәҙер оҫтаханалар корпусында аттестация һәм электр менән монтажлау практикаһына алты эш өҫтәле булған лаборатория бар. «Башнефть» нефть сығарыу полигоны менән тәьмин иткән. Машиналар төҙөү буйынса демо-имтихандар бер нисә йыл элек һатып алынған компьютерҙар кабинетында онлайн үтә.
- Имтихандарҙы урындағы профилле предприятиеларҙың эксперттары ҡабул итә. Мәҫәлән, «Башкирэнерго»ны миҫал итеп килтерергә була, - тип аңлатып үтте электр техникаһы дисциплиналары буйынса уҡытыусы Александр Ментенко. – Әгәр имтихан ваҡытында ҡоролмала яҡшы белгән студент булһа, уға эш тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Һорауҙар йыл һайын төрлөсә, уларҙы Өфөлә филиалы булған Мәскәү һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институты ебәрә. Производствоны автоматлаштырыу бара, шуға ла электриктар сенсорлы панелдәр, логик релеләр, контроллерҙар менән таныш булырға, уларҙы ҡора һәм программа һала белергә тейеш.
Ишембай нефть колледжының үҙ тикшеренеү лабораторияһы бар. Унда студенттар электротехника буйынса лаборатория эштәре тапшыра һәм схемотехника нигеҙҙәрен өйрәнә. Схемалы яңы стендтар 2021 йылда һатып алынған. Лидия Вәлитова электротехника дисциплиналары буйынса 2016 йылдан уҡыта. Ул тәүҙә – Ишембай нефть колледжын, артабан Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай. Уҡытыусы әйтеүенсә, быға тиклем бер генә стенд була, яңы ҡорамалдар һатып алғас, студенттар техник дисциплина менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлай.
- Беҙ методик ҡулланма буйынса коммутатор, мәҫәлән, бер фазалы трансформатор йыябыҙ. Һәр лаборатория стендында бер нисә блок (баҫым биреүсе, электр үлсәү приборлы) урынлашҡан, - тип уртаҡлашты өсөнсө курс студенты Тимур Мирғәләүетдинов. – Ә лаборатория эштәрен беҙ аҙна һайын тапшырабыҙ.
Ишембай нефть колледжының ғорурлығы
Һөнәри белем биреү учреждениелары араһында “Йәш һөнәрмәндәр” конкурсы ойошторола. Унда ҡатнашыу – оло мәртәбә, төбәк этабына һайлап алыу бик ҡаты бара. Башҡортостандың барлыҡ колледждарынан һәр компетенцияға бишәр студент һайлана, еңеүселәр Бөтә Рәсәй финалына сыға. Ярыштар өс көн дауам итә, был 20 сәғәт тигән һүҙ. Һәр яуланған урында приз алыусының һәм уның остазының ҙур хеҙмәте сағылыш таба.
Студент Владислав Архипов – колледж ғорурлығы, ул һөнәри оҫталыҡ конкурсының “САПР инженер дизайны” компетенцияһында ике тапҡыр еңеү яулай. Башҡа компетенцияларҙа ла уңыштар күҙәтелә. Быйыл яҙ Назар Баймырҙин “Лаборатория-химия анализы” буйынса – икенсе урын, ә Павел Протасов “Электормонтаж”да өсөнсө урын алған.
Шулай уҡ “Абилимпикс” тип исемләнгән һөнәри чемпионат бар – ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ишембай нефть колледжы студенттары Ислам Душанбаев “Тексты эшкәртеү” компетенцияһында һәм Екатерина Шатова “САПР инженер дизайны”нда икенсе урынға лайыҡ булған.
Белгестәр күп талап ителә
- Хәҙерге заман шарттарында кадрҙар мәсьәләһе ҡатмарлаша. Башҡортостандың һәм илдең киләсәге ошо һорауҙы нисек хәл итеүебеҙҙән тора, - тип сығыш яһаны Радий Хәбиров 2024 йылдың мартында һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында.
Башҡортостан предприятиеларында һәм заводтарында йәш белгестәрҙе көтәләр, уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләйәсәктәр. Тупланған белем, тәжрибә студенттарға дүртенсе курсҡа тиклем йәйгеһен аҡса эшләргә ярҙам итә. Производство практикаһы өсөн дә эш хаҡы түләнелә.
- Уҙған йыл предприятиелар менән 28 осрашыу ойошторҙоҡ, - ти Ишембай нефть колледжының практика буйынса директор урынбаҫары Азамат Хәйруллин. – Беҙҙең белгестәр күп талап ителә. Эш биреүселәрҙең заявкалары, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 30 процентҡа артты. Был хәл үҙе үк тармаҡта карьера эшләү мөмкинлеге тураһында һөйләй.
“Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электр ҡорамалдарын эксплуатациялау буйынса цех начальнигы урынбаҫары Илдар Латыпов та Азамат Хәмзә улының һүҙҙәрен ҡеүәтләй.
- Студенттарҙы түләнгән практикаға йыл һайын саҡырабыҙ, быйыл йәй 11 кеше килде. Улар беҙҙең компанияла ноябргә тиклем эшләйәсәк. Әгәр студент яҡшы уҡый икән, уның дәрестәргә ирекле йөрөп, эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар, - тине ул. – Колледждың сығарылыш студенттары компаниябыҙҙың белгестәр сафын тултыра. Беҙ уҡыу йорто менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм бергәләп энергетик хәүефһеҙлек бурыстарын үтәйбеҙ. Мин үҙем дә Ишембай нефть техникумында (элекке исеме) һөнәр үҙләштерҙем, был турала иң яҡшы иҫтәлектәр һаҡлайым.
Колледж – икенсе йорт
- Студенттарыбыҙ өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим. Уларҙың яҡшы ятағы, заманса ҡорамалдары, төрлөсә ял итеү мөмкинлектәре булһа, ҙур теләк менән уҡыясаҡтар, – был һүҙҙәр Радий Хәбиров тарафынан һөнәри белем биреү буйынса республика советының икенсе ултырышында яңғыраны.
Ишембай нефть колледжында Башҡортостан Башлығының фекерен ҡеүәтләйҙәр һәм студенттарға уҡыу өсөн генә түгел, ә йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙыралар.
Бөгөн ятаҡта ҡалабыҙҙан ситтән килгән 284 кеше йәшәй. Унда ремонт эшләнгән, бүлмәләрҙә яңы карауаттар, шкафтар һәм тумбочкалар тора. Бынан тыш, ятаҡ мөдире Илнур Мырҙабулатов белдереүенсә, ике йыл эсендә йомшаҡ мебель, түшәк кәрәк-яраҡтары (юрған, мендәр) һатып алынған, матрастар алмаштырылған. Бының өсөн аҡса республика бюджетынан бүленгән.
Колледжда ике спорт залы бар, бигерәк тә егеттәр ирекле һәм грек-рим көрәше секцияларына яратып йөрөй.
Уҙған йыл колледждың ҡыйығы яңыртылған, ә бер нисә йыл элек ишектәр эшләнгән. Республика ярҙамында аудиторияларҙа яңы иҙән түшәлгән, стеналар буялған.
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда белгестәр етешмәй, шуға ла иң яҡшы ҡорамалдарҙы файҙаланып, “кадрҙар ҡойорға” кәрәк. Студенттар сығарылғандан һуң үҙ белемен һәм тәжрибәһен ҡуллана һәм лайыҡлы эш хаҡы алыу мөмкинлегенә ныҡлы ышанырға тейеш.
Ишембай нефть колледжы – Башҡортостанда нефть тармағы өсөн һөнәри белем буйынса кадрҙар әҙерләй башлаған беренсе ойошма. Һәм уҡыу йорто был эште уңышлы дауам итә.
Автор фотолары.