Беҙҙең киләсәгебеҙ – балаларыбыҙ ҡулында. Уларҙы нисек тәрбиәләйбеҙ – йәмғиәт тә шулай үҫешәсәк. Ошо көндәрҙә Скворчиха ауылында “Атайсал” проекты сиктәрендә балалар майҙансығы төҙөкләндерелде.
- Ир-егеттәребеҙ барлыҡ эште үҙҙәре башҡарҙы. Кәртәне киҫеп, иретеп йәбештереп ҡуйҙы, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Скворчиха ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко. – Сарҙаҡты, өҫтәлде, эскәмйәне яңырттыҡ, буяныҡ. Балалар ҙа ныҡ ҡыуана.
- Ауыл булһынмы, ҡаламы – балалар спортты, милли уйындарҙы һөйөп тәрбиәләнергә тейеш, - ти муниципаль райондың физик культура, спорт һәм туризм буйынса
идаралығы етәксеһе Марат Зарипов. – Уйын майҙансыҡтарын яңыртыу һәм хәстәрләү мөһим эш. Был майҙансыҡта спорт сараларын ойоштороу мөмкинлеге лә бар. Скворчиха ауылы халҡы һәр саҡ ошо йүнәлештә әүҙемлек күрһәтте. Артабан да уларға уңыштар теләп ҡалам.
Автор фотоһы.