Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2024, 19:00

Күңел асыу ғына түгел, ә йүнәлеш биреү ҙә

Ишембай районында йәштәр сәйәсәте нисек үҫешә?

Күңел асыу ғына түгел, ә йүнәлеш биреү ҙә
Күңел асыу ғына түгел, ә йүнәлеш биреү ҙә
Һеҙгә «Карапуздар, стартҡа!», «ФотоКиноКвест», «Балыҡ тотоу буйынса ғаилә фестивале», «Нептун көнө» һәм «Арт-пикник» кеүек проекттарҙың атамалары танышмы? Йәштәр һәм уларҙың тормошон күҙәткән, аралашҡан өлкәндәр һуңғы йылдарҙа тормош сағыу төҫ алды, тип уртаҡлаша. Бының сәбәбе – муниципаль райондың Йәштәр эштәре буйынса комитетының һөҙөмтәле, йүнәлешле эше. Был фекер менән редакция журналистары ла килешә – беҙ уларҙың сараларында даими булып торабыҙ һәм улар менән ҡыуанып эшләйбеҙ. Дөйөм ҡала байрамы булһынмы, саф һауала кино ҡарау булһынмы – йәштәр үҙ хеҙмәтен ихлас күңелдән башҡара һәм һәр саҡ уңышҡа өлгәшә.

Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Нелли Коледова белдереүенсә, күңел асыу саралары – комитет эшенең бер бәләкәй генә өлөшө. Йәштәр сәйәсәтенең төп мөһим хеҙмәте ситтән күренмәй.

- Төп бурысыбыҙ – ауыр холоҡло һәм ҡарауһыҙ үҫмерҙәр менән эшләү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, илһөйәрлек тәрбиәләү. Ошондай эштәрҙең бер төрө – ирекмәнлек. Ул үҙ-үҙеңә ышаныс уята, яҡындарыңды, ҡалаңды яратырға өйрәтә, - тип уртаҡлашты Нелли Риф ҡыҙы.

Һәр үҙәктең – үҙ йүнәлеше

Республикала йәш быуынды физик һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләгән йәштәр сәйәсәте ғәмәлгә индерелә. Ишембай муниципаль районында был бурысты Йәштәр эштәре буйынса комитет һәм уға ҡараған үҙәктәр башҡара. Элегерәк улар йәштәр өсөн ял итеү клубтары тип атала ине, 2019 йылдан үҙәктәргә әйләнделәр.

Мәҫәлән, «Хәстәрлек» үҙәгенең белгестәре төрлө иҫәптә торған балалар менән шәхси күнекмәләр үткәрә. «Атмосфера» базаһында «Ишембайҙың йомарт йөрәктәре» тигән театр студияһы һәм ирекмәндәр штабы бар. «Мираҫ» хәрби-патриотик үҙәктә хәрби эш буйынса тәүге тәжрибә тупланыла һәм илебеҙҙең тарихы өйрәтелә. Йәштәр һарайы – ҡалаға билдәле урын, бында төрлө түңәрәктәр, секциялар, саралар ойошторола. Эргәлә генә Йәштәр скверы урынлашҡан, ул йәйен ял итеү өсөн генә түгел, ә байрам саралары үткәреү өсөн дә файҙаланыла.

- Ошо йылдар эсендә беҙҙең команда нығынды. Беҙгә күптәр килә, ләкин һирәктәр генә бында ҡала. Улар ысынында йәштәр менән эшләүҙе ярата, ҡалабыҙҙы яҡшыраҡ, матурыраҡ итергә тырыша, - тине Йәштәр эштәре буйынса комитеттың әйҙәүсе белгесе Майя Абдуллина.

Иғтибар, үҫмер!

Республикала йәштәр учреждениеларының реновацияһы комплекслы һәм планға ярашлы бара. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Өфөлә «Йәшлек House» заманса йәштәр киңлеге асылды. Был урын ирекмәндәр һәм йәштәр ойошмаларын үҙенә тартып тора, бында файҙалы саралар, ялдар ойошторола.

- Беҙ һәр саҡ балалар тәртипле, тәүфиҡле, бәхетле булһын өсөн көрәшәбеҙ. Ошо эштә ниндәй тәжрибәбеҙ булыуы һәм технологик яҡтан әҙерлегебеҙ ҡайһы кимәлдә икәнлеге тураһында аңларға тейешбеҙ, - тип билдәләп үткәйне Радий Хәбиров.

Ишембайҙа Йәштәр эштәре буйынса комитет та егеттәрҙең, ҡыҙҙарҙың киләсәге өсөн көрәшә. Нелли Коледова – бәлиғ булмағандарҙың эше буйынса комиссия ағзаһы, шуның өсөн дә ул хәүеф сигенә еткән үҫмерҙәрҙе яҡшы белә. Ундай балалар менән даими эш уҡыу ваҡытында ғына түгел, ә йәйге каникулдарҙа ла алып барыла. Әгәр балаларҙы йыл эсендә төрлө сараларға йәлеп итһәләр, йәйен лагерь бар. Унда ла файҙалы саралар ойошторола.

Үҫмерҙәрҙең девиант холҡо өлкәндәрҙең иғтибары етмәүе йәки ата-әсәнең тәртипһеҙ тормош алып барыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Йәштәр эше буйынса комитет белгестәре бындай балаларға тайғаҡ юлға баҫырға мөмкинлек бирмәҫкә тырыша, йәмғиәткә яраҡлашыр өсөн башҡа файҙалы эштәр булыуы тураһында аңлата.

Был йүнәлештәге эш уңышлы, 2023 йылда Йәштәр эше буйынса комитет наркоманияны иҫкәртеү һәм енәйәтселек менән көрәш өлкәһендә полиция генерал-лейтенанты В.И.Кокин исемендәге йәштәр премияһы конкурсында еңеүсе булды.

- Йәштәр эше буйынса комитеттың эшмәкәрлеген юғары баһаларға кәрәк, - тип белдерҙе бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия рәйесе Оксана Хохрина. – Беҙ улар менән тығыҙ эшләйбеҙ, яҡшы һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Иғтибар үҙәгендә – хәүеф сигенә еткән ауыр холоҡло балалар. Йәштәр эше буйынса комитет улар өсөн хеҙмәт, йәмғиәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеген ойоштора. Был бик мөһим, сөнки тура юлдан тайпылған үҫмерҙе әрләргә түгел, ә аңларға, ярҙам итергә һәм йүнәлеш бирергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта Йәштәр эше буйынса комитет йәш ғаиләләргә, ололарға, яугирҙарға ярҙам күрһәтә.

2023 йылдан комитеттың белгестәре Мәшғүллек үҙәге менән берлектә үҫмерҙәрҙе йәйге каникулдар осоронда эшкә урынлаштыра. Унышар кешенән торған ике ағым тәүҙә йәштәр эше буйынса белем ала, артабан үҙаллы план төҙөй, саралар ойоштора, отчеттар яҙа.

- Уларҙың тәьҫораттарын үҙ күҙең менән күрергә кәрәк. 15-16 йәшлек үҫмерҙәр үҙ проекттарынан, ойошторған сараларҙан бик ҡәнәғәт. Был эшмәкәрлек үҫмерҙәргә йәмғиәттә яраҡлашырға ярҙам итә, уларға ҙур тәжрибә бирә, - тип уртаҡлашты Майя Абдуллина.

Яңы идеялар артынан

Йәштәр эштәре буйынса комитеттың уңышлы эшләүе - үҙ-үҙеңде даими үҫтереүҙә.

- Яңы идеяларҙы билдәләп, уларҙы эшебеҙгә индереү өсөн мөмкин тиклем республиканың башҡа ҡалаларында һәм төбәктән ситтә үткән форумдарға йөрөргә тырышабыҙ, – ти Нелли Коледова.

Йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре форумдарҙа башҡаларҙы ҡарарға ғына түгел, ә үҙҙәрен дә күрһәтергә бара. 2022 йылда комитет педагогы Анастасия Стрижкова “Смарт-Тау” төбәк йәштәр форумында үҙенең “Vivat musica ижади йәштәр майҙансығы” проектын тәҡдим итә һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн грант ота.
Төбәк йәштәрен социаль практикала ҡатнаштырыу һәм федераль грант аҡсаларын йәлеп итеү өсөн системалы нигеҙҙә БР Йәштәр дәүләт комитетының Йәштәр проект офисы эше ойошторолған. 2023 йылда йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн йәлеп ителгән федераль гранттар суммаһы 2022 йыл менән сағыштырғанда 22,8 процентҡа артҡан. Мәҫәлән, физик шәхестәр араһында Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 70 миллион һумдан ашыу суммаға 136 грант алынған.

Ярҙам штабы һәм изге йөрәктәр

«Беҙ бергә» - штабтың исеме генә түгел, ә Йәштәр эштәре буйынса комитеттың эш концепцияһының мөһим пункттарының береһе. Штаб Йәштәр һарайы нигеҙендә коронавирус пандемияһы осоронда халыҡтың социаль яҡтан көсһөҙ булған категорияларына ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторола. Бөтәһе лә урамға сыға алмайынса өйҙә ултырған йылда штабты ойоштороусылар оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташый.

2022 йылдан берләшмә исемен “Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб” тип үҙгәртә, әммә уның эш принцибы элеккесә ҡала, тик хәҙер улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Йәштәр һарайы хеҙмәткәрҙәре гуманитар ылау йыйып алғы һыҙыҡҡа ебәрә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан килгән ғаризаларға, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә булышлыҡ итә. Улар араһында шәхси ихатаны ҡарҙан таҙартыу, үлән сабыу, аҙыҡ-түлек килтереү кеүек эштәр булыуы мөмкин.

2023 йылда Йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре “Геройҙар ҡатындары” Бөтә Рәсәй проектына ҡушылып, махсус хәрби операция яугирҙарының тормош иптәштәре һәм әсәләре портреттары ҡуйылған фотокүргәҙмә ойоштора. Экспозиция Йәштәр һарайы холында урынлаштырылған.

Комитет нигеҙендә ҙур ирекмәндәр үҙәге эшләй, унда йөрөүселәр ҡалала һәм районда үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Яңы ирекмәндәрҙе йәлеп итеү маҡсатында йәй көнө смена ойошторола, уның барышында балалар уҡый, ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән таныша.

2020 йылда Башҡортостан ирекмәндәр өсөн төбәк наградаһы – республика Башлығының “Башҡортостан Рес-публикаһы ирекмәне” почет билдәһе булдырылған тәүге төбәктәрҙең береһе булды. 2023 йылдан алып награда йыл һайын 200 йәмәғәт ярҙамсыһына тапшырыла. Был наградаға Йәштәр эштәре буйынса комитет һәм ирекмәндәр штабы етәксеһе Нелли Коледова ла лайыҡ булды.

- Был бөтә коллективыбыҙҙың хеҙмәте, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Нелли Риф ҡыҙы.

Шулай уҡ Йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре үҙҙәренең наградаһын – “Иң яҡшыларҙың яҡшыһы” миҙалын булдырған. Ул үҙҙәрен ирекмән эшмәкәрлегенә бағышлаған мәктәпте тамамлаусылар өсөн тәғәйенләнгән. Уны уҡыу йылы аҙағында тапшырыу күҙаллана.
 

Фотолар Йәштәр эштәре буйынса комитет архивынан.
Күңел асыу ғына түгел, ә йүнәлеш биреү ҙә
Күңел асыу ғына түгел, ә йүнәлеш биреү ҙә
Күңел асыу ғына түгел, ә йүнәлеш биреү ҙә
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас: