Программа Ишембай районында ла уңышлы эшләп килә. Унда райондың Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай һәм Зигановка ауылдары ҡатнаша. Ошо көндәрҙә проект сиктәрендә Ибрай ауылында тәүге йортҡа зәңгәр яғыулыҡ тоташтырылды. Йорт хужалары – Гөлдәр һәм Филарид Янбаевтар был ҡыуаныслы хәбәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп
алды. Ғаиләне ҡотларға шәхсән Салауат ҡалаһындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Сергей Маркелов, уның урынбаҫары Юрий Барышников, подрядсы «СТРУБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Иван Акшенцев, ошо уҡ ойошманың баш инженеры Гөлнара Юрасова килде.
«Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йортҡа килеп опрессовка эшләне, газды тоташтырҙы, тикшерҙе һәм яндырып ҡараны. Бөтә эштәр ҙә ҡағиҙәгә, талаптарға яуап бирҙе.
- Был йортта 2014 йылдан бирле йәшәйбеҙ. Ике балабыҙ бар, - тип уртаҡлашты Гөлдәр. – Был проект бик уңайлы. Зәңгәр яғыулыҡ газ селтәренән ҡапҡа төбөнә тиклем бушлай үткәрелә, йортҡа үткәреү өсөн үҙ сығымдарың талап ителә. Арыу ғына аҡса файҙаланылһа ла, үҙ хаҡын ҡайтарыр, тип уйлайым. Сөнки бығаса электр йылылығын ҡулландыҡ, ҡышҡы һыуыҡтарҙа хеҙмәтләндереүгә күп кенә аҡса китә торғайны. Өҫтәүенә, утын һатып алдыҡ. Республика Башлығына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Йортобоҙ шулай һәр саҡ йылы, яҡты булһын.
Салауат ҡалаһындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Сергей Маркелов белдереүенсә, был проект сиктәрендә 320 абоненттың газ тоташтырыу мөмкинлеге булған. Бөгөнгө көнгә 167 ғариза бирелгән.
- Ошо дүрт тораҡ пункт буйынса 55 йортто монтажлауға ғариза бирелгән. Ибрайҙа биш йортҡа башҡарма документтар тапшырҙылар. Бөгөн ике йорт газға тоташтырылды. Ошо көндәрҙә тағы өс йорт зәңгәр яғыулыҡ аласаҡ, - тип белдерҙе «СТРУБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Гөлнара Юрасова. - Киләһе аҙна һигеҙ йорт опрессовка үтәсәк. Иҫәкәй, Ибрай ауылдары буйынса башҡарма документтар тапшырылған. Әле Зигановка ауылын әҙерләйбеҙ, Һарғайҙа ла эштәр бара. Тик бер үтенесебеҙ бар – халыҡ техник документтарҙы оҙаҡҡа һуҙмай тиҙерәк тапшырһын ине. Был дүрт йүнәлеш буйынса эштәр уҙған йылдың октябрь айында башлана. Бөгөн 25,3 километр газ селтәре (ауыл-ара һәм ауыл эсе) төҙөлгән.
Автор фотолары.