– Турникеттан ырғып үт, – ти, миңә.
– Һаумыһығыҙ, – тинем тимер ҡоршауҙы еңеп, уның эргәһенә килеп сыҡҡас.
Ҡарайым, таныш та, түгел дә һымаҡ. Һуҡмыш икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ситләтеп үтмәксе булдым.
– Миңә ярҙам итмәҫһеңме? – тип өндәште йәнә.
– Була инде, –тигән булам, ҡыйынһынып, – итмәҫһеңме, тигәсең, белмәйем, ярҙам итерменме икән.
–Ярҙам ит, улай булғас, – сейле-бешле юморымды ҡабул итте – йылмайҙы, – мине үткәр әле эскә. Редакцияла (баҫманың исемен әйтте) работяга булып эшләгән Фәлән Фәләнов тигән дуҫыма инергә ине.
– Һине белмәйем бит әле. Паспортың бармы? Паспортыңды күрһәтһәң, индерерҙәр...
– Юҡ шул... Әллә, үҙең генә менеп саҡыраһыңмы?
Берәй танышым булһа, йүгереп кенә инеп, саҡырып төшөр инем. Был кешене белмәйем, өҫтәүенә иҫерек булыуы һағайта. Инеп, бола ҡуптарып йөрөһә... Уйымды һорау итеп еткерҙем:
– Ә Фәлән ағай һине көтәме һуң? Шылтыраттыңмы?
Ҡарашын ситкә ала ҡунаҡ:
– Юҡ. Телефоным да юҡ эргәмдә. Дуҫымдан аҡса һорайым тигәйнем... Бөгөн урамда йоҡланым...
– Ой!.. Айныҡ булһаң, ағай... – тинем көрһөнөп. – Һин... көт инде, ағай, йәме, бәлки...
– Көтөрмөн, ярай. Ғәфү ит... – үпкәһеҙ ҡарашы менән оҙатып ҡалды.
Ашап килеүгә, ултырғыс буш ине. Таптымы икән, аҡса ала алдымы... Айныҡ көйөнсә тупһыҙ ҡыландым, тигән тойғо ҡалды. Ә ул, һуҡмыш булһа ла, зирәк аҡыллы, асыҡ зиһенле булып сыҡты. Кәмһенмәне, һоранманы, баш эймәне. һәм... Ғәфү үтенде. Күптәргә ярҙам итмәй ҡалдырғаным булды. Тәңкә арттыра алмаһам да, ошо һүҙем барып етһен ине: һеҙ ҙә мине ғәфү итегеҙ, замандаш ағай.