Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған был республика программаһы уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы мәктәп биләмәһен һәм инфраструктураһын үҫтереү өсөн ҡарарҙар ҡабул итеүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
- Конкурстың асылы шунда: уҡыусылар мәктәптә ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәклеген, уларға ниндәй киңлектәр кәрәклеген үҙҙәре билдәләй. Был беҙҙең «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһына оҡшаш, тик балалар өсөн. Кемдер ял итеү һәм аралашыу өсөн зоналар, спорт майҙансыҡтары төҙөкләндерергә, кемдер ашханаларҙы ремонтларға йәки мәктәп кафеһын асырға тәҡдим итә. Еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Уҙған уҡыу йылында балалар уҡытыусылары менән берлектә мәктәп инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса бер нисә проект булдырҙы, уларҙың берәүһе, туристик клуб ойоштороуға йүнәлтелгән проект, конкурста еңеп сыҡты.
Инициативалы бюджетлау – ул уҡыусыларҙың идеялары 500 мең һум күләмендә аҡсалата грант рәүешендә дәүләттән ярҙам алыу мөмкинлеге булған конкурс. Антон Галкин уҡыусыларының башланғысы ошондай ярҙамға лайыҡ булды.
Мәктәп директоры Наталья Михеева әйтеүенсә, балалар походтарға йөрөргә, палаткалар ҡорорға, усаҡ яғырға, аш-һыу әҙерләргә, аралашырға һәм дуҫлашырға өйрәнһен өсөн мәктәп туризмын тергеҙергә теләйҙәр.
- Бындай походтар совет осоронда була торғайны, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды география уҡытыусыһы Антон Галкин. – Оло быуын вәкилдәре класс менән бер йәки бер нисә көнгә сәйәхәткә сығыуҙарын һағынып иҫкә ала. Һуңынан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был практика туҡтатыла. Әммә тәбиғәттә бергә булыу – балалар араһында ныҡлы дуҫлыҡ булдырыуҙың иң яҡшы ысулдарының береһе. Хәҙерге заман уҡыусыларының бындай мөмкинлеккә эйә булыуы бик ҡыуаныслы.
Мәктәп грант алған да инде. Уның аҡсаһына биналарҙың береһендә ремонт яһаласаҡ һәм туристик ҡорамалдар һатып алынасаҡ. “Туристар” бүлмәһендә балалар йыйылып, аралашасаҡ, походтар планы буйынса фекер алышыу ойоштороласаҡ, бөтә инвентарь ҙа шунда һаҡланасаҡ. Тәүҙә балалар бер көнлөк походтарға, экскурсияларға йөрөйәсәк, һуңынан, күнекмәләргә ҡарап, ҡатмарлыраҡ маршруттар төҙөләсәк.
Проект сиктәрендә инструкторҙар һәм уҡытыусы ярҙамсылары роленә Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы студенттары һәм битараф булмаған ата-әсәләр йәлеп ителәсәк. Балалар өсөн походтарға әҙерләнеү һәм уларҙа ҡатнашыу экологик белем биреү элементы буласаҡ - педагогтар теге йәки был объекттарҙың ҡайҙа урынлашыуы тураһында һөйләйәсәк, шулай уҡ тәбиғәт менән һаҡсыл эш итергә, сүп-сар ҡалдырырға ярамау һәм башҡалар тураһында өйрәтәсәк.
Быйыл республика уҡыусылары инициативалы бюджетлау проекттары конкурсына 374 ғариза биргән - был уҙған йылға ҡарағанда 155-кә күберәк. Шуларҙың 220-һен конкурс комиссияһы төп этапҡа тиклем индергән. Былтыр Башҡортостандың төрлө райондарынан 144 проект еңеүсе булған.
Автор фотоһы.