«Совет осоронда йәйәүлеләр өсөн төҙөлгән тимер күпер ныҡ торһа ла, таҡталары ямғырҙарға бирешеп, күптән серегәйне. Уның аша ололар ҙа, уҡыусы балалар ҙа үтеп йөрөй. Күперҙе яңыртыу һорауы менән ауылыбыҙҙың эшҡыуары Илдар Ҡотломөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы. Бер кубометр ярым ҡарағай таҡталарҙы бысып, килтереп бушатты. Әле егеттәр менән йыйылышып тиҙ арала иҫкеләрен һүтеп алып, яңыларын түшәп тә ҡуйҙыҡ. Илдар үҙе ошо ауылда тыуып үҫеп, гөрләтеп донъя көткән егет. Туған ауылына, мәктәбенә ҙур бүләк булды. Бөтә ауылдаштар исеменән рәхмәт белдерәм һәм эшендә уңыштар теләйем», - тине Байғужа ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Салауат Йосопов.
Ошо көндәрҙә ауыл халҡы күперҙе буяп та ҡуйған.
Илдар Ҡотломөхәмәтов шәхси эшҡыуарлыҡ асып, ауыл ситендә үҙ пилорамаһын булдырған. Ауылдаштарын эшле итеп, яҡшы хеҙмәт хаҡы ла түләй ул. Һәр саҡ ауыл тормошондағы сараларҙа ҡатнашып, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесен бер ҡасан да кире ҡаҡмай.
«Беҙҙең Еңеү, Күл, Мәжит Ғафури, Беренсе Май урамдары халҡы стадионға, балалар майҙансығына оло юлдан урамаҫ өсөн ошо күперҙән йөрөй. Һуңғы ваҡытта күпер бик насар хәлдә ине. Кискеһен балалар менән үткән саҡта аяҡтар төшөп китмәһен тип һәр саҡ хәүефләнә инем. Эшләп ҡуйғандарын күргәс, әлбиттә ҡыуандым», - тип шатлығы менән уртаҡлашты күп балалы әсә Лилиә Нәбиуллина.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған “Атайсал” проектының төбәгебеҙҙә ошондай кәрәкле проблемаларҙы хәл итеүе яҡшы күренеш. Артабан да проект сиктәрендә изге эштәр дауам итер, республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында тағы ла меңәрләгән яҡшы саралар башҡарылыр.
Фото Лилиә Нәбиуллина архивынан.