Йәмғиәт
13 Сентября 2024, 14:00

Ә беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренә

Ишембай ихаталарында матур граффиттиҙар барлыҡҡа килде - улар трансформатор подстанциялары стеналарында төшөрөлгән картина кеүек күренә. Чкалов-Машина эшләүселәр һәм Геология-Бульвар урамдары ихаталарындағы һүрәттәр – “Башҡорт ихаталары” республика программаһы ярҙамында ихата биләмәләрен күләмле үҙгәртеүҙең бер өлөшө. Был программа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлығында 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Ә беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренәӘ беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренә
Ә беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренә

Төбәк етәксеһе «Башҡорт ихаталары»н республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге өҫтөнлөклө проект, тип иҫәпләй.

- Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Мөмкин булһа, йорт яны билә-мәләрен яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышырбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Биш йыл эсендә Ишембайҙа 27 ихата төҙөкләндерелгән, быйыл эш ике этапта планлаштырылған. “Йыһан граффитиһын” Наталья Жаркова эшләгән - рәссамдың һүҙҙәренсә, ул төрлө музыка ҡоралдары ярҙамында фотоларҙан эскиз төшөргән.

- “Башҡорт ихаталары” республика прог-раммаһы йорт араларын сифатлы итеп яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеген бирә, - тип билдәләне Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов. - Әлбиттә, муниципалитет һәм халыҡ аҡсаһына бындай үҙгәрештәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләп булмай. Шуға күрә республиканың финанс ярҙамы кәрәк һәм бик мөһим. Һөҙөмтәлә, ҡалала ял итеү, күршеләр менән аралашыу йәки спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса һәм күп функциялы ихаталар булдырыла.

Чкалов-Машина эшләүселәр урамындағы ихатала әле төҙөкләндереүҙең һуңғы этабы бара. 550-нән ашыу кеше, шул иҫәптән балалар ҙа үҙгәрештәр менән һоҡлана, һалынған асфальт юлдан йөрөй. Тиҙҙән яңы балалар майҙансығы ла асыласаҡ.

- Парковкаларҙы билдәләү, бордюр-ҙар буяу, резина япма һәм балалар майҙансығында ҡоймалар ҡуйыу, контейнерҙар майҙансығын әҙерләү - был аҙнала башҡарыласаҡ эштәр, - тип аңлатты “Стиль” идара итеү компанияһының техник директоры Марина Сеземова. - Ә сәскәләрҙе һәм ҡыуаҡтарҙы беҙ халыҡ менән бергә ултыртасаҡбыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса финанслау түбәндәгесә билдәләнде: аҡсаның 94 процентын - Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте, биш процентын муниципаль бюджет бүлә һәм бер процентын халыҡ йыя. Төҙөкләндереү өсөн ихаталар исемлеген хакимиәт менән берлектә Ишембайҙың инициативалы төркөмө билдәләй. Киләһе йылда ла ихаталарҙы яңыртыу планлаштырыла.


Автор фотолары.

Ә беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренә
Ә беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренә
Ә беҙҙең тәҙрәнән яңы майҙансыҡ күренә
Автор:Илмира Шәйәхмәтова.
Читайте нас