Ришат ағай Маҡарҙа тыуып үҫеп, ошо ауыл мәктәбен тамамлаған. Автомәктәптә уҡып сыҡҡандан һуң, Алыҫ Көнсығышта 13-сө десант штурм бригадаһында хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та милицияға эшкә урынлаша.
- Хеҙмәттән ҡайтып өлгөрә алманым, әсәйем вафат булды... - ти ул. – Өс бәләкәй ҡустым ҡалды. Улар интернатта тәрбиәләнде.
Хаҡлы ялда булһа ла Ришат ағай хәләл ефете Әлфиә менән эшһеҙ ултырмайҙар, улар ике ауылда – Иҫәкәй һәм Ибрайҙа магазин асҡандар. Бөгөнгө көндә үҙ эштәрен алып баралар. Ришат ағай бағыусылыҡ ярҙамын да күрһәтә. Ауыл сараларында ҡатнаша, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткәндәргә ярҙам күрһәтә.
- Мин Чечен Республикаһында ике тапҡыр яртышар йыл командировкала булдым, - тип һөйләй әңгәмәсем. – Әле хаҡлы ялда, ауылда торам. Ҡапҡа, ишек һәр саҡ асыҡ – кем теләй шул инеп сәй эсеп сыға. Магазиндан тыш, һыйыр, йылҡы малы, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Спорт менән дә шөғөлләнергә онотмайбыҙ. Әлфиә һәм Ришат Ғиззәтовтарҙың ҡыҙҙары Роза ла аталары юлынан киткән. Ул полицияла капитан, өлкән тәфтишсе. Улдары Иршат - «Трансервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә водитель булып эшләй.
- Беҙ ауыл Советында ойошторолған төрлө сараларға аҡса, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәбеҙ, - ти Ришат ағай. – Ҡатынымдың һеңлеһенең улы – Айнур Ибәтулин махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте. Ветерендар советы рәйесе, хаҡлы ялдағы майор, әлеге көндә Ишембай районы буйынса Эске эштәр министрлығы музейы мөдире
Рәйсә Вафина ла Ришат Рәхмәтулла улы тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтте.
- Ул беҙҙә 1994 йылдан эшләне. Һәр саҡ намыҫлы, яуаплы булды. Эшен теүәл башҡарҙы. Ҡыҙы Роза ла атаһының юлын һайланы, министырлыҡтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай итеп династия дауам итә...
Фото ғаилә архивынан.