Танау томаланғандан яҡшы рецепт.
Кәрәк буласаҡ:
1 лuмон;
1 һуған;
2 аш ҡалағы бал;
2 стакан һыу.
Нимә эшләргә:
Һыуҙы ҡайнатығыҙ һәм һуғанды 15 мм диаметрҙа киҫәктәргә бүлегеҙ;
Һуғанды 15 минутҡа ҡайнап торған һыуға һалығыҙ;
Кәстрүлде һүндерегеҙ ҙә "эсемлеккә" 5 минут бешеп торорға ваҡыт бирегеҙ;
Шунан 2 ҡалаҡ бал өҫтәгеҙ һәм яҡшы ғына итеп болғатығыҙ;
Был эсемлекте эсер алдынан уға бер лимон һуты һығығыҙ;
Эсемлекте көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсегеҙ.
Был сәйҙе кәмендә 2 көн һаҡлап була. Танауығыҙҙың томаланыуы 1 көндә үтәсәк.
Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.