Ғиләжетдин Минһаж улы Туҡтамышев 1913 йылда Ирек ауылында тыуған, ул ауыл элек Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан булған. 1941 йылдың 1 октябрендә, 28 йәшендә, ул хеҙмәткә саҡырыла. “Гражданка”ла ветеринар табип, ә һуғышта өлкән санитар-инструктор була. 1943 йылдың 13 июлендә, дошман уты аҫтында, ул һуғыш яланынан 20 яралы ҡыҙылармеецты алып сыға. Ҡаһарманлығы өсөн Ғиләжетдин Туҡтамышев “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Яугирҙы тыуған яғында ҡатыны Ғәйшә Ханнан ҡыҙы һәм улы Ғәфүр көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осрашыу килеп сыҡмай. Яҡташыбыҙ 1943 йылдың 17 сентябрендә һәләк була һәм Смоленск өлкәһендә ерләнә.
Оҙаҡ йылдар геройҙың яҡындары һәм туғандары, яҡташтары, “Аллағыуат” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында уны эҙләү менән шөғөлләнә.
- Ошо йылдар эсендә беҙ Бөтә Рәсәй буйынса эҙләү төркөмдәре менән ҙур эш башҡарҙыҡ. Беҙҙең ойошма көсө менән генә уны хәл итә алмаҫ инек, тип уйлайым. Ҡала хакимиәтенә, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ярҙам һәм булышлыҡ өсөн рәхмәт белдерәм. Тағы ла шатлыҡлы бер хәбәр: беҙ тағы бер яҡташыбыҙҙы тыуған еребеҙгә ҡайтарасаҡбыҙ, - тине тантаналы митингыла “Аллағыуат” йәмғиәте рәйесе Фәнит Ханмурзин. - Беҙ яугир Ғиләжетдин Минһаж улын Туҡтамышевты
Смоленск өлкәһендә таптыҡ!
Уның тыуған ауылы Иректән
капсулаға ер һалып Смоленск өлкәһе Демидовский
районының Пржевальск тораҡ
пунктында яҡташыбыҙ ерләнгән туғандар
ҡәберлегенә алып барасаҡбыҙ, - тине
“Аллағыуат” йәмғиәте рәйесе урынбаҫары
Муса Ғәзизов. - Туғандар ҡәберлегенән
дә Юрматы еренә һәм ҡатынының
ҡәберенә ер алып ҡайтасаҡбыҙ. Улар, ниһайәт, берләшәсәк.
Митингыла геройҙың улы Ғәфүр Туҡтамышев та ҡатнашты. Әле уға 83 йәш.
- Атайым 1943 йылда Смоленск янында
һәләк булған. Ул яралыларҙы һуғыш яланынан алып сыҡҡан. Бәләкәй сағымда,
атайым ҡотҡарған яугирҙарҙың күбеһе
беҙҙең өйгә килеп, рәхмәт әйтә торғайны.
Улар минең башымдан һыйпағанын
хәтерләйем, - тип уртаҡлашты ул. - Бындай сәйәхәттәр һирәк күренеш. Шуға
ла тулҡынланам. Был минең өсөн ҙур
ваҡиға, сөнки хәҙер ваҡыт һәм территориялар бәйләнеше бара. Әммә иң
мөһиме - күп милләтле халҡыбыҙҙың
бәйләнеше. Батырҙарыбыҙ тураһында
хәтер - мәңгелек! Рәсәй барҙа хәтер ҙә
һәр ваҡыт буласаҡ. Беҙҙе берләштергән
һәм ошо ҡот осҡос һуғыш йылдарында баҫҡынсыларҙан һаҡлаған бөйөк рус
халҡына рәхмәт.
Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған энергетигы Юнир Ғәзизов:
- Бөтә ишембайҙар исеменән Рәфҡәт
Мөхтәр улы Зөбәйеровҡа рәхмәт әйтергә
теләйем, ул әле лә беҙҙең яугирҙарҙы
эҙләй һәм таба. Был бөйөк хеҙмәт. Муса
Фаяз улы Ғәзизовҡа һәм башҡаларға
ҙур рәхмәт, улар һаулыҡтары, шәхсән
ваҡыттары менән иҫәпләшмәй юғалған
һалдаттарҙы эҙләү өсөн тиҫтәләрсә мең
саҡрым юл үткән. Беҙ бөгән дә берҙәм
булырға тейеш.
Сарала ҡатнашыусылар һәм Ғиләжетдин Туҡтамышевтың улы стеллаға
бер ус ер һалды, ул ата-бабалары менән
бәйләнеште, уларҙың батырлығын һәм
фиҙаҡәрлеген символлаштыра. Беҙ
йәшәгән еребеҙ һәм уны һаҡлаусылар
менән ғорурланырға тейеш.