Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь , 17:00

Ватсаплы донъя (Юмореска)

Ауылыбыҙҙың ватсаптағы төркөмөнә көн һайын бер нисә тапҡыр инеп сығам. Өфөгә театрға барып комедия, драма йәки трагедия ҡарамаһам да бошонмайым хәҙер, ошо жанрҙарҙың барыһын да беҙҙең төркөмдә көн оҙоно тамаша ҡылырға була.

“Минең тәкәне күрһәгеҙ, был яҡҡа ыңғай­латығыҙ әле”, – тип яҙа күрше апай. Бер минут та үтмәй, түбән остан Гөләндәм еңгә, ҡырын тейәргә яратҡан ирен юғалтып, хәбәр ебәрә. Шунда башлана ла инде спектакль: ҡайһы хәбәр иргә, ҡайһыһы бөтә ауылға билдәле һарыҡ тәкәһенә ҡағылғанын аңларлыҡ та түгел.

“Ул Ләбибәнең ҡапҡаһынан кереп бара ине, шул тирәнән эҙлә”.  “Берәйһе бөгөнгә үҙенә индереп торғандыр, ни өсөн икәнен яҙып тормайым”. “Йөрөп туйғас, ҡайтып керер, ҡайғырма”. Быларҙы уҡығас, алай ҙа көнсөл еңгәбеҙ ни эшләгәндер, әйтеүе ҡыйын. Ағайға аҡланыуы һис тә еңел булмағандыр.

“Аттарығыҙҙы клубтан килеп алығыҙ!” тип үтенә ауыл хакимиәте башлығы. Юҡ, беҙҙә аттар унда инеп бейемәй, башлыҡ та шаяртмай – бик етди кеше ул. Эш шунда – йылҡы малы ауыл тулып йөрөй, ниңәлер, клуб алдында саңлауҙа торорға яраталар – ҡыуып та ебәрерлек түгел.

Был төркөмдөң файҙалы яғы күп. Әйтәйек, һин егерме йыл элек колхоздан һатып алғанда уҡ иҫкереүҙең сигенә еткән, көн дә ремонтлау һәм Хоҙай ҡөҙрәте арҡаһында ғына йөрөй алған, бер ерҙә лә иҫәптә тормаған йөк машинаңда бесән тейәп ҡайтырға йыйынаһың. Тап шул саҡта ғына төркөмдә “Ауылда – ГАИ” тигән шомло яҙыу пәйҙә була. Ни ҡылаһың, тәртип һаҡсылары китте, тигән хәбәрҙе көтөп, күләгәлә бот күтәреп ятырға мәжбүр булаһың.

Ә төркөмдә борсоулы-фажиғәле хәбәрҙәр йышайып китә: “Кемегеҙҙең эте бәрәнде йыҡҡан, әйтмәһәгеҙ, бөтә ауылдыҡын ҡырып сығам”, “Ул кәзәне нимә тип аҫрайһығыҙ кеше иҫәбенә – баҡсаға кереп, бөтә сәскән йәшелсә, еләк-емеште бөтөргән”. Китә шунан мөнәсәбәттәр асыҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлаусыларҙы, һарыҡ-кәзәләрҙе, эттәрҙе бер итеп һүгәләр, баяғыса, кемгә төбәлгәнен дә белерлек түгел.

 “Теге кәзәләр һыу буйында йөрөй”. Бына ошоно нисек аңларға? Кәзә баҡсала ашап туйып, һыуһап киткәнме? Әйтегеҙ әле, миңә был хәбәрҙең нимәгә кәрәге бар? Һыуһап китһәм, мин ултырам да сәй эсәм, бер ҙә ватсап аша бөтә ауылға яр һалмайым, ә бында – кәзә. Ниндәйен почет!

Әһә, саҡ барып етте – погонлы әфәнделәр кискә ҡарай һыу инеү генә түгел, кәйеф-сафа ҡора башлаған йәштәрҙең ҡайтыр мәлен аңдый бит. Һыу буйы тулы машина, берәй водителдең градусы юғарыраҡ эсемлекте йотоп ҡуйыуы ихтимал. Шул өмөт һәм планды, ҡайһы бер уҫал теллеләр әйтеүенсә, кеҫәне тултырыу ниәте йөрөтә лә инде тәртип һаҡсыларын шул тирәлә. Ҡыҙыҡ, улар ҙа ошо ауыл чатында ултыра бит. Ана, берәүһе “ГАИ ауылдан китте” тип яҙып та ҡуйҙы. Күрше ауыл кейәүе ул, полицияла эшләй, ул да шулар араһында, тимәк. Чатҡа уның ҡушаматы менән кергәнен дә беләбеҙ, шуға күрә ышаныслы кешенән хәбәр көтөп, урындан ҡуҙғалмайыраҡ торабыҙ.

Бына шундай шәп нәмә ул ватсап – мең бәләнән ҡотҡара, юғалған яҡындарҙы, мал-тыуарҙы табырға, юлда бәлә-ҡазаһыҙ йөрөргә, ихласлап аралашырға ярҙам итә.

– Нимә була һуң ул ватсап тигәндәре, нимәне ватырға ла нимәне сабырға? Әллә башҡортсанан “вәт шәп” тигәндән алынғанмы?  – тип һорай минән ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе булып һаналған ҡаршы йорттағы инәй.

Һеҙгә нисектер, миңә аңлатманың һуңғыһы бик тә оҡшай!

 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: