Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь , 19:00

Дөйөм уңышта һәр кемдең өлөшө бар

Ауыл - мәҙәниәт һәм йолалар нигеҙе, унда етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары республиканың бер биҙәге булып тора. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә.

Дөйөм уңышта һәр кемдең өлөшө бар
Дөйөм уңышта һәр кемдең өлөшө бар
Ауыл хужалығы, эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, мөһим роль уйнай. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар һәм ташламалар кеүек төрлө ярҙам саралары күрһәтелә. Төбәк һөҙөмтәлелекте һәм конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү өсөн үҙ агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

Республика йылҡысылығы ла алдынғы урындарҙы биләй: ҡымыҙ етештереү буйынса - Рәсәйҙә 1-се, аттар һаны буйынса - 2-се урын (2022 йыл йомғаҡтары буйынса). Яҡынса мәғлүмәттәргә килгәндә, 2023 йылда республика йылҡысылары 3543,5 тонна ҡымыҙ етештергән. «Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһының продуктлы, тоҡомло һәм спорт йылҡысылығын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу 108 баш продуктлы ат һатып алыуҙы, 292 тоҡомло атҡа спорт һынауын ойоштороуҙы тәьмин итте.

Республика фермерҙары йыл һайын 36 процент иген, 32 процент көнбағыш, 22 процент шәкәр сөгөлдөрө, 6,5 процент картуф һәм йәшелсә, 5,7 процент ит һәм 11 процент һөт етештерә. 2023 йылда ауыл хужалығында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 455,9 миллион һум йүнәлтелгән. 2023 йылда ауыл хужалығында мәшғүл 144 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты дәүләт ярҙамы алды, ауыл хужалығы кооперацияһына 2209 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты йәлеп ителде, 47 эш урыны булдырылды.

Районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре көндәлек эштәре менән ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерә. Шуларҙың береһе, Ҡарайған ауылынан фермер Тимерйән Искәндәров, игенселек һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.

Тимерйән Искәндәров Ырымбурҙа автотранспорт тармағында 30 йыл эшләгәндән һуң, ғаиләһе менән ауылға ҡайтып төпләнә. 2006 йылда ауыл хужалығы тармағының нескәлектәрен бик белеп тә бөтмәгән Искәндәровты ҡустылары иген сәсеп ҡарарға, үҙ эшен асырға өгөтләй. Иҫке генә булһа ла техника, һабан һәм сәскестәр һатып алып, 100 гектар ерҙә эшкә тотона ул. Билдәле, тәүге йылдарҙа килем тураһында һүҙ ҙә юҡ – сығымдарын саҡ-саҡ ҡаплата. Әкренләп эш яйға һалына.

Хәҙер инде Тимерйән Тимерхан улы ауыл хужалығы тармағының бөтә нескәлектәрен белгән, аяғында ныҡлы баҫып торған ер хужаһы. Һабантуйҙарҙа яҙғы-баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса алдынғы урындар алып килеүе лә хеҙмәтенә баһа. Әйтергә кәрәк, 2019 йылда “Т.Т.Искәндәров” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Тимерйән Искәндәров Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Йыл да Һабан туйҙарында, төрлө сараларҙа бихисап грамоталар менән билдәләнә.
Бөгөн хужалыҡтың 725 гектар ере бар, шуның 600 тирәһе сәсеүлектәргә тотонола, башлыса иген культуралары үҫтерәләр. Юғары уңыш алыу өсөн элиталы, кондициялы орлоҡтар сәсеүгә, минераль ашлама ҡайтарыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Яңы техника ла эште ваҡытында башҡарып сығыуға мөмкинлек бирә. Хужалыҡта 8 хеҙмәткәр эшләй.

Дүрт йыл элек Ҡарайған ауылынан фермер Тимерйән Искәндәров “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында еңеп, Грантҡа лайыҡ булғайны. Грантҡа ярашлы, сумманың 60 проценты Ауыл ужалығы министрлығынан бүленһә, 40 проценты – фермерҙың үҙенеке. Хужалыҡ етәксеһе Баймаҡ районынан 40 баш ат һатып алған. Улар өсөн ферма төҙөлгән, биләмәне кәртәләп ҡуйғандар. Бынан тыш, тағы ла 45 баш йылҡы малы килтерелгән. Беларус тракторы, сапҡыс, пресс-йыйғыс алынған. Эшҡыуар өҫтәмә рәүештә ҡуртымға ер алған – унда ферма төҙөп, йылҡысылыҡты үрсетә.

Әйткәндәй, ғаилә фермалары өсөн 30 миллион һумға тиклемге күләмдәге гранттар Башҡортостан Республикаһында теркәлгән һәм эшләгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренә конкурс нигеҙендә бирелә.

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар. Тимерйән Тимерхан улы әйтеүенсә, быйыл ул хужалыҡҡа 8 миллион һумға яңы трактор һатып алған. Шулай уҡ йылҡы малы аҙбары кәртәһен яңыртҡан. Хужалыҡта барлығы 200 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Улар иткә һәм үрсетеүгә тотонола. Быйыл йәй ямғырлы
булғас, уңыштар бик ҡыуандырмай.

- Бойҙай, арыш культуралары юҡ тиерлек. Көнбағыштан ғына әҙерәк уңыш булыр тип уйлайым. Үҙебеҙ сәскән бесән дә яҡшы үҫте. Яҙғы культураларҙы йыйып алырға ҡалды, - ти булдыҡлы эшҡыуар.
 
Тимерйән Тимерхан улының яңы эш башлаусыларға әйтер һүҙҙәре лә бар:

- Тырышлыҡ, теләк булғанда бөтәһе лә килеп сыға ул. Хөкүмәт тә ярҙам күрһәтә, шуны файҙалана белергә кәрәк. Эштән ҡурҡмай, ныҡышмал, түҙемле булһаң, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин. Ауыл хужалығында күберәк йәштәрҙе күрге килә. Улдарым эште алып барырға ҙур ярҙам күрһәтә, - ти ул.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы рәйесе Айнур Ҡотошев әйтеүенсә, эшҡыуарҙың ауыл халҡына ярҙамы ҙур.

- Ҡышын Тимер-йән Тимерхан улы-ның техникаһы юл-дарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙарта. Ул мәҙәниәт йортона музыкаль аппаратура алып бирҙе, мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә лә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә. Бынан тыш, махсус хәрби операция һалдаттарын хәстәрләй: кәрәкле дарыуҙар һатып алды, быҡтырылған ит ебәрҙе, - ти Айнур Миниғәли улы.

Ауыл хужалығы эшсәндәре яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн етештереү процесына күп көс һала. Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар еңел эшмәкәрлек өлкәләренә китмәй, ә халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе дауам итә. «Т.Т. Искәндәров» крәҫтиән-фермер хужалығы үҫешә һәм районыбыҙҙа иген етештереүҙә, йылҡысылыҡты үрсетеүҙә иң яҡшы хужалыҡтар иҫәбендә ҡала.
 

Фотолар автор һәм Ишембай телевидениеһы архивынан.
Дөйөм уңышта һәр кемдең өлөшө бар
Дөйөм уңышта һәр кемдең өлөшө бар
Дөйөм уңышта һәр кемдең өлөшө бар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: