Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь , 19:00

Ишембайҙа һөнәри йүнәлеш биреү системаһы нисек үҫешә?

«Өйрәтһәләр, ашнаҡсы булыр инем»

Ишембайҙа һөнәри йүнәлеш биреү системаһы нисек үҫешә?
Ишембайҙа һөнәри йүнәлеш биреү системаһы нисек үҫешә?
Үҫеш ҡаҙаныштары нисек кенә етди, көслө булмаһын, заманса производство бырыбер кеше хеҙмәтенә мохтаж. Бер ниндәй ҙә автоматлаштырылған предприятие квалификациялы белгестәрһеҙ продукция етештерә алмаясаҡ. Слесармы, токармы – һүҙ кем тураһында барыуы мөһим түгел. Бөгөн, сәнәғәт ҙур аҙымдар менән үҫешкәндә, һөнәри йүнәлеште юғары кимәлгә күтәрергә кәрәк – хеҙмәттең һөҙөмтәләре белгестәрҙең әҙерлегенән тора. Быны республика хөкүмәте лә бик яҡшы аңлай.

- Йәштәргә төрлө өлкәләге етештереүселәр, уңайлы шарттар тыуҙырыусылар өлгө булырға тейеш. Беҙҙең бар иғтибарыбыҙ киләсәк быуын белгестәрен әҙерәләүҙә булырға тейеш, уларҙың белеме һәм тәжрибәһе хеҙмәт баҙарында мөһим урын аласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алғайны 2022 йылда үткән урта һөнәри белем биреү буйынса беренсе республика советы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
 
Биналарҙы ремонтлау һәм яңы оҫтаханалар булдырыу

Төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм социаль мөхит өсөн һөнәри кадрҙарҙы әҙерләүгә ҙур булышлыҡ яһай. Теманың мөһимлеген иҫәпкә алып, Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү буйынса республика советын ойошторҙо, колледждарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерҙе. 2030 йылға тиклем учрежденияларҙы йыһазландырыуға дүрт миллиард һум асҡа тотоноу планлаштырылған (йыл һайын 500 миллион аҡса тотоноу тигән һүҙ). 2022 йылда, эҙмә-эҙлекле комплекслы модернизация сиктәрендә, 24 меңгә яҡын студент яңыртылған уҡыу йорттарында белем ала. Быйыл республика колледждарының 15 бинаһын ремонтлауға 330 миллиондан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Һуңғы ике йыл эсендә Башҡортостан урта махсус белем биреү учреждениеларында 200-гә яҡын оҫтахана барлыҡҡа килде. 2030 йылда төбәктең барлыҡ колледждары яңыртылыу үтергә тейеш.

- Урта һөнәри белем биреү, киләсәккә эшселәр булдырыу, тигән һүҙ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың август конференцияһында, урта һөнәри белем биреү өлкәһе 2025 йылға капиталь ремонт программаһына индерелде, тип белдереп үтте, - тигән асыҡлыҡ индерҙе 1-се гимназия директоры Галина Баканова. – Мин хеҙмәттәштәрем өсөн ихлас күңелдән ҡыуандым, сөнки капиталь ремонт – яңы коммуникациялар ғына түгел, ә оҫтаханаларҙың, ҡорамалдарҙың, технологияларҙың, лабораторияларҙың да яңыртылыуы. Бөгөн йәштәрҙе технологиялар менән генә ҡыҙыҡһындырырға мөмкин. Әлеге мәлдә Ишембай ҡалаһы һәм районы төрлө өлкәләге йәш кадрҙарға мохтаж.

Эш биреүселәргә йүнәлеш

Башҡортостан «Профессионалитет» программаһына инде, уның сиктәрендә киләһе йылда 19 үҙәк эшләйәсәк – уларҙы ойошторуға 1,62 миллиард федераль субсидия йәлеп ителгән, республика бюджетынан 860 миллион һум бүленгән. Был проект эш биреүселәрҙең белгестәргә булған талабына тулыһынса яуап бирә. 2019 йылдан 60 колледж нигеҙендә 188 заманса оҫтахана барлыҡҡа килде, уларҙың 79-ы – милли проект, 109-ы «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионаты сиктәрендә ойошторолған.
 
Колледждарҙағы уҡыу юғары һөҙөмтә бирә – уны 9-сы класс сығарылыш уҡыусыларының 60 проценты һайлай. Ишембай һөнәрселек колледжы ла «Профессионалитет» проекты буйынса эшләй. Һуңғы йылдар эсендә учреждениеның матди-техник базаһы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе - «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионатынан һуң оҫтаханалар сифатлы йыһазландырылды, уларҙа ашнаҡсылар, тегенселәр һәм парикмахерҙар әҙерләйҙәр.

Күңелгә ятҡан уҡыу булғанда

Арина Продоско Ишембай һөнәрселек колледжында өсөнсө курста «Парикмахер» йүнәлеше буйынса уҡый. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишембайға уҡырға күскән.

- Мин тәүҙә программистҡа уғырға ингәйнем, ләкин аҙаҡ был һөнәр минеке түгел икәнлеген аңланым, - тине Арина. – Бала саҡтан уҡ парикмахер булырға хыялландым, ҡурсаҡтарға һәм әхирәттәремә толомдар үрер инем, сәстәрен төрлөсә матурлап ҡуя торғайным. Ишембай һөнәрселек колледжында ике йыл уҡығандан һуң дөрөҫ һөнәр һайлағаныма ныҡлы ышандым. Беҙҙең уҡыу оҫтаханаһы заманса ҡорамал менән йыһазландырылған, бында күнекмәләр үтәбеҙ, имтихандар тапшырабыҙ. Мин белемемде колледжда ғына түгел, өйөмдә лә арттырам – туғандарҙың, әхирәттәрҙең сәстәрен тәрбиәләйем, матурлайым. Был һөнәрҙә ижади һәләтте күрһәтеү, төрлө ҡыҙыҡ әйберҙәр уйлап табыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә ҙур оҫта булырға һәм үҙ салонымды асырға хыялланам.

Уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Ирина Беднякова, оҫтаханаларҙың яҡшы йыһазландырылыуы студенттарға ошонда уҡ имтихан тапшырырға мөмкинлек бирә, тип белдереп үтте.
 
– Студенттар ниндәйҙер бер тәғәйен блок үтә, белемдәрен нығытып имтихан тапшыра. Күҙ алдына килтерегеҙ. Мәҫәлән, студент модель таба һәм эшен, бар һәләтен белдереп, камераға башҡара. Был видеояҙманы республика һәм илдең ҡалаларындағы имтихан ҡабул итеүселәр ҙә ҡарай ала. Әгәр элек студенттарыбыҙ диплом яҡлау өсөн икенсе ҡалаларға йөрөһә, бөгөн был сараны колледж нигеҙендә башҡарыу мөмкинлеге бар. Етештереүсәнлек буйынса уҡытыу оҫтаһы Гөлшат Белявцева һүҙҙәренсә, хәҙер Ишембай һөнәрселек колледжында үҫмерҙәрҙе аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәтеү үҙенсәлектәре бар. Бының өсөн ул заманса индукциялы плиталар, ит турағыстар, ҡәһүә ҡайнатҡыстар, һыуытҡыстар кеүек кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, бында мусты тиҙ генә әҙерләргә була. Тегеү оҫтаханаһы ла шулай уҡ ҡыйбатлы машинкалар менән йыһазландырылған. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының яҡын урынлашыуы ла буласаҡ тегенселәрҙе киләсәктә эш менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.

Иң яҡшыларға – гранттар һәм стипендиялар

Республикала урта һөнәри белем биреү системаһы әүҙем үҫешә, сөнки кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе иҡтисадтың бер проблемаһы булып тора. Бының өсөн комплекслы алым ҡулланыла: матди- техник база яңыртыла, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн дәртләндереү саралары үткәрелә, илдәге тәжрибә, күнекмәләр даими файҙаланыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыу өсөн гранттар системаһы булдырылған. Йыл һайын өс еңеүсе учреждение республика бюджетынан 30 миллион һум аласаҡ. Республика Башлығының стипендияһын алыусылар һаны ла артты. Бынан тыш, иң яҡшы педагогтарға һәм производство уҡытыуы оҫталарына гранттар булдырылған. Шулай итеп, 2022 йылда 10 грант бүленде, 2023 йылда уларҙың иҫәбе 20-гә етте. Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары һәм педагогтары шулай уҡ хөкүмәт ярҙамы менән файҙалана. Колледжды тамамлаусы Илһам Мортазин, мәҫәлән, уҡыған сағында БР Башлығы стипендияһын ала, быйыл производство уҡытыуы оҫтаһы Татьяна Шептунова грантҡа ғариза бирергә ниәт итә.

Тап урта һөнәри белем биреү өлкәһе хеҙмәт баҙарын кәрәкле эшселәр менән тәьмин итә. Был эшһеҙлекте кәметеүгә лә бер аҙым, йәштәргә лә эшләү мөмкинлеге бирә. Һөнәри йүнәлеш системаһын булдырыусылар предприятиелар, бизнес менән даими бәйләнештә. Дөйөм алғанда, яңы технологиялар һәм яңыртыуҙар өлкәһендәге белгестәр әҙерлеге производстволар талабына яуап бирә, тип әйтергә мөмкин.
 
 
Автор фотолары.
Ишембайҙа һөнәри йүнәлеш биреү системаһы нисек үҫешә?
Ишембайҙа һөнәри йүнәлеш биреү системаһы нисек үҫешә?
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас: