Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август , 19:00

Ишембайҙар йәнһүрәт төшөрә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында: " Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша” тип белдереп үткәйне.

Ишембайҙар йәнһүрәт төшөрә
Ишембайҙар йәнһүрәт төшөрә
Быйыл районыбыҙҙың "Мираҫ" автономиялы коммерциялы булмаған ойошмаһы "ИшембайФИЛЬМ" балалар-үҫмерҙәр мультстудияһы проекты менән Башҡортостан Башлығы Грантын еңеп 1 441407 һум аҡса отто. Был турала ентекләберәк беҙ проект авторы – Ишембай районының мәҙәни-ял итеү үҙәге муниципаль бюджет учреждениеһының методисы Филүсә Әминова менән әңгәмәләштек.
 
- "ИшембайФИЛЬМ" проекты тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- Грантта ҡатнашырға быйыл март айында ғариза биргәйнек. Уның төп маҡсаты - инновацион технологияларҙы ҡулланып, башҡорт фольклорын үҫтереү, эпос, әкиәт, легендаларға нигеҙләнеп, йәнһүрәттәр төшөрөү. Һанлы технологиялар, һынлы сәнғәт ярҙамында, балаларҙа Ватанға, тыуған илгә, ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү. Проект сиктәрендә беҙ "Урал батыр" эпосына нигеҙләнеп, йәнһүрәт төшөрәсәкбеҙ. Проект 6 йәштән 11 йәшкә тиклемге кескәйҙәр, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар өсөн тәғәйенләнгән. Йәнһүрәт төшөрөү уларҙа бәләкәй моториканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен, интеллектты, фантазияны үҫтерергә, ижади һәләттәрен асырға ярҙам итәсәк.

- Йәнһүрәт төшөрә башланығыҙмы?

- Беҙгә әле ҡорамалдар тулыһынса килеп етмәгән. Һүрәт төшөрөү өсөн канцелярия тауарҙары ғына бар әлегә. Видеокамера, штатив, яҡтыртҡыстар, ноутбук, хромакей, тауыш яҙҙыра торған кабина, станок һәм башҡа ҡорамалдарҙы сентябрь аҙағында аласаҡбыҙ. Яңыртылған Ишәй мәҙәниәт йортонда мультистудия урынлашасаҡ. Рәссамдарыбыҙ эпосҡа нигеҙләнеп, персонаждарҙың һүрәттәрен төшөрә башланы. Төрлө локациялар уйлап табабыҙ. Иң башта мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ике рәссамыбыҙ - Вера Шаригина һәм Ирина Окружнова менән баш ҡалалаға барып, бер нисә көн дауамында йәнһүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәндек. Үҙебеҙгә уҡыу бик ҡыҙыҡлы булды. Баҡтиһәң, бәләкәй генә йәнһүрәтте төшөрөр өсөн күпме көс талап ителә икән. Унда режиссерҙың, сценарий яҙыусының, операторҙың, музыкаль операторҙың, рәссам кеүек һөнәр эйәләренең күпме хеҙмәте ята. Уҡыу барышында сценарий яҙырға, декорациялар эшләргә, төшөрөргә, монтажларға, музыкаль яҡтан биҙәргә, реквизиттар уйлап сығарырға, башҡорт халыҡ әкиәттәре геройҙарын тауышландырырға өйрәнеп ҡайттыҡ. Хәҙер үҙебеҙ Ишәй мәҙәниәт йортонда балаларға йәнһүрәт төшөрөү буйынса, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәкбеҙ. Шулай уҡ Петровск, Кинйәбулат, Этҡол, Маҡар, Урман-Бишҡаҙаҡ, Түбәнге Әрмет, Көҙән, Биксән, Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорттарында һәм "Яңы быуын" үҙәк китапханалар системаһында йөҙләгән балаға мастер-кластар үткәреү планлаштырылған.

- Ә ни өсөн тап "Урал батыр" эпосын һайланығыҙ?

- Был эпос – Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе. Ул башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Ғалимдар һаман да был бөйөк әҫәрҙе өйрәнә. Яңынан-яңы асыштар таба. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин был әҫәрҙе уҡыған һайын үҙемә фәһем алам. Шуға күрә лә ошо теманы һайланыҡ. Билдәле фольклорсы, драматург, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова "Урал батыр"ға нигеҙләнеп, сценарий яҙып бирҙе.

- Йәнһүрәтте ҡасан ҡарай аласаҡбыҙ?

- Йәнһүрәтте киләһе йылдың май айында "Сәләм" республика каналында каналы аша 4 миллиондан ашыу кеше ҡараясаҡ. Шулай уҡ Ишембай телевидениеһының Рутуб каналында ла күрһәтәсәкбеҙ. Ә йәнһүрәттең премьераһы ҡала мәҙәниәт һарайының "Маяк" кионеатрында буласаҡ. Был проект тағы ла шуныһы менән әһәмиәтле - мультистудия беҙҙә ҡаласаҡ. Йәнһүрәттәр төшөрөүебеҙҙе, балаларға өйрәтеүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады бик бай!

Ишембай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова ла үҙ фекере менән уртаҡлашып үтте:

- Мәҙәниәт өлкәһе бер ҡалыпта ғына эшләй, тип әйтеп булмай, әлбиттә. Конкурстар, төрлө фестивалдәр, мәҙәни саралар менән ҡайнап йәшәйбеҙ. Ә бына "ИшембайФИЛЬМ" проекты менән грантта еңеп сығыуыбыҙ, беҙҙе өйрәнелмәгән, бөтөнләй икенсе юҫыҡта эшләп ҡарау мөмкинлеге булдырҙы. Белгестәребеҙ дәртләнеп эшкә тотондо. Проект ярҙамында беҙ башҡорт халҡының ғына түгел, урыҫ, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың да ауыҙ-тел ижадына таянып, йәнһүрәттәр төшөрөү эшен дауам итәсәкбеҙ. Шуныһы әһәмиәтле, бындай гранттар, милли проекттар улар беҙҙең мәҙәниәт өлкәһенә ҙур булышлыҡ итә. Әле бына "Ретро-шлягер" конкурсын уҙғарҙыҡ. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан аҡсалата ярҙам булды. Киләсәктә бейеү фестивале уҙғарырға уйлайбыҙ. Беҙҙең Артур Мөхәмәтйәновтың, Роза Казанованың көслө коллективтары бар. Гранттарҙа ҡатнашып, дәртләнеп эшләргә генә ҡала.
Ишембайҙар йәнһүрәт төшөрә
Ишембайҙар йәнһүрәт төшөрә
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: