Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2024, 19:00

Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020 йылдан 2024 йылға тиклем Фонд 17 конкурс үткәргән, бирелгән 3692 ғаризаның 745-енә булышлыҡ иткән. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, шуларҙың 852,5 миллионы республика бюджетынан бүленһә, 364,86 миллион һумы президент гранттары Фонды менән берлектә финанслау иҫәбенә алынған.

Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!
Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!
Һуңғы ваҡытта республика халҡы төрлө грант конкурстарында әүҙем ҡатнашып үҙ проекттарын тәҡдим итә башланы.

Ишембай фермеры Рәсимә Хафизова 2021 йылдың ғинуарында Баймаҡ районынан башҡорт тоҡомло 50 баш ат һатып алған. Программа сиктәрендә алынған “Агростартап” гранты мал һанын арттырыуға һәм ғәмәлдәге хужалыҡтың техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән. Ошо көндәрҙә беҙ уның менән осрашып аттар, эшҡыуарлыҡ тураһында әңгәмәләштек.

- Рәсимә Ғәли ҡыҙы, башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү уйы һеҙгә ҡайҙан килде?

- Башҡорттар элек-электән ат тотҡан. Ул беҙҙең ҡанда бар. Иптәшем дә, мин дә ауылда тыуып үҫтек. Ғаиләләребеҙ һәр саҡ күпләп йылҡы малы тотто. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауылда тормош көтөүселәргә ат иң ҙур ярҙамсы. Заманында өләсәйемдең ата-әсәһе лә хәлле кешеләр булған. Уларҙың өйөр-өйөр аттары тибенлектә йөрөгән. Беҙ иптәшем менән һәр йыл һайын һуғымға ат һатып алып, үҙебеҙ ҡаҙылыҡ, тултырма эшләй инек. Артып ҡалғанын таныштарға ла һата торғайныҡ. Йылдан-йыл һатып алырға теләүселәр һаны күбәйә башланы. Һәм беҙ ат тоторға ҡарар иттек. Бизнесты башлар өсөн ауылдағы йортто, машинаны һатырға тура килде.
Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре грантта ҡатнашырға тәҡдим итте. Улар менән бергәләп башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү буйынса бизнес план төҙөнөк. 2020 йылда “Агростартап” проекты сиктәрендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына грант алыуға ғариза бирҙем. Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелгән комиссия алдында үҙемдең проектымды уңышлы яҡланым. Күп тә үтмәй, грантҡа аҡса бүленәсәге тураһында хәбәр иттеләр. Был аҡсаға башҡорт тоҡомло 50 баш бейә һәм бесән әҙерләү өсөн пресс-подборщик алдыҡ.

Хәҙер биш йыл дауамында аттар үрсетәбеҙ. Күрше ҡалаларға һәм райондарға һатыуға ит, ҡаҙылыҡ, тултырма сығарабыҙ.

- Һеҙ күп балалы әсәй, дүрт бала тәрбиәләйһегеҙ. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?

- Әлбиттә, был эште бер үҙем алып барыу ауырға тура килер ине. Иң ҙур ярҙамсыларым – ғаиләм. Ирем, өлкән улдарым булыша. Ата-әсәйҙәребеҙ ҙә һәр саҡ ярҙам итә. Бынан тыш, хужалыҡта ике малсы эшләй. Әгәр башта мине иптәшем үҙ-үҙемә ышандырмаһа, ярҙам итмәһә, бәлки бөтөнләй аттар тотмаған да булыр инем. Һәм, әлбиттә, республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт. Ошондай дәүләт ярҙамы программалары булдырып, халыҡ төрлө проекттарын тормошҡа ашыра ала, йүнселдәр үҙҙәренең эштәрен йәйелдерә.

- Һеҙҙең аттарығыҙ йыл һайын һабантуйҙарҙа ла ярышып, призлы урындар ала. Быйыл Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивалендә лә ҡатнаштығыҙ.

- Эйе, күптән түгел йылҡысылыҡҡа ярҙам итеүгә һәм башҡорт атын һаҡлауға йүнәлтелгән “Башҡорт аты” III халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып ҡайттыҡ. Был сара йылҡысылыҡты үҫтереүгә этәргес бирә, тип иҫәпләйем. Башҡорт тоҡомон республикабыҙ бренды булараҡ һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк.

“Башҡорт аты”на беҙ ике ат ебәрҙек. Быйыл уртансы улыбыҙ Искәндәр ҙә был фестивалдә ҡатнашты һәм самбо спорт турнирында беренсе урынға лайыҡ булды.
Һабантуйҙарҙа ла ат ярыштарында даими рәүештә призлы урындар яулайбыҙ. Мин үҙем бәләкәйҙән ат ярышын ҡарарға яратам. Был бик матур тамаша.

- Башҡорт тоҡомло аттар нимәһе менән йәлеп итә? Аттар үрсетергә теләүселәр өсөн ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

- Башҡорт аттарын күпләп үрсетергә тырышһындар. Беренсенән, беҙҙең аттар бик сыҙамлы, көслө тоҡом. Улар ҡалын ҡарлы, көслө буранлы ҡыштарға, сатлама һыуыҡтарға түҙә, эҫе, ямғырһыҙ ҡоро йәйгә лә сыҙай. Йыл әйләнәһенә улар тибенлектә йөрөй. Ҡырағай аттар һымаҡ ҡышҡыһын бер метр ҡар аҫтында ятҡан үләнде соҡоп сығарып ашайҙар. Икенсенән, медицина өлкәһендә лә башҡорт аттарының файҙалы булыуы билдәле. Әле беҙҙең хыялыбыҙ: ҡымыҙ эшләү. Был эште башларға кадрҙар етмәү мәсьәләһе генә туҡтатып тора. Әммә киләсәктә уйыбыҙҙы бойомға ашырырбыҙ, тип уйлайым.
 
Марсель Мамедов, Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы:

- “Агростартап” гранты крәҫтиән фермер хужалығы башлығына хужа-лыҡты булдырыуға һәм үҫтереүгә, ауыл биләмәләрендә яңы эш урындары асыуға сығымдарҙы финанслау өсөн бирелә. Эшҡыуарҙар проекттарҙы тор-мошҡа ашырыуҙың дөйөм хаҡының 10 процентынан кәм булмаған күләмдә финанслауҙы тәьмин итергә тейеш. Был үҙ бизнесын киңәйтергә теләүселәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Беҙҙең үҙәк белгестәре ғариза документтарын һәм бизнес-проекттарҙы төҙөүҙә ярҙам итә. Беҙгә Ишембай ҡалаһы, Революция урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә йәки 4-03-13 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

 
Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!
Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!
Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!
Башҡорт аттарын күпләп үрсетһендәр!
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: