Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август , 18:00

Ул саҡта ла йәшел йәй ине...

“Миңә әле 56 йәш. Күңелемдәге ауыр хис-тойғоно таратыр өсөн башымда ҡайнаған уйҙарым менән уртаҡлашырға булдым, сөнки миңә бик ауыр... Барыһын да баштан һөйләйем әле.

Мәктәпте тамамлағас, бөтә класс менән тигәндәй фермаға эшкә барҙыҡ. Һауынсы булып эшләп йөрөгәнемдә, мин, 18 йәшлек шаталаҡ ҡыҙ, донъяның аңын-тоңон белмәй, мөхәббәт шулай булалыр тип, күрше ауылдан бер егеткә кейәүгә сыҡтым. Тик, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тигән кеүек, тормошомдан уңманым. Көнләшеп, ҡул күтәреп ыҙалатты. Сираттағы туҡмалыуҙан һуң буйымдағы сабыйымды юғалтҡас, атайым дауахананан тура үҙебеҙҙең өйгә алып ҡайтты. Мине юллап килгән иремде: “Һиңә биреп үлтертергә минең артыҡ балам юҡ!” – тип тупһаға ла аяҡ баҫтырманы.

Тағы эшкә сыҡтым. Хәҙер, бер ауыҙ бешкәс, тормош өрөп ҡабырға өйрәтте. Егет-еләндән йырағыраҡ йөрөргә тырыштым. Шулай йәшем 25-кә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йәштәш ҡыҙҙар кейәүгә сығып, бала-сағалы булып бөттө.

Бер мәл туйҙа күрше ауылдан бер егет менән таныштым. Бөҙрә генә сәсле, өҙҙөрөп гармунда уйнай. Өфөлә эшләп йөрөй икән, ялға ҡайтҡан. Исеме – Хәйҙәр. Әллә ни аралашманыҡ та, бер нисә тапҡыр ғына һүҙ ҡушып, ваҡ-төйәк хаҡында һөйләштек буғай. Йәм-йәшел туғай буйлап йырлай-йырлай ауыл клубына барыуыбыҙ кисә генә булған кеүек...

Бер көн кис кемдер һыҙғырғанға тәҙрәнән ҡараһам, ҡапҡабыҙ янында ике һын тора. Сыҡтым. Хәйҙәр икән! Эргәһендә оҙон ғына буйлы дуҫы ла бар.

“Бына һине таныштырам тигән ҡыҙ ошо инде. Исеме – Әнисә. Әнисә, ә был минең дуҫым – Булат”, – тип эргәһендә баҫып торған һонтор егеткә ымланы. Унан: “Ярай, һеҙ һөйләшә тороғоҙ, минең бараһы ерем бар”, – тине лә китте.

Күңелем кителеүен һиҙҙер­мәҫкә тырыштым, сөнки теге саҡ туйҙа уҡ мин Хәйҙәрҙең үҙен оҡшатҡайным бит. Был хаҡта әйтә буламмы инде! Етмәһә, Өфөлә эшләп йөрөгән егет кейәүгә сығып айырылған ҡыҙға, йәғни миңә ҡарап тормаҫ инде, тип тә уйланым.

Хәйҙәр менән Булат клас­таштар, дуҫтар булып сыҡты. Икеһенә лә 28-әр йәш. Булат: “Өйләнергә кәрәк ине”, – тигәс, Хәйҙәр быны: “Әйҙә, мин һине шәп кенә ҡыҙ менән таныштырам”, – тип миңә алып килгән икән.

Шулай итеп, мин Булатҡа кейәүгә сыҡтым. Йәше 30-ға етеп барғанда Хәйҙәр ҙә өйләнде. Кәләше бер ҡашыҡ һыуға һалып йоторлоҡ һылыу ҡала ҡыҙы ине.

Беҙ Булат менән һәүетемсә генә донъя көтөп алып киттек. Йорт һалып индек, эшләнек, ике ул үҫтерҙек. Ирем ҡаҡмай-һуҡмай, әммә асыҡ күңелле кеше түгел. Уның нимә уйлағанын да белмәйем күп ваҡыт. Арала артыҡ йылылыҡ, мөхәббәт бер ваҡытта ла булманы һәм булмаҫ та инде...

Хәйҙәрҙең яҙмышы бик үкенесле булды. Теге кәләше менән ун йыл самаһы йәшәп айырылышҡан, унан тағы берәү менән йәшәп ҡараған буғай. Шулай ҡағылып-һуғылып йөрөп, эскелеккә бирелгән. Элегерәк, ауылға ҡайтҡан саҡтарында, беҙгә килеп, ирем менән табын ҡороп, эс серҙәрен бушатып ултырып китә торғайны. Эй, йәлләүҙәрем шул саҡта. Мин бит уны беренсе күргәндән оҡшатҡайным...

Үткән аҙнала уны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Туғандары Өфөнән ауылға алып ҡайт­ты. Бына шулай аяныслы тамамланды бөҙрә сәсле гармунсы егеттең яҙмышы. Беҙ уның менән тәүге таныш­ҡанда ла әлеге кеүек йәшел йәй ине...

Теге саҡта үҙемдең тап уны оҡшатыуымды әйтә алмауыма үкенеп тә ҡуям. Ул да, мин дә, бәлки, күпкә бәхетлерәк булыр инек, тип уйлайым...”

 

 

 

Миңйыһан исемле ҡатындың яҙмаһынан.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: