Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август , 15:00

Кер һабынының файҙаһы тураһында

Бер танышымдың сәсе, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман ҡап-ҡара, сәләмәт төҫтә йылҡылдап тора. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уны нисек тәрбиәләүе тураһында үҙенән һораштым. "Әллә ни тәрбиә күрһәткән юҡ инде, кер һабыны менән йыуам да төрлө үлән төнәтмәһе менән сайҡатам. Шул ғына", – тине ул.

Билдәле булыуынса, кер һабынында һелте күп. Шулар бысраҡты тиҙ генә тарҡата һәм зарарһыҙландыра ла. Көндәлек тормошта ла, медицина өлкәһендә лә был һабын антисептик сифатында бөгөн дә уңышлы файҙаланыла.

Кер һабыны күп осраҡтарҙа ярҙамға килә ала. Елһенеү процесын дауалауҙа (хатта гангренаның башланғыс осоронда ла), вирустарға ҡаршы көрәшеүҙә лә ул уңышлы ҡулланыла. Шулай уҡ ул – гинекологик сирҙәргә ҡаршы яҡшы сара. Сәстең ҡауағын бөтөрә, тик йыш йыуғанда баш тиреһенең ҡороуы мөмкин, шуның өсөн һуңынан һыуға ҡатнаштырылған һеркә йә төрлө үлән төнәтмәһе менән сайҡатып ҡуйыу мөһим.

Кер һабыны менән аҙнаһына ике тапҡыр йыуынырға кәңәш ителә. Аҙағынан туҡландырыу өсөн балалар кремы һөртөп ҡуйырға кәрәк.

Тымауҙың башланғыс осоронда кер һабынының ярҙамы ҙур. Бының өсөн һабынды һыуҙа иҙергә һәм шул ҡатнашма менән тампон ярҙамында танау эсен таҙартырға кәрәк. Тәүҙә әҙерәк әсеттереп алыр, шулай ҙа түҙеп, ике-өс тапҡыр эшкәрткәндә ыңғай һөҙөмтәһен күрерһегеҙ.

Эт тешләгән осраҡта ла кер һабынын ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн яранан ҡанды әҙерәк ағыҙырға ла шул урынға кер һабынына мансылған марля йә сепрәк ябып ҡуйырға була. Быны ҡанға инфекция инеүҙән һаҡланыу маҡсатында эшләйҙәр.

Кер һабыны аяҡ үксәһендәге бәшмәк ауырыуҙарын дауалауҙа ла ныҡ килешә. Зарарланған урынды һабын менән ышҡып, яҡшылап йыуырға ла аҙағынан йод менән эшкәртеп ҡуйырға ғына кәрәк.

Боҫҡа бешкән йә еңелсә янған ҡулды дауаларға кәрәккәндә лә кер һабыны ҡул осонда булырға тейеш.

Ауыҙ ҡыуышлығы боҙолһа, теш щеткаһына төнгөлөккә кер һабыны һылап ҡалдырырға кәрәк. Иртән уны зарарһыҙ икәнлегенә ышаныс менән ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Тәндең күгәргән урындарын дауалауҙа ла алмаштырғыһыҙ сара ул. Бының өсөн һабынды һыуҙа иҙеп, шул ҡатнашманы зыян күргән урынға һыларға ғына кәрәк. Дауалауҙы көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

Биттәге һытҡыларҙан ҡотолоу өсөн дә ҡулланыла кер һабыны. Уны ҡырып, һыу менән күперткәнсе иҙергә лә шуның бер ҡалағына бер балғалаҡ "экстра" тоҙо өҫтәп болғатырға. Был ҡатнашманы яҡшылап таҙартылған тирегә һыларға. Әсеттерә, шулай ҙа, файҙаһын уйлағанда, түҙергә була. Битлекте ярты сәғәттән тәүҙә йылы, аҙаҡ һыуыҡ һыу менән йыуырға.

 

 

Аклима Гизатуллина

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: